УПЛЫҒЫУ
син. Арба өҫтөнә һыу сығып, тора-бара муйынға тиклем етә башлағас, ҡурҡыштан бала-сағаныҡы ғына тугел, Шәңгәрәй ҡарттың куҙе лә упайҙы. Ш. Янбаев.
2. Күҙҙе мәғәнәһеҙ итеп асып текләү; аҡайыу. □ Таращить (глаза). Упайып ултырыу. Упайып ҡарап тороу. И Генералдың куҙҙәре упайҙы, полковник Тәвкилев иһә, сикәһенә сапҡандай, артына саңҡая биреп ҡуйҙы. Н. Мусин.
УПАҠАЙ и. диал. ҡар. томбойоҡ. Һары упаҡай. Аҡ упаҡайҙар. Ҡулдә упаҡайҙар асылған.
УПАЛАНЫУ (упалан-) (Р.: стать рыхлым (о снеге); И.: become spongy (about snow); T.: kar batak konumda olmak) ҡ.
Ҡарҙың батҡылға әйләнеүе. □ Стать рыхлым (о снеге). Ҡар упаланып ята. Ҡар упаланып тора. Юлға һалған ҡар упаланған.
УПАНЛАУ (упанла-) (Р: смотреть по сторонам (с испугом); И.: look about with fear; T.: korku içinde etrafa bakınmak) ҡ.
Аптырап, ҡурҡып, алан-йолан ҡарау. □ Смотреть по сторонам (с испугом). Упанлап ултырыу. Упанлап тороу. Упанлап йөрөу.
УПҠЫ Л ЫҠ (упҡылығы) (Р: водоворот; И.: whirlpool; T.: girdap) и. диал.
1. Һыуҙың бер урында өйрөлөп ятҡан урыны; өйрөлтмәк. □ Водоворот. Йылға упҡылығы. Упҡылыҡтан көс-хәл менән сығыу. Йылғаның тыныс урындарында ла упҡы-лыҡтар осрап ҡуя.
2. ҡар. упҡын 3. Упҡылыҡтан сығыу. Упҡылыҡҡа кереп китмә, һаҙлыҡтың упҡы-лыҡ булған ере. Кулдең уртаһында упҡы-лыҡ бар.
УПҠЫН (Р: пропасть, бездна; И.: abyss; T.: uçurum) и.
1. Текә ярлы бик тәрән соҡор. □ Пропасть, бездна, пучина. Төпһөҙ упҡын. ■ Тау юлының бик хәуефле урындары, аҫта баш әйләнерлек тәрән упҡындары бар ине. Р. Низамов. Ҡаяларҙың килеп, ситенә баҫып, упҡындарға асыу ташланым. Ғ. Амантай.
2. Һыуҙың һөйрәп алып батыра торған тәрән урыны. □ Глубоководная впадина, абиссальная впадина, залив, водоворот, пу
чина, омут. Иҙелдең упҡын ерҙәре. Диңгеҙ упҡыны. Йылға упҡыны. ■ Бер көслө тулҡын киләлә, ипкене менән йыуып, диңгеҙ упҡынына алып китә. Д. Юлтый. Тауҙар ямғырға кушеккән болотло көҙгө көндәрҙә упҡынға тулҡын-тулҡын булып ҡойола ул һыуҙар. Ә. Байрамов.
3. Убып, тартып ала торған батҡыл урын, күтер. □ Трясина, топь (топкое, трясинное, зыбучее место). Упҡындан сығырға тырышыу. Упҡынға эләгеу. Яңылыш упҡынға төшөп китеу. ■ Ат, киҫәк-киҫәк һелкенеп, уҙен өйрөлдөргән упҡындан ысҡынырға тырышты. И. Абдуллин.
4. кусм. Ҙур бәләгә килтерерлек яман хәл. □ Пропасть, бездна (тяжёлое, запутанное положение в жизни). Тормош упҡынына эләгеу. Упҡындан сығыу. Упҡындан ҡотолоу. ■ Русия кеуек «сыбар» бөйөк илде шәхес диктатураһы бик оҙаҡҡа сәйәси упҡынға этәрәсәк. Р. Байымов.
5. миф. һыу эйәһе менән бәйле булған төпһөҙ урын. □ Опасное бездонное место, связанное с водяным. Упҡын кеше һура. Упҡын шомло олой. Һыу эйәһе упҡынға тарта.
УПҠЫНЛЫ (Р: имеющий воронку; И.: having whirlpools; T: çevrintili) c.
Упҡыны булған. □ Имеющий воронки. Упҡынлы һаҙ. Упҡынлы кул. Упҡынлы ятыуға эләгеп китеу.
УПЛЫҒЫУ I (уплыҡ-) (Р: разливаться; И.: overflow; T.: taşmak) ҡ. диал.
1. Һыуы ташып, ярынан сығып, етеҙерәк ағыу (йылға, шишмә-кулдәргә ҡарата). □ Разливаться, выходить из берегов. Яуын шәп булғас, йылға-кулдәр уплығып китте. Быйыл да Ағиҙел уплыҡты.
2. Бер ыңғай менән етеҙ итеп алға ынтылыу. □ Устремляться, порываться вперёд. Уплығып йөрөу. Уплығып барыу. Ҡайтыу яғына мисәуле аттар уплығып сабып бара.
3. кусм. Күп булып, артып ятыу, сиктән ашыу. □ Переходить меры, границы. Кунә-гендәге һыуы уплығып китте. Уплығып тороу.
4. кусм. Елкенеү, ярһыу, ашҡыныу. □ Волноваться, возбуждаться. Йөрәк уплығып
145