УРАҒЫТ
УП-ТУП II (Р.: самовольно; И.: wilfully; T.: izinsiz) р. диал.
Үҙ һүҙле ҡыланып, башбаштаҡлыҡ менән.
□ Самовольно. Уп-туп йөрөу.
УПТЫ (Р.: линь; И.: tench; T.: kadife balığı) и. диал. ҡар. ҡарабалыҡ.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған, һырт буйы йәшкелт төҫтәге, ҡанаты түңәрәгерәк йылға йә күл балығы. □ Линь (лат. Tinea tinea). Эре упты. Упты тотоу. Упты балығын купләп урсетеу. М Упты тиреһе утә ныҡ лайлалы һәм тәңкәһеҙ була. Экспедиция материалдарынан.
УПТЫҒЫУ (уптыҡ-) ҡ. диал. ҡар. тотлоғоу. Уптығып тороу. Уптыға башлау. Ҡабаланып һөйләшә башлаһа, уптыға.
УПТЫРҒЫС (Р.: промокашка; И.: blotting-paper; T.: kurutma kâğıdı) и. диал. ҡар. киптергес II.
Киптергес ҡағыҙ. □ Промокашка. Хәҙерге дәфтәрҙәрҙең уптырғысы юҡ. Уптырғыс менән киптереу.
УПЫЙ (Р: болезнь копыт у лошадей; И.: horses’ hoof disease; T.: atta tırnak hastalığı) и. диал.
Ат тояғының боҙолоп, йәйелеп китә торған сире (еуештә торғандан була). □ Болезнь копыт у лошадей (от влажности). Аттың тояҡтары упый булған. Саптар яҙлы-көҙлө упыйҙан ыҙалана. Бейәнең тояҡтары упый булған, сатанлап ҡайтты.
УПЫРЫМ (Р: добродушный; И.: good-natured; T.: iyi yürekli) с. диал.
Киң күңелле. □ Добродушный, благожелательный. Упырым ир. Упырым етәксе. Бигерәк упырым бала булған инде.
УПЫРЫУ (упыр-) (Р: уплетать; И.: tuck in(to); T.: silip süpürmek) ҡ. һөйл. ҡар. йыпы-рыу.
Ҡомһоҙланып ашау, ҡалдырмай тиҙ-тиҙ ашап бөтөү; йыпыртыу. □ Уплетать, уписывать. Упыра башланы. Өҫтәлдәге тәмле-татлы ризыҡтарҙы упырып бөттө. Оҙаҡ бикле тороп утлауға сыҡҡан мал кугуләнде упыра ғына.
УПЫУЫТ [рус. уповод] и. диал. ҡар. һыуһын. Тауға менгәнсе, бер нисә упыуыт
яһаныҡ. Бер упыуыт эшләгәс, хәл йыйырға туҡтаныҡ. Упыуытҡа туҡтап алырға кәрәк.
УР I (Р: яма; И.: pit; T.: çukur) и.
1. Тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор. □ Яма, ров, канава. Ур ҡаҙыу. Ур соҡоу. Урға төшөп китеу. ■ Быларҙың [тотолоусыларҙың] тон ҡараңғыһында ур буйында бушҡа йөрөмәуҙәре билдәле. 3. Ураҡсин.
2. Тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙылған хәрби нығытма. □ Окоп. Дошман утынан ҡасып урҙа ятыу. Н Урам һайын төрлө ерҙәрҙә урҙар, блиндаждар ҡаҙыла. Ғ. Ибраһим-Ҡыпсаҡ. һаҡлайҙыр зарарҙан ҡаланы ур. М. Ғафури.
УР II и. диал. ҡар. уғры 1. Ур булыу. Урға әйләнгән. Урҙар төркөмө. Кеҫә урҙары. • Уланлы ерҙә ур ятмаҫ. Әйтем.
УРА (Р: ура!; И.: hurrah!, hurray!; T: hurra!) ымл.
1. һөжүмгә ташланғанда ҡысҡыра торған һөрән. □ Ура! (перед атакой). ■ Ҡапыл ура тауыштары кутәрелде, һалдаттар тороп йугерә башланы. Д. Юлтый. Партизандар ура ҡысҡырып, .. улар [бандиттар] өҫтөнә ташланды, һ. Дәүләтшина.
2. Берәй нәмәгә шатланғанды, һоҡланғанды белдергәндә әйтелә. □ Ура! (от радости). Ура ҡысҡырыу. ■ [Малайҙар] икеһе бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе: «Ура! Яңылар килгән! Нишләп тораһығыҙ, әйҙәгеҙ, тиҙерәк директор ағайға!» Б. Бикбай.
УРАГАН [рус.] и. ҡар. дауыл 1. Ураган көтөлә. Ураган булыуын хәбәр иттеләр.
УРАҒЫТ (Р: женщина; И.: woman, womenfolk(s); T: kadın) и. йыйн. иҫк. ҡар. ҡатын-ҡыҙ.
Ҡатын кеше, бисә. □ Женщина. Урағыттар хәбәре. Урағыттар әңгәмәләшеп тора. «Урағыт» һуҙе «ҡатын» мәғәнәһендә Мәх-мут Ҡашғари һуҙлегенә ингән һәм байтаҡ төрки телдәрҙә таралған. М Кис ултырып шулай урағыттар эш эшләуҙән бер ҙә екһенмәй. Т. Йәнәби. Уйын-көлкөнө лә, зар-моң йырлап ултырыуҙы ла һуңғы замандарҙа, дин ныҡлап тамыр йәйә башлағас, урағыттар өсөн бөтөнләй харамға сығарғайнылар. Ғ. Ибраһимов.
147