УПЛЫҒЫУ
тора. Күңелем уплығып китте. Уплығып йөрөү.
УПЛЫҒЫУ II (уплыҡ-) ҡ. диал. ҡар. уҡшытыу 2. Уплыға башланы. Бер аҙ уплығып тора.
УПЛЫҒЫУ III (уплыҡ-) (Р.: вваливаться (о боках животных); И.: become hollow; T.: çökmek) к. диал.
Бүлтәйеп сығып тороу (малдың ҡорһағы хаҡында). □ Вваливаться (о боках животных). Уплығып китеү. Бикле торған һыйырҙың ҡорһағы уплыҡҡан.
УПОЛНОМОЧЕННЫЙ [рус ] (Р: уполномоченный; И.: person authorized; T.: murahhas) и. һөйл. ҡар. вәкил 1.
Кемдер исеменән эш иткән физик йә юридик шәхес; аралашсы. □ Уполномоченный. Уполномоченный вазифаһын башҡарыу. Уполномоченный итеп тәғәйенләү. Земство уполномоченныйҙары. ■ Ғайса иртә менән йорт уполномоченныйы — пенсионер ҡартты алып инде. Н. Мусин. Китеүселәр вагон алдына теҙелеп бөтөүгә, вокзал болдоронан уполномоченныйҙың үткер телмәре яңғыраны. Й. Солтанов.
УППАРМАҠ (уппармағы) и. диал. ҡар. һуҡ бармаҡ. Уппармағын ҡыҫтырған. Уппармағы яраланған. Уппармағы бинт менән уралған. Уппармаҡ менән күрһәтеү.
УПРАВА [рус.] (Р: управа; И.: board, town council; T.: kurul) и.
1. тар. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә берәй төрлө йәмәғәт, ҡатламдар йәки административ эштәргә етәкселек иткән ҡайһы бер учреждениелар атамаһы. □ Управа. Кала управаһы. Район управаһы. ■ Инеүсе — земский, управала эшләүсе, мырҙа балаһы. Ғ. Хәйри. Насретдин иң алдан управа контораһына һуғылды. Ғ. Хисамов. Вера Мака-ровнаның ҡала управаһынан алған йөрөү документы ла иҫкерә төшкәйне. И. Абдуллин.
2. һөйл. Башбаштаҡ йә тәрбиәһеҙ кешене үҙ урынына, аҡылға ултыртыу, ыңғай йоғонто яһау ысулы. □ Управа (средство воздействия на невоспитанного человека). Управа табыу. Управа эҙләү. Бер ниндәй управаға ла бирелмәй йөрөү. ■ [Кунакбаев — Хужаға:]
Әллә уларға [Азаматов менән Ярлымановҡа] управа юҡ тиһеңме? Ә. Вәли. [Мырҙабай — Ғәлиәхмәткә:] Күрһәтербеҙ әле «үрнәкте», табырбыҙ һиңә лә управа! Р. Байымов.
УПРАВЛЯЮЩИЙ [рус ] (Р.: управляющий; И.: manager; T.: yönetmen) и.
1. һөйл. Бер төрлө хужалыҡ йәки дәүләт ойошмаһының башлығы; етәксе. □ Управляющий. Совхоз бүлексәһенең управляющийы. Трест управляющийы.
2. тар. Алпауыттар һәм байҙар тормошонда алпауыттың, сауҙагәрҙең һ. б. хужалығына йәки берәй махсус өлөшөнә идара иткән кеше. □ Управляющий ■ Кузьмин баяр үҙе шикелле үк йыуан управляющий менән әллә ниҙәр тураһында һөйләшә, һ. Дәүләтшина. Дашковтың имениеһы менән идара итеүсе йәнә бер управляющий бар ине. Ж. Кейекбаев.
УПСЫ (Р: совсем; И.: completely; Т.: büsbütün) р. диал. ҡар. бөтөнләй.
Баш-аяҡ, тотошлай. □ Совсем, полностью, совершенно. Упсы ялҡаулашты. Упсы иҫкәртмәйсә сығып киткән. Упсы наҙан булып ҡалды.
УПСЫУ (упсы-) (Р: киснуть (омолочных продуктах); И.: turn sour; T.: ekşimek) ҡ. диал.
1. Күпсеү, әсеү. □ Киснуть, прокисать (о молочных продуктах). Киске һөт упсыған. Катыҡ упсып сыҡҡан, һөт упсый башлаған.
2. Ҡабарып сығыу, күберсеү, осоноу (тән тиреһе хаҡында). □ Вздуться (о волдыре). Ирене упсып тора. Ауыҙ сите упсып сыҡҡан. Салғы һабына ышҡылып, ус тиреһе упсыған.
УП-ТАП р. ҡар. башбаштаҡ. ■ Яуға үҙе бармаһа, барғанға уң бирмәһә, уп-тап килеп арала, айбаһа дошман яуынан, ытырғанһа иленән, ил батыры булырмы? Ҡобайырҙан.
УП-ТУП I (Р.: самовольный; И.: self-willed, wilful; T.: izinsiz) с. диал.
Башбаштаҡ, үҙ һүҙле. □ Самовольный. Уп-туп булыу. М Бәпәнәй барымтаның Кесе Урҙала берәүгә лә баш бирмәй уп-туп килеүсе, яндырайлығын һәм нәфсеһен ауыҙлыҡлай белмәүсе ҡайһы бер солтандар, батырҙар тарафынан ойошторолғанын аңлатты. Б. Рафиҡов.
146