УРАУЫС
рындағы һары буҫтау урауыстарына ҡарап ҡуйҙы. А. Таһиров.
2. Нимәнелер урай торған ҡулайлама.
□ Обмотка, закрутка. Трансформатор урауысы.
УРАУЫС II (Р.: пришва; И.: bobbin; Т.: makara) и. туҡ.
Туҡыу станогында һуҡҡан киндерҙе, балаҫты урап бара торған ағас таяҡ; борғоса.
□ Пришва. Станок урауысы.
УРАЦИЛ [гр. иг(оп) ‘бәүел’ + лат. ace(tum) ‘һеркә’] (Р: урацил; И.: uracil; Т: uracil) и. хим.
1. Энә һымаҡ кристалдарҙан торған аҡ порошок. □ Урацил. Урацил эҫе һыуҙа эрей. Урацилдың моляр массаһы 112.
2. Барлыҡ тере күҙәнәктәрҙең PH К составында була торған генетик матдә.
□ Урацил (пиримидиновое основание, присутствующее во всех живых клетках в составе РНК). Урацил рибонуклеин кислота составында була. Урацил, аденин менән бер парҙы тәшкил итеп, РНК молекулаһы составына инә.
УРАШЫУ (ураш-) ҡ. урт. ҡар. урау. взаимн. от урау. Аяҡланған йөндө йомғаҡҡа урашыу. Урашып тороу. Яраһын бинт менән урашыу.
УРБАНИЗАЦИЯ [лат. urbanus] (Р: урбанизация; И.: urbanization; T: kentleşme) и.
Ҡалалашыу, ҡалаға күсеп йәшәүселәрҙең һаны артыу күренеше. □ Урбанизация. Урбанизацияның кире һәм ыңғай яҡтары. Урбанизация куренеше. Рәсәйҙә урбанизация кимәле юғары. М Һәр хәлдә, комфортҡа, әйтәйек, газлы, йылы һыулы, бәҙрәфле фатирға ынтылыштың урбанизацияға булышлыҡ итеуен инҡар итә алмайбыҙ. Ә. Үтәбай. XX быуатты башҡорт халҡының урбанизация йоғонтоһона бирелеу, йәғни ауылдарҙан ҡалаларға кусеу осоро, тип атарға була. «Киске Өфө», № 18, 2010. Ни өсөн тигәндә, беҙ XXI быуаттың мәғлумәт, интеграция, глобалләшеу, урбанизация быуаты булараҡ, беҙҙең алға ниндәй һынауҙар ҡуйырын әле куҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. «Киске Өфө», № 23, 2009.
УРБАНИЗМ [фр. urbanisme < лат. urbanus ‘ҡала’] (Р.: урбанизм; И.: urbanism; Т: kentçilik) и.
1. Ҙур ҡалалар төҙөлөшөн планлаштырған архитектура йүнәлеше. □ Урбанизм.
2. Ҙур ҡалалар тормошон һүрәтләгән сәнғәт һәм әҙәбиәт йүнәлеше. □ Урбанизм. Урбанизм йунәлешендә һурәт төшөрөу. Урбанизм йунәлешендәге картиналар.
УРБАНИСТ (урбанисы) [рус.] (Р: урбанист; И.: urban specialist; T: kentçilik taraf-darı) u.
Урбанизм яҡлы кеше. □ Урбанист. Урба-нистар ҡарашы. Урбанист булыу. Урбанисҡа әйләнеу.
УРБАНИСТИК (Р: урбанистический; И.: urbanistic; T: kentçilik ile ilgili) c.
Урбанизмға нигеҙләнгән, урбанизмға бәйле. □ Урбанистический. Урбанистик ҡараш тыуҙырыу. Урбанистик позиция. Урбанис-тик ижад.
УРБАНИСТИКА [лат. urbanus] (Р: урбанистика; И.: urbanistics; T.: şehirleştirme) и.
Ҡала үҙәктәренең проблемаларын, уларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнеүсе иҡтисади география фәне бүлеге. □ Урбанистика. Урбанистика булеге. Урбанистиканың төп мәсьәләләре. Урбанистика маҡсаты.
УРҒАНТӨП (урғантөбө) (Р: стерня, жнивьё; И.: stubble; T.: anız) и. диал. ҡар. ҡамыл.
Игенде урғас, төбөндә ултырып ҡалған һабағы. □ Стерня, жнивьё. Баҫыуҙа урған-төп кенә ҡалған. Урғантөп араһы. ■ Урған-төп араһына һибелеп ҡалған бойҙай бөртөктәре супләп ашап, аслыҡты баҫып уҫтек. Экспедиция материалдарынан.
УРҒУЯН (Р: заяц-русак; И.: brown hare, lepus; T.: bayağı tavşan) и. зоол.
Ҡалҡыуыраҡ ерҙә йөрөй торған, һырт буйы һорғолт эре ҡуян. □ Заяц-русак (лат. Lepus europaeus). Урғуянға һунар итеу. Урғуян ҡыуыу. Урғуян балалары. ■ Донъя беҙгә ҡалды, тигән һымаҡ маҡтанғандай, ҡыҫҡа ҡойроҡтарын болғай-болғай сабыусы урғуяндар куренгеләп ҡала. Д. Исламов. Кургәне юҡ бер әҙәм уның һымаҡ юрғаны:
156