УРАМ
йылдарына, зәңгәр таҫма булып уралып ятҡан Ҡаҙаяҡ буйҙарына алып китте. Ә. Хәкимов.
4. Буталып хәрәкәткә ҡамасаулау; сырмалыу. □ Запутываться в чём-л. Оҙон итәк аяҡҡа урала. Ҡондоҙ ауға эләгеп уралған. Кәзә арҡанына уралып бөткән. М Атлауы ла ҡыйын ғына — оҙон улән аяҡҡа урала. Н. Мусин. • Арҡандағы ат ҡаҙығына уралыр. Мәҡәл.
5. кусм. Тирәләй уратып, нимәгәлер сырмалыу, солғаныу. □ Обволакивать, окутывать. Урман араһына инеп, һәр ағас төбөнә уралып томан тарала. ■ Ҡуйы буран эсенә төн ҡараңғылығы инеп урала башланы. С. Агиш. Болот иһә тирәк өҫтөндә уралды ла шәп-шәп кусәлә башланы. Б. Ноғоманов.
6. Ҡырға китмәй, яҡында әйләнгеләү; ураланыу. □ Крутиться, путаться. Аяҡ аҫтында уралыу. Эт бер аҙ ишек алдында уралды ла ояһына инеп ятты. ■ Кәзә көндөҙөн ишек алдында урала, кисен фермаға китә. С. Кулибай. Ике-өс малай арба тирәһендә уралып йөрөй. Б. Бикбай. Бала-саға тәгәрмәс тирәһендә урала. С. Агиш.
7. кусм. Оҙаҡ ҡына иҫтән, баштан сыҡмай тороу (уй, һуҙ һ. б. ҡарата). □ Вертеться, крутиться. Бер ук уй башымда урала. Әйткән һуҙе иҫтән сыҡмай башта уралды. ■ Уйҙарым гел шул тирәлә уралды. Ш. Бикҡол. Әле лә уның [Фатиманың] уйҙары шул соморой малай тирәһендә уралды. Ж. Кейекбаев. Ҡорҙаштарҙың һуҙе гел бер тирәлә уралды. Н. Мусин.
УРАЛЫУ II (урал-) (Р.: заболеть; И.: fall ill; T: hastalanmak) ҡ. диал. ҡар. һабышыу.
Ниндәйҙер ауырыуға бирешеү. □ Заболеть. Сиргә уралыу. Йоғошло ауырыуға уралып йөрөй.
УРАЛЫШЫУ (уралыш ) ҡ. урт. ҡар. уралыу 4, 5. взаимн. от уралыу 4, 5. Ҡаҙ бәпкәләре аяҡ аҫтында уралыша башланы. Тау тубәһен ҡаплап, өйкөм-өйкөм болоттар у р алышты.
УРАМ I (Р: улица; И.: street; T.: sokak) и.
1. Кеше йәшәгән урында үтеп йөрөү өсөн ике буй булып теҙелеп ултырған өйҙәр аралығы һәм уртаһынан шундай юл үткән
йәнәшә өйҙәрҙең ике рәте. □ Улица. / Уличный. Урам уртаһы. Артҡы урамға сығыу. Оло урам аша уткән юл. Ҡала урамындағы хәрәкәт. Урам буйында уйнаған бала-саға. М Орудие таратҡан аттар урам буйлап сабып киттеләр. Ә. Байрамов. Йылғаның уң яҡ ярындағы урам Тау урамы тип атала. И. Абдуллин.
2. диал. Өй янындағы кәртәләп алынған майҙан, ишек алды. □ Двор. / Дворовый. Урамды һепереу. Урамды бәпкә уләне баҫҡан. Урамға кереу. ■ Тып-тын урам эсендә ләңкелдәп эт өрөп ҡуйҙы, һәм яңынан — яманһыу тынлыҡ. А. Абдуллин. [Илдар] телевизор ҡарап ҡына ултыра ине, ҡапыл урам ҡапҡаһы шығырлап асылды. Р. Байбулатов. Ҡыҙрастың һайрауына урамда ем супләп йөрөгән сыбар тауыҡ та ҡушылды. 3. Биишева.
♦ Урам тапау (йәки ҡыҙырыу) урам буйлап маҡсатһыҙ йөрөү. □ Шляться по улице. Урам тапап ҡайтып керҙе. Урам ҡыҙырып, ләстит йыйып йөрөй. Урам тулы бик күп (йыйылған, тупланған халыҡҡа ҡарата). □ Очень много. ■ Урам тулы аҡ билеттар, онотолған эштәре, ҡайғырышып кәңәшәләр, ап-аҡ булған төҫтәре. Бәйеттән. Урамға сығарып ташлау эштән ҡыуып, йәшәү сараларынан мәхрүм итеү, аслыҡ, ҡытлыҡҡа дусар итеү. □ Выбросить на улицу. М [Рауза — Сәхибәгә:] Тормош миңә тиҫкәре ҡарап, урамға сығарып ташланғанмын икән, шунан бер йылы мөйөш табырға тейешле булдым. Ғ. Хәйри. Урамға һыймаҫтай булыу нимәгәлер артыҡ маҡтанып, ирәйгән төҫ күрһәтеү. □ Хвастаться, возомнить о себе, возгордиться, чувствовать себя свободно, непринуждённо. Я Элек бит [Гәрәй] урамға һыймаҫтай булып бара торғайны, хәҙер бына, уғры һымаҡ, арт ҡапҡанан ҡасып-боҫоп ҡына йөрөй. Б. Бикбай.
УРАМ II [монг.] (Р: родовое подразделение; И.: tribal unit; T.: soy) и. тар.
Ырыу эсенә ингән бәләкәйерәк туғандаш төркөм; түбә, аймаҡ. □ Родовое подразделение. Ҡатайҙар урамы. Кәлсерҙәр урамы. Кумрыҡтар урамы.
151