УРАЛАНЫУ
ған. ■ Ҡаһым турә менгән кир юрғаның маңлайында булыр урайы. Халыҡ йырынан.
2. миф. Кешенең яҙмышы менән бәйле сәс өлөшө. □ Вихор (на макушке), в мифологии связан с судьбой человека. К Борон, баштың ҡайһы ерендә урайы булыуға ҡарап, баланың яҙмышын юрар булғандар. Экспедиция материалдарынан. Бәхетле кешенең башында ике урай була. Ш. Бикҡол.
УРАЙЛЫ (Р.: имеющий вихор; И.: having a tuft; forelock; T: perçemli) c.
Урайы булған. □ Имеющий вихор (на макушке). Ике урайлы. ■ Өс-дурт йәшлеге кәрәк тип, Кинйә ҡушарлап саба торған аттарҙың береһенә ҙур урайлы буртә бейәне һайланы. Ғ. Ибраһимов. Ике урайлы кеше киләсәктә башлыҡ була. Һынамыш.
УРАЙ-СУРАЙ (Р: неровный (о поверхности); И.: uneven; T.: pürtüklü) с. диал. ҡар. тигеҙһеҙ.
Тигеҙ булмаған, соҡор-саҡырлы. □ Неровный (о поверхности). Урай-сурай боҙ өҫтө. Урай-сурай ерҙән атлау. Урай-сурай стеналы емерек бер булмә ине.
УРАҠ I (урағы) (Р: серп; И.: sickle; Т: orak) и.
1. Ҡул менән иген, үлән ура торған ваҡ тешле кәкре ҡорал. □ Серп. Ураҡ теше. Ураҡ һабы. Ураҡ менән урыу. ■ Ҡатындар .. ураҡтарын яурынға һалып, тарының уңғанлығына хайран ҡалып ҡарап торҙо. Ж. Кейекбаев. Зарифа, ураҡты ҡыҫып тотоп, арышты урырға тотондо. Ғ. Аллаяров. Гөлсибәр инде сәй эсеп бөткән, урағының һабына сепрәк бәйләп маташа. С. Агиш.
2. Иген урыу эше. □ Жатва. Арыш урағы мәле. Ураҡ өҫтө. Ураҡҡа төшөу. Ураҡ бөтөу. Ураҡ урыу. ■ [Сергей — завхозға:] Ҡыйыҡтарҙы ураҡҡа тиклем яптыртмаһаң, фуражды өйөңә һалам. А. Абдуллин. Ураҡҡа төшөр саҡ куптәрҙе тулҡынландыра. Ә. Байрамов.
УРАҠ II (урағы) (Р: зимняя тропа зайцев; И.: hare’s track in winter; T: tavşan yürüyen patika) и. диал.
Ҡуяндың ҡышҡы юлы. □ Зимняя тропа зайцев. Урман ситендә ураҡтар куренә. Йәш ағас төптәре кимерелгән, ураҡтар ярылып ята.
УРАҠАЙ-СУРАҠАЙ с. ҡар. урай-сурай. Ураҡай-сураҡай юл. Ураҡай-сураҡай яр буйы. Урман аша ураҡай-сураҡай һуҡмаҡ утә.
УРАҠ ӨҪТӨ (Р: время жатвы; И.: harvest time; T: biçim vakti) и.
Ашлыҡ урған ваҡыт. □ Время жатвы. М Ураҡ өҫтө еттеме, әлеге ямғыр яфалай башлай, .. ҡара болоттар һағалап ҡына йөрөй. Р. Низамов. Егетте, ураҡ өҫтө етә башлағас, комбайнға кусерҙеләр. Н. Ҡотдосов. Ураҡ өҫтөндә сәй ҡайнатыр өсөн, яҡын-тирәлә башҡа кулдәр булһа ла, мискә менән гел был кулдән ташыйҙар. Р. Ханнанов.
УРАҠ САЛҒЫ (Р: серпообразная коса; И.: sickle-like scythe; T: tırpan) и. диал.
Эскә бөгөп эшләнгән бәкес салғы. □ Серпообразная коса. Ураҡ салғыны сукеу. Ураҡ салғыны яныу. Ураҡ салғыһын елкәһенә һалып алған. М Борон ураҡ салғы менән иген, һоло, арыш сабып ала инек. Экспедиция материалдарынан.
УРАҠСЫ (Р: жнец; И.: reaper; T: orakçı) и.
Ураҡ урған кеше. □ Жнец. М Ураҡсылар эштән ҡайтыуға, Нәсимә апай мунса яғып тора ине. И. Абдуллин. Ураҡсылар киске эңергә тиклем эшләне. Ғ. Аллаяров. Уның [Аҡйондоҙҙоң] беренсе ураҡсы икәне илгә мәғлум. М. Кәрим.
УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ (Р: уралоалтайские языки; И.: Ural-Altaic languages; T: Ural Altay dilleri) и. лингв.
Урал һәм алтай төркөмдәренә ингән телдәрҙе үҙ эсенә алған тармаҡ йә ҙур төркөм; туран телдәре. □ Урало-алтайские языки. Урал-алтай телдәрен өйрәнеу. Урал-алтай телдәренең оҡшаш морфологик уҙенсәлек-тәрен тикшереу.
УРАЛАНЫУ (уралан-) (Р: увиваться; И.: gyrate; T: ortalıkta dolanmak) ҡ.
Ситкә китмәй эргәлә йөрөү, уралыу. □ Увиваться, крутиться, вертеться возле кого, чего. Ураланып йөрөу. Аяҡ аҫтында ураланыу. Көсөк хужаһының аяҡ аҫтында ураланды. Я һарыбай, бая малайҙарҙан
149