УРАМА
УРАМА (Р.: обмотка; И.: winding; Т.: sarma) и.
1. электр. Электр машинаһында, трансформаторҙа һ. б. ток үтеп, магнит майҙаны барлыҡҡа килтерә торған сымдар системаһы. □ Обмотка. Ротор урамаһы. Өсмөйөшләп ялғанған беренсел урама. Трансформатор урамаһы.
2. кул. Йоҡа итеп йәйелгән ҡамыр эсенә ваҡ ҡына туралған ит, бәрәңге, һуған йә үткәрелгән ит һалып урап, парҙа бешерелгән ризыҡ. □ Урама (мясное блюдо на пару). Ураманы өлөштәргә булеу. Урама өсөн ҡамыр йәйеу. Урама эслеге.
3. ҡар. төргәк 3. ■ [Сәйфелмөлөк] тоҡсайына ике-өс көнлөк аҙыҡтан тыш Ҡөрьән, бер урама таҙа ҡағыҙ, ҡара һауыты һалды, ҡулына оҙон таяҡ тотто. Ә. Хәкимов.
4. диал. ҡар. таҫтар 1. Урама ябынған ағинәйҙәр. Урама осон нағышлап ҡайыу. Борон йәйге селләлә аҡ туҡыманан урама ябынғандар.
5. ҡар. сәллә. Я Тынлыҡты Рахманбирҙе-нең, ҡулын кутәреп, сәлләһенең урамаһына тығылыуы ғына боҙғандай булды. Б. Хәсән.
УРАМАЛ (Р.: платок; И.: kerchief; Т.: başörtü) и. диал. ҡар. яулыҡ.
1. Ҡатын-ҡыҙҙың дүрткел йоҡа баш бәйләмесе. □ Платок. Кешмир урамал. Ебәк урамал. Урамал ябыныу. И Баштарына йыйнаҡ итеп кук урамал ураған киленсәктәр һөт бешерә, эремсек ҡайната. А. Таһиров. Баштарына аҡ урамал һарыған ҡаҙаҡ киленсәктәре, өрпәк һарыған ҡарсыҡтар курен-геләй. Ғ. Ибраһимов. Алтынбай, һиҫкәнеп китеп, башын кутәрҙе: эйәр өҫтөндә аҡ ураманың бер осон алға, бер осон артҡа ташлаған йәш ҡыҙ йылмайып ултыра ине.
3. Ураҡсин.
2. диал. ҡар. таҫтар. Ебәк урамал. Биҙәкле урамал. Урамал ябынып йөрөу.
3. ҡар. таҫтамал. Ике яҡ осо сигелгән урамал. Ҡыҙыл башлы урамал. Боронғо киндер урамал.
УРАМБАҠСА (Р: огород; И.: vegetable garden; T: bostan) и. диал.
Картуф сәсә торған баҡса. □ Огород. Урамбаҡсаны утау. Урамбаҡсаны ашлау. Урамбаҡсаны һөрҙөрөп тырматыу.
УРАМ КҮПЕРЕ (Р: пол крытой части двора; И.: yard flooring; T: avlu döşemesi) и. диал.
Урамдың (I, 2) ҡайһы бер өлөштәренә йәйелгән иҙәне. □ Пол крытой части двора. Урам куперен һепереу. Урам куперен буяу. Эт урам купере өҫтөнә менеп ятҡан.
УРАМ КӘРТӘ и. диал. ҡар. урам I, 2. Урам кәртә эсендә бала-саға уйнап ултыра. Урам кәртәһе тулы ҡош-ҡорт аҫрау.
УРАМ САТЫ (Р: перекрёсток; И.: crossroads, crossing; T: çat) и.
Юл саты, сатлыҡ, айырма. □ Перекрёсток, развилина, развилка. Урам сатында туҡтап тороу. ■ Гузәл урам сатында айырылып ҡалғас, бергә атлаған Наил Әлмираға уте-несен әйтте. Р. Байбулатов.
УРАМ ҮЛӘНЕ (Р: горец птичий; И.: common knotgrass; T.: kuşekmeği) и. бот.
Тапалған ерҙә үҫә торған ваҡ ҡына япраҡлы ҡыҫҡа үлән; ҡаҙ үләне, бәпкә үләне. □ Горец птичий, спорыш, птичья гречиха (лат. Polygonum acicular е). Ишек алдын урам уләне баҫҡан. Ысыҡ төшкән урам уләнен кисеп йөрөу. Урам уләне хәтфә балаҫтай купереп уҫкән.
УРАМ ХУЖАҺЫ (Р: дух двора; И.: spirit of the yard; T: Avlu iyesi) и. миф.
Урамды, йорт-ҡураны һаҡлаусы эйә; урам эйәһе. □ Дух улицы, двора. Урам хужаһы куҙгә салынды. М Урам хужаһы ҡара көсөк булып куренде. «Башҡорт мифологияһы»-нан.
УРАМ ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. урам хужаһы. Урам эйәһе бар. Урам эйәһе сит кешене бик яратмай. ■ Урам эйәһен асыуландырһаң, мал-тыуар тынысһыҙлана. Экспедиция материалдарынан.
УРАМ ЭСЕ и. диал. ҡар. урам I, 2. Урам эсен һепереу. Урам эсенә инә торған ҡапҡа. Урам эсенә машинаны индереп ҡуйыу.
УРАН I [гр. uranium} (Р: уран; И.: uranium; T: uranyum) и. хим.
Радиоактив химик элемент, йылтыр аҡ металл. □ Уран (химический элемент). /
152