УРҒЫТЫУ
ҡолағына ҡараһаң, урғуяны торғаны. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
УРҒЫЛ (Р.: ухабистый; И.: bumpy, rough; T.: çukurlu) с.
Ваҡ-ваҡ ҡалҡыулығы булған, соҡор-саҡырлы. □ Ухабистый. Урғыл ер. Урғыл урын. М Төйәләҫкәй буйы урғыл-урғыл, урғуяндар ятмаҫ ер тугел. Халыҡ йырынан.
УРҒЫЛДЫРЫУ (урғылдыр-) (Р.: извергать; И.: throw out; disgorge; T.: savurmak) ҡ.
1. Эстән, төптән көс менән атлыҡтырыу; урғытыу, урғылтыу. □ Извергать, выбивать изнутри. Янартау лаваһын урғылдыра. Һыу урғылдырыу. ■ Урғылдырып диңгеҙ тулҡындарын, утеп китте ҡойон көньяҡлап. М. Басыров. Романовтың яңыраҡ төҙөлгән вышкаларҙан тиҙерәк нефть фонтаны урғылдырғыһы килде. А. Таһиров.
2. кусм. Көслө итеп барлыҡҡа килтереү; урғылтыу. □ Извергать, бить изнутри. Йөрәктән моң урғылдырыу. Яҡты, йылы нурҙарын урғылдырып ҡояш ҡалҡа. Шатлыҡ сатҡылары урғылдырып көлә. ■ [Йәркәй] кукрәгенең төбөндә эркелеп ятҡан тетрәткес моң-зарҙарын төрлө яҡҡа урғылдырҙы, оҙаҡ, бик оҙаҡ илһамланып уйнаны. Я. Хамматов.
УРҒЫЛЙЫН (Р.: рытвина; И.: rut, groove; T: çukur) и.
Урғыл-урғыл соҡорло тигеҙһеҙ ер. □ Рытвина, ухаб. / Рытвинный, ухабистый. Урғылйынды урап уҙыу. Урғылйын юл тау аша утә. Урғылйын урам араһы. Я Яҙғы өҙәрем юлдың соҡор-саҡырлы урғылйын таҫмаһы буйлап ҡатҡан мәте киҫәктәренә, эреле-ваҡлы таштарға бәрелеп-һуғылыуҙан туҡтауһыҙ сайҡала-сайҡала, аҫалы көймә килә. И. Ноғ-манов.
УРҒЫЛЙЫТЫУ (урғылйыт-) (Р: извер гать; И.: throw out, erupt; T.: indifa etmek) ҡ.
Ныҡ урғылтыу. □ Извергать, бить с силой. ■ [Һомай]соҡорҙо һыуҙан баҫтырған, урғылйытҡан, таштырған да Зәрҡумды һыуҙа йөҙҙөргән. «Урал батыр». Кулуртлар батыр, ауыҙына кулдәрҙе уртлап, һыуын ҡыҙыу утҡа урғылйытҡан, ти. Әкиәттән.
УРҒЫЛЙЫУ (урғылйы-) (Р: извергаться; И.: throw out, erupt; T: indifa etmek) ҡ.
Ныҡ урғылыу. □ Извергаться, фонтанировать. Һыу урғылйып аға. Һурпа урғылйып ҡайнай. Вулкан лаваһы тирә-яҡҡа урғыл-йый. ■ Баҫым менән этәрелгән ҡеуәтле нефть фонтандары өҫкә урғылйып тора. Ә. Байрамов.
УРҒЫЛТЫУ (урғылт ) ҡ. йөкм. ҡар. урғылыу, понуд. от урғылыу. Фонтан һыуын урғылтып ағыҙыу. Сихри моң урғылтыу. ■ Самауыр торбалары төтөн урғылтты. Т. Ғарипова. Брустверға төшкән мина ҡуйы тупраҡ өйөмөн Мөхәммәтҡазы өҫтөнә урғылтты. Я. Хамматов.
УРҒЫЛЫУ (урғыл-) (Р.: бить ключом; И.: gush forth; T.: indifa etmek) ҡ.
1. Эстән, төптән көс менән атлығып килеп сығыу. □ Бить ключом, извергаться, выбрасываться, выходить. Урғылып ағыу. Урғылып ҡайнау. Урғыла башлау. Мөрйәнән төтөн урғылып сыға. ■ Ҡая аҫтындағы тәрән соҡорҙан урғылып шишмә сыға. Ә. Вахитов. Баҡтиһәң, ағас төбөнән кескәй генә шишмә урғылып ята икән. Р. Байымов. Известняк ваҡтары һыу менән өҫкә урғыла. И. Насыри.
2. кусм. Көслө булып ғәмәлләшеү. □ Клокотать, бурлить, извергаться. Йөрәгенән ҡайнар хистәр урғыла. Куҙҙәренән шатлыҡ нуры урғыла. Аш-Һыу булмәһе тәҙрәһенән тәмле еҫ урғыла. ■ Куңел төбөнән урғылып сыҡҡан моң ине был. Н. Мусин. Фируздең куңелендә Робертҡа ҡарата асыу урғыла ине. Р. Байбулатов.
УРҒЫС (Р: жнейка; И.: reaper, harvester; T.: orak makinesi) и. a. х.
Иген ура торған машина. □ Жнейка, жатка, лобогрейка. Киң алымлы урғыс. Лафетлы урғыс. ■ Ураҡ ваҡыты етте, урғыстар эшләп китте. 3. Биишева. Урғыстың өҫтөндә һуғылмаған һалам усмаһы һәм ике ҡамыт ята ине. И. Абдуллин. Елгәргестәр, урғыстар һәм иң алдынғы урында бесән саба торған косилкалар, бесән йыйғыстар, ҡул тырмалары тора ине. Ғ. Дәүләтшин.
УРҒЫТЫУ (урғыт ) ҡ. йөкм. ҡар. урғыу. понуд. от урғыу. ■ Вулкандар, утлы магма урғытып, яңынан хәрәкәт итә башлай. Д. Бураҡаев. Танкылар утлы осҡондар ҡатыш ҡуйы төтөн урғыта. Я. Хамматов.
157