Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 155


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРАУЫС
егете, атының алдындағы бесәнен йунәтеп, Истебай янына килеп ултырып, тәмәке ураны. Һ. Дәүләтшина.
5. Тирәләй әйләнеп йөрөү. □ Обходить, объезжать. // Обход, объезд. Урмансы уҙ биләмәһен көн дә урап сыға. ■ Боғаҙаҡҡай кулде өс ураным. Халыҡ йырынан. Сәуәних тәҙрә эргәһенән бер-ике тапҡыр урауға, ул ҡыҙ тағы ла килеп етте. Р. Ғабдрахманов.
6. Тотош ҡыҙырыу, йөрөп әйләнеү.
□ Пройтись. Урап ҡайтыу. Тирә-яҡты урап килеу. Ауылдың тирә-яғын урап әйләнеу. ■ Башҡортостан ерҙәрен беҙ йөрөргә булдыҡ урап. Р. Ниғмәти. Ваҡ ҡына аҙымдар менән ул [Хәлил] был араны ете ҡат ураны. Ә. Бикчәнтәев.
7. Барып, кире әйләнеү. □ Поехать и вернуться. Урап килеу. Урап ҡайтыу. Төшкә тиклем урап ҡайтыу. Ниәте менән район уҙәген бер көндә урап ҡайтыу. ■ [Таня — Фәнисәгә:] Бер генә көнгә Мәскәугә, әхирәтемә барып ураным. Р. Камал. Ғәли өйгә керҙе, тағы йортҡа сыҡты, бер нисә тапҡыр баҡсаға барып ураны. Ғ. Лоҡманов.
8. Тураға тартмай, ҡайҙандыр ҡырҙан, ситтән әйләнеү. □ Обходить, объезжать. // Обход, объезд. Урман ситенән урап барыу. Йылға ситенән урап ҡайтыу. Киеву аша тураға сыҡмай, куперҙән урап йөрөу. ■ Төлкө кешенең еҫен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп килә лә ҡапҡанды урап китә лә бара. М. Тажи. Ике ҡаланы бер бейек тау булеп тора, ти. Ике ҡала кешеләре бер-береһенә әллә ни тиклем ер урап йөрөй, ти. Әкиәттән. Гузәлдең мотоциклы оҙон баҫыу аша утеп, Аййылға куперенә барып ураны ла, арғы яҡҡа сыҡҡас, туғай буйлап тура Мөхәббәт әрәмәлегенә осто. И. Ғиззәтуллин.
9. ҡар. уратыу 1. Ҡойма менән урау. Кәртә менән урау. Ситән менән урап ҡуйыу.
10. диал. ҡар. һарыу. Бал ҡорттарының кусе ҡойма башын ураған. Кус һарыуысҡа ҡунмай, муйыл ботағын ураған. Ҡоторған кустең уҙ хужаһын ураған осраҡтары ла бар.
♦ Ураған һайын йыш, әйләнгән һайын.
□ Очень часто, на каждом шагу. Ураған
һайын бер хәбәр һөйләй. Ураған һайын иҫкә төшөрөп тора.
УРАУ II (Р: объездной; И.: by-way; T: yan yol) с.
1. Тураға тартмай, ҡырҙан, алыҫтан әйләнеп йөрөмәле. □ Объездной, круговой. Урау һуҡмаҡ. М Әле бик иртә булғанлыҡтан, Зилара урау юл һайланы. X. Зарипов. [Сөнәғәт:] Ҡыҙыл Мәсет яҡлап ҡайтҡайныҡ та, унан бик урау юл. Бынан тураға .. сыға торған юл бар, тинеләр. Ж. Кейекбаев. Рамғун Зилбәрҙе яугир ҡыҙҙары менән урау юлдан Ҡугиҙел тамағына ебәрҙе. 3. Ураҡсин. • Урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы. Әйтем.
2. Йыраҡ, алыҫ, оҙаҡ. □ Далёкий, долгий. М Еңеллек менән генә аҡса эшләп ҡайтырға тип сығып киткән Саматтың юлдары урау булып сыҡты. Ф. Чанышева.
УРАУ III (Р: поворот; И.: turn, bend; T.: dönüş) и. һөйл. ҡар. бөгөл.
Юлдың боролған урыны; боролош. □ Поворот. Урауҙы утеу. Урауға еткәс, туҡтап тороу. ■ Йөклө арба урамдан барып, урауҙан боролоп килеп сыҡҡансы, тураға килеусе малайҙар куптән баҫыу кәртәһе аръяғында ине инде. И. Ғиззәтуллин.
УРАУЛЫ (Р: обвёрнутый; И.: wound up; wrapped up in smth\ T: örtülü) c.
Урап ҡуйыулы, төрөүле. □ Обвёрнутый, укутанный, обмотанный. Ураулы бала. Ураулы сым. М Юрий Иванович сәхнә мөйөшөндә ураулы торған байраҡҡа оронманы. Н. Мусин. Сумар биленә ураулы ҡыл арҡанды өшкөрә-өшкөрә тағатып ергә төшөрҙө. Б. Рафиҡов. Хәкимйән, ашығып тороп, ауыр еҫ һеңгән сепрәккә ураулы сабыйҙы ҡарттарҙың алдына килтереп һалды. Я. Хамматов. [Биктимер:] Уң итегемдең табанында аҡ ҡулъяулыҡҡа ураулы ҡыҙыл һаплы бәке булыр. Әкиәттән.
УРАУЫС I (Р: портянка; И.: puttee; Т.: çorap yerine ayağa dolanan kumaş parçası) u.
1. Аяҡ кейеме эсенән аяҡҡа урай торған сепрәк. □ Портянка. / Портяночный, һалдат урауыстары. Кирза итек эсенән урауыс урау. Урауыстарҙы киптереп алыу. ■ Билал аяҡтарындағы ботинка баштарына, балты-
155