Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 150


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРАЛА-ҺАРЫЛЫУ
айырылып, туғай буйында тороп ҡалғас, шул тирәлә ураланды ла яр буйҙарын еҫкәш-тереп китеп барҙы. Р. Байбулатов. Егет тирәһендә етен сәсле бер ҡыҙ уралана. Н. Мусин.
УРАЛА-ҺАРЫЛЫУ (урала-һарыл-) ҡ. ҡар. ураланыу. Урала-Һарыла йөрөй. Урала-һарыла ҡойроҡ болғап китә. ■ Тирә-яҡтың иң сая егеттәре, бал тәпәненә ябырылған һағыҙаҡ һымаҡ, беҙҙең [Кендек йәшәгән урамға] тирәгә һырыла. Урала-Һарыла ла һемәйеп ҡайтып китә. М. Кәрим.
УРАЛҒЫЛАУ (уралғыла-) ҡ. ҡар. ураланыу. Даулап уралғылай. Тыпырсынып уралғыланы. М Рауза тәҙрә янында уралғыланы: китергә ваҡыт еткәндер. Ә. Бикчәнтәев. Әхтәри ҙә өйҙә оҙаҡ уралғыламаны, уҙ йомошо менән сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
УРАЛДЫРЫУ (уралдыр-) (Р: обволакивать; И.: envelope, hold (around); T.: örtmek) ҡ.
1. Тирәләй уратып, нимәгәлер сырмалтыу, солғандырыу. □ Обволакивать. ■ Алыҫтан саңдарын куккә уралдырып,.. көймәгә пар ат еккән, йән-фарман килгән берәу куренде. Ғ. Ибраһим-Ҡыпсаҡ.
2. Эргәлә әйләнгеләргә мөмкинлек биреү, уралырға юл ҡуйыу. □ Держать возле себя, рядом с собой кого-л. Этен эргәһендә уралдырҙы. Бала-сағаны әурәтеп гел эргәһендә уралдыра.
УРАЛ ТЕЛДӘРЕ (Р: уральские языки; И.: Uralic languages; T.: Ural dilleri) и. лингв.
Самодий һәм фин-уғыр ҡәрҙәш телдәрен үҙ эсенә алған телдәр төркөмө. □ Уральские языки. Урал телдәренең сағыштырма грамматикаһы. Урал телдәре буйынса махсус курс. Урал телдәренең морфологик уҙенсә-лектәре.
УРАЛТЫУ (уралт-) (Р: накручивать; И.: wind round; T.: dolamak) ҡ.
1. Нимәнеңдер өҫтөнән йәки тирәһенән әйләндерелеп алыу. □ Накручивать, наматывать на что-л. Уралтып ҡуйыу. Уралтып тороу. Ныҡлап шаҡарып уралтыу. ■ Торсонбай ҡапыл алға ташлана һәм беренсе булып Алдарҙың биленә һөлгөһөн уралта. Н. Мусин.
2. Дүңгәләк-дүңгәләк итеп бөгәрләү.
□ Закручивать. Йылы ҡояш нурҙарына туҙбаш йылан һығылма кәуҙәһен уралтып ҡыҙынып ята. Дилбегәне ҡулына ныҡлап уралтып тотҡан. Арҡанды беләгенә уралтып алған. ■ Кыҫығыраҡ куҙле ҡырғыҙ егете ҡыл ҡушып ишелгән ҡороғон алып, уралтып, тикшереп сыҡты ла ҡулында һәлмәкләп ҡараны. И. Ғиззәтуллин. Абайлап баҡһа, Әбелхәйәт тирәләй әшәуәтһеҙ кәуҙәһен, ҡойроғон уралтып, аждаһа ятмаһынмы! Ғ. Хөсәйенов.
3. Тирә яҡтан әйләндереү, эргә-тирәләй солғау. □ Обволакивать, окутывать. Ағастарға бәҫ ҡунған, бар донъяны сихри сер уралтҡан. ■ Ағиҙел туғайын бөҙрә әрәмәлектәр уралтҡан. Н. Мусин. Тау тубәһен болот уралтһа, оҙайлы ямғырҙар көтөлә. Һынамыш.
4. ҡар. уратыу 5. Әйтер һуҙен уралтып килтереп әйтеп ҡуйҙы. Һуҙҙең асылын әйтмәй уралтып йөрөнө. М Алтынбайҙың ағаһы һуҙҙе һаман шул бер тирәлә уралтты.
3. Ураҡсин.
УРАЛЫУ I (урал-) (Р: наматываться, накручиваться на что-л:, И.: wind up; T: dolanmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер өҫтөнән йәки тирәләй әйләндерелеп, ҡат-ҡат сырмалыу. □ Наматываться, накручиваться на что-л. // Наматывание, накручивание. Сепрәккә уралған нәмә. Сурегә аҡ еп уралған. Бау бик ҡаты уралған ине. м Элгескә тимерсыбыҡ уралып бөткәйне. Р. Низамов.
2. Дүңгәләк-дүңгәләк булып бөгәрләнеү.
□ Обвиваться, сворачиваться. Тау битлә-уендә әллә нисәмә йылан уралып ята. ■ Шул кулдә бер аждаһа бар, ти. Етегә уралып ята, ти. Әкиәттән. Ерҙә уралып ятҡан нур таҫмаһы ҡабаттан ябай йукә арҡанға әйләнә. М. Кәрим.
3. Төрлө-төрлө яҡҡа боролоу; бормаланыу. □ Виться, изгибаться. Тау битләуенән тар ғына һуҡмаҡ уралып уҙа. И Уралып-уралып аға Уралдағы йылғалар. Халыҡ йырынан. Ауыл янынан һирәк кенә уралып йылға аға. С. Агиш. Уйҙары уны [Әхтәмде] аҡыл етмәҫ йыраҡ тыуған ауылына, балалыҡ
150