Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 148


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРАҘ
УРАҘ (Р.: счастье; И.: happiness; Т.: mutluluk) и. иҫк. ҡар. бәхет.
1. Бәхет, ырыҫ. □ Счастье. Ғаиләмә ураҙ ҡунды. Ураҙ теләу. Ураҙға кумелеп йәшәу.
2. миф. Бәхет тәңреһе. □ Божество счастья. Ураҙҙан бәхет һорау. Ураҙға табыныу. Ураҙҙан ырыҫ, ҡот һорау.
УРАҘА I [фарс. ûJjj] (Р: ураза; И.: Moslem lent; T.: oruç) и. дини.
Мосолмандарҙың рамазан айында ай буйына иртә таңдан ҡояш байығансы ашамай-эсмәй тороу йолаһы һәм уны тотоу ваҡыты. □ Ураза, мусульманский пост, саум (пост, одно из пяти предписаний ислама). Ураҙа ваҡыты. И Походта булғанда ураҙаның бер көнөн дә ҡалдырманым. М. Ғиләжев.
УРАҘА II и. диал. ҡар. урам I, 2. Яҙға сыҡҡас та ураҙаны йыйыштырып алдыҡ. Беҙҙең ураҙаға халыҡ йыйылып киткән. Ураҙа тулы бала-саға шау-гөр килеп йөрөй.
УРАҘА БАЙРАМЫ (Р: мусульманский праздник Ураза; И.: Muslim feast sawnr, T.: Ramazan Bayramı) и. дини.
Мосолмандарҙың рамаҙан айында ай буйына иртә таңдан ҡояш байығансы аша-май-эсмәй тороу йолаһы тамамланғас була торған байрам. □ Праздник Ураза. Ураҙа байрамына әҙерләнеу. Ураҙа байрамы менән ҡотлау. Ураҙа байрамын көтөу. ■ Ураҙа байрамына саҡлы Фатимаға ла, Фәриткә лә аҡ кулдәк тектеләр. С. Поварисов.
УРАҘА ҒӘЙЕТЕ [фарс. ° jjj + ғәр. ] (Р: богослужение после уразы; И.: Muslim public liturgy after sawm; T.: bayram namazı) и. дини.
Ураҙа тамамланғандан һуң мәсеттәрҙә үтә торған изге йолалар теҙмәһе. □ Богослужение после уразы. Ураҙа ғәйетенә йыйылыу. Ураҙа ғәйете утеп китте. М Рамазан айы яҙға йәки йәйгә тап килһә, ауыл мосолмандары кумәкләп шунда ураҙа ғәйете, ҡорбан ғәйете уҡыған. Р Өмөтбаев.
УРАҘА ТОТОУ (ураҙа тот-) (Р: соблюдать уразу; И.: keep sawm', T.: oruç tutmak) ҡ. дини.
1. Рамаҙан айында ай буйына иртә таңдан ҡояш байығансы ашамай-эсмәй тороу йолаһын һаҡлау. □ Соблюдать уразу. //
Соблюдение уразы. Ураҙа тотоу ҡағиҙәләре. ■ Өлкәндәр сәхәрҙә ныҡ ҡына ашап ураҙа тоталар. 3. Биишева. [Алдарбай]һуңғы йылдарҙа дин тотоуға ла етди ҡарай, биш намаҙҙы ҡалдырмай уҡый, ураҙа тота. Н. Мусин.
2. һөйл. Ас булыу. □ Голодать. Туҡтап ашап алырға ваҡыт юҡлыҡтан көнө буйы ураҙа тоттом. Ураҙа тотоп йөрөу. ■ Бөгөн Шәйех сығып киткәс, Йәмилә лә кискә ҡәҙәр бер нәмә лә ашамай, көндө ураҙа тотоп уҙғарҙы. М. Ғафури. • Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған. Әйтем.
УРАҘА ТОТОУСЫ (Р: соблюдающий уразу; И.: sawm-keeper; T.: oruç tutan kimse) и. дини.
Рамаҙан айында ай буйына иртә таңдан ҡояш байығансы ашамай-эсмәй тороу йолаһын һаҡлаусы. □ Соблюдающий уразу. ■ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бөгөнгө көсөргәнешле тормошта ундай тулы ураҙа тотоусы була алмайбыҙҙыр. Н. Ғәйетбаев.
УРАҘЛЫ (Р: счастливый; И.: happy; Т.: şanslı) с. иҫк. ҡар. бәхетле.
Бәхете булған, ырыҫлы. □ Счастливый. Ураҙлы бала. Ураҙлы нәҫел. Ураҙлы ғумер кисереу. • Ураҙлының балаһы ун бишендә башмын тиер. Әйтем.
УРАҘ УТЫ (Р: лабазник шестилепестный; И.: dropwort; T.: erkeç sakalı) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡоро тупраҡлы туғайҙарҙа, далаларҙа, аҡландарҙа, урман ситендә үҫкән, аҡ йәки ал төҫтәге ойҡаш сәскәле, ҡауырһын япраҡлы күп йыллыҡ үлән үҫемлек; тау клеверы. □ Лабазник шестилепестный, белоголовка (лат. Fili-pendula vulgaris). Ураҙ уты йыйыу. Ураҙ утынан төнәтмә. ■ Ураҙ уты тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне халыҡ медицинаһында һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә тирләу өсөн, эс киткәндә, .. геморрой булғанда ҡулланырға кәңәш ителә. В. Ғүмәров.
УРАЙ (Р: вихор; И.: tuft; forelock; T.: kalkık saç perçemi) u.
1. Түбәләге сәстең йәки малдың маңлайындағы йөндөң өйрөлөп үҫкән ере. □ Вихор (на макушке). Урайынан башлап сәсе йоҡар
148