УРАТЫЛЫУ
малы кумәс өсөн ҡамыр баҫыу. Уратпмалы кумәсте табаға теҙеу.
УРАТЫЛЫУ (уратыл-) ҡ. төш. ҡар. уратыу, страд, от уратыу. Элекке һалам башлы, ситән менән уратылған өйҙәр. ■ Таш ҡоймалар менән уратылған нығытмала хан йәшәгән. Б. Вәлид.
УРАТЫМ (Р.: захват; И.: capture; T.: aralık) и.
1. Бесән, иген эше башҡарғанда бер кеше иңләп барған аралыҡ, ал. □ Захват (при жатве или косьбе вручную). Бер уратым сабыу. Уратымды бөтөрөп туҡтау. Алған уратымды тамамлау.
2. ҡар. урата 2. ■ Йөҙшишмә ауылы былай ҙа тауҙар уратымында ята. Д. Бүләков.
УРАТЫП АЛЫУ (Р.: магический способ отгона нечистой силы; И.: magical way to do witchcraft; T.: şeytanı kovma usulü) ҡ. миф.
Ҡара көстө ҡыуыу ысулы. □ Магический способ отгона нечистой силы. М Бала башын тотмаһа, уның башынан, муйынынан ҡыҙҙырылған тимер әйбер уратып алып ергә кумеу ысулы менән имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УРАТЫУ (урат-) (Р: огораживать; И.: fence in, off; T.: çitle çevirmek) ҡ.
1. Тирә-яҡтан әйләндереү, тирәләй солғау. □ Огораживать, ограждать. // Ограждение. Сабынлыҡты уратыу. Кәбәнде ҡышҡылыҡҡа арҡыры кәртә менән уратып ҡалдырыу. Уратып бәйләу. Профнастил кәртә менән уратыу. Өҫтәл тирәләй уратып ултырыу.
2. Ниндәйҙер кешенең, нәмәнең тирәһендә күпләп йыйылыу. □ Окружать. // Окружение. М Йыйылыш ябылды тигәс, халыҡ Бикбулат менән Зөлхизәне уратып алды. С. Агиш. Иптәштәре мыйыҡлы һалдатты уратып алды. Ғ. Аллаяров.
3. Ҡамауға алыу; ҡамау. □ Окружать, оцеплять, блокировать. // Окружение, блокада. Уратып алғандар. ■ [Дружинник:] Кәжән заводына барырлыҡ тугел. Уны казактар уратҡан. Я. Хамматов. Ярты сәғәт уттеме, юҡмы, лагерҙы ҡораллы һалдаттар уратып алды. Ә. Хәкимов. Әсфәндиәрҙең бөгөнгөләй хәтерендә, [һундар] ҡапыл килеп
ураттылар, ҡорал ташлаттылар, ҡыуып алып киттеләр. Б. Рафиҡов.
4. Өҫтөнә бармай, ситтән әйләнеү; урап үтеү. □ Обходить, объезжать, огибать, һаҙлыҡтың упҡынлы ерен уратып утеу. Уратып уҙыу. Юл ҡая ситенән уратып һалынған. М Юл был ташты уратып утә икән. Әкиәттән. Төп көс иҫәпләнгән Йәнбулатов полкы Берёзовканы уратып утте. Р. Солтангәрәев.
5. кусм. Төп әйтә торғанды икенсе бер нәмәнән башлау. □ Говорить иносказательно, намёками. Уратып һөйләу. Уратып яуап биреу. Уратып һуҙ башлау. ■ Беҙҙең халыҡ бит ул шулай тура бәреп тугел, алыҫтан, уратып килтереп һуҡтырырға ярата.
3. Биишева.
УРАУ I (ура-) (Р: мотать; И.: wind, reel; T: sarmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер өҫтөнән йәки тирәләй әйләндерел, ҡат-ҡат тартып йөрөтөү; сырмау. □ Мотать, наматывать, обматывать, накручивать. // Наматывание, обматывание. Су-регә ҡара еп урау. Арҡанды урап ҡуйыу. Орсоҡҡа йөн урау. ■ [Толпар:] Өс ҡылымдың береһен балдаҡ кеуек итеп бармағыңа урап ал. Әкиәттән. [Горн] салбар кеҫәһенән кеҫә фонары алып, ҡағыҙ таҫманы уға ураны. X. Мохтар.
2. Тирәләй йөрөтөп ҡаплап бәйләү. □ Завязывать, повязывать. Башҡа шәл урау. Муйынға шарф урау. Кулды бинт менән урау. М Әлфиә тиҙ генә курткаһын һалды, тоғонан косынкаһын алып, яраһын ураны. И. Абдуллин. Вәсим кулдәген сисеп башына сәллә итеп ураны. Д. Бүләков.
3. Тирәләй әйләндерел, тотош кәпләү; төрөү. □ Закутывать, укутывать. // Закутывание, укутывание. Баланы юрғанға урау. ■ һыуһылыу Заятуләкте .. ебәк һымаҡ йомшаҡ толомо менән урай ҙа Асылыкул төбөнә алып төшөп китә. «Заятүләк менән һыуһылыу». Сәлиха йәш сабыйын ураны, уҡалы еләнен кейҙе. Ж. Кейекбаев.
4. Нимәгәлер һалып төрөү. □ Заворачивать, завёртывать, обёртывать, упаковывать. // Заворачивание, завёртывание, обёртывание, упаковка. Буләкте матур ҡағыҙға урап биреу. Китапты гәзиткә урау. ■ Каҙаҡ
154