УРАТМАЛЫ КҮМӘС
Урановый. Уран рудаһы. Тәбиғи уран. Көкөртлө уран. ■ Берәүҙәр уран рудаһы сығарҙы, икенселәре атом бомбалары склады төҙөнө. «Йәшлек», 29 апрель 2010.
УРАН II (Р.: название башкирского рода; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского рода. Уран ырыуы. Уран ырыуы аймаҡтары — ар, болғайыр, албүре. Уран ырыуының ҡошо — торна. Н Күҙәйҙәр уран иленә йомош менән китеп баралар икән. Ғ. Ибраһимов.
УРАН III [лат. Uranus} (Р.: Уран; И.: Uranus; Т.: Uranus) и. астр.
(баш хәреф менән) Ҡояш системаһында Ҡояштан иҫәпләгәндә етенсе торған планета. □ Уран. Уран планетаһы. Уран планетаһын тикшереү. Уран тураһындағы яңы мәғлүмәттәр.
УРАНҒЫЛАУ (уранғыла-) (Р: околачиваться; И.: lounge about, hang around; T.: gezinmek) ҡ.
Бер тирәнән китмәй уралыу. □ Околачиваться, крутиться. Магазин тирәһендә уранғылау. Ишек алдында уранғылау. Бесәй аяҡ аҫтында уранғылап йөрөп ала. ■ Бер аҙҙан инде нефтселәр, хәлдән килгәнсә кейенешеп, яһанышып, ағас склад тирәһендә уранғылай ҙа башланылар. 3. Биишева. Тиҙ генә фатирына ҡайтып китергә ашыҡманы ул [Мәхмүт], машинаһының эргәһендә эш тапҡан булып уранғыланы. Ш. Янбаев.
УРАНҒЫУ (уранғы-) ҡ. диал. ҡар. уранғылау. Күҙ алдымда уранғыма! Быҙау ҡапҡа төбөндә уранғый.
УРАНДЫРЫУ (урандыр-) (Р.: закутывать кого-л:, И.: wrap smb up; T.: sarmak) ҡ.
Уранырға булышлыҡ итеү. П Закутывать кого-л. Баланы урандырыу. Урандырып ултыртыу. Йүргәккә урандырып һалыу. ■ Көн яҙға тартым йылы булыуға ҡарамаҫтан, [Мәүлиә менән Яппар] ҡарсыҡты толопҡа урандырып ултырттылар. С. Агиш.
УРАНЫУ (уран-) ҡ. ҡайт. ҡар. урау. возвр. от урау. Мамыҡ юрғанға ураныу. Уранып ятыу. Дебет шәлгә уранып йөрөү. ■ Азат, септәгә уранып алғас, тап баҡса
ҡарасҡыһы булды ла ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев. Ихсанбай толобона нығыраҡ уранды. Т. Ғарипова.
УРАҢЛАУ (ураңла-) ҡ. диал. ҡар. уранғылау. Тоҙаҡҡа эләккән болан янында болан балаһы урацлай.
УРАСА (Р: ураса; И.: Yakut yurt; T.: Yakutların çadırı) и.
Яҡуттарҙың йәйгеһен йәшәү өсөн конус формаһында төҙөлгән ҡыуышы. □ Ураса (тип старого летнего жилища якутов). Ураса бағанаһы. Бағаналарҙан төҙөлгән ураса өҫтөн ҡайын туйыҙы менән ябалар.
УРАТА (Р: окружность, округа; И.: neighbourhood; T.: çevre) и.
1. Нимәнелер әйләндереп алған шартлы һыҙыҡ, билдәле ваҡыт; әйләнә. □ Окружность. Өйҙөң уратаһы. Каланың уратаһы ҡырҡ саҡрым. Географик урата. ■ Был етен кеүек һары бөҙрә сәсле, һипкелле йөҙлө, теремек егет Ташлыла тыуып үҫкән, йыл уратаһына урман ҡырҡа ла ағас сығара. 3. Ураҡсин.
2. Әйләндереп, уратып алған тирә-яҡ; әйләнә-тирә. □ Округа, окрестность. Ауылдың уратаһы урман, күлдәр. Тирә-яҡ уратала берҙән-бер сыптағай ултыра. М [Кинйә:] Мин йәйләү уратаһына күҙ һалып керәйем. Ғ. Ибраһимов.
УРАТМА I (Р: изгородь; И.: fence; T.: çit) и. диал. ҡар. кәртә 2.
Ниндәйҙер урынды уратып алыу өсөн тотолған кәртә. □ Изгородь, ограда. Уратма тотоу. Уратманы яңыртыу. Уратманы нығытыу.
УРАТМА II (Р: рулет; И.: sort of Bashkir pastry; T.: börek) и. диал.
Йәйелгән ҡамыр өҫтөнә иҙелгән картуф һалып, төрөп бешерелгән ҡамыр ашы. □ Рулет (с начинкой из картофельного пюре). Уратмаға ҡамыр йәйеү. Табынға эҫе уратма ултырттылар.
УРАТМАЛЫ КҮМӘС (Р: рулетик из слоёного теста; И.: kind of Bashkir pastry; T.: börek) и. диал.
Ҡатламалы ҡамырҙан бешерелгән ҡамыр ашы. □ Рулетик из слоёного теста. Урат-
153