УРҒЫУ
УРҒЫУ (урғы-) (Р.: извергаться; И.: erupt, be in eruption; T.: püskürmek) ҡ.
1. Эстән, төптән көс менән бәреү; атылыу.
□ Извергаться, бить, бурлить. // Извержение, бурление. Фонтан урғый. Нефть урғып сыға башланы. Урғып тороу. Шлангынан һыу көслө урғый. ■ Ҡапыл һаҫыҡ төтөн урғый башланы. Б. Рафиҡов. Яҡында кескәй генә көмөштәй шишмә лә урғып ята икән. Р. Байбулатов. Ыжғыр дауылда диңгеҙ тулҡынлана, ҡайнай, урғый. И. Насыри.
2. кусм. Көслө булып ғәмәлләшеү; урғылыу. □ Бить, бурлить. Өй эсенән шат ауаздар урғый. Дәртле көй урғый, м Донъяның һәр яғында ла шат йырҙар урғып торһон. А. Игебаев. Әсәлек мөхәббәте урғый, эркеу-ҙәре сигенән таша. Б. Бикбай.
УРДУ (Р: урду; И.: Urdu; Т.: Urdu) и.
Хәҙерге һинд телдәренә ҡараған Паки-стандың дәүләт теле, һиндостандың әҙәби телдәренең береһе. □ Урду (государственный язык Пакистана, один из литературных языков современной Индии). Урду алфавиты. Урду телендәге әҙәбиәт. Урду телендә һөй-ләшеу.
УРҘА I (Р: орда; И.: horde; T.: sürü) и. тар.
1. Төрки һәм монгол халыҡтарында хәрби-административ берекмә. □ Орда (военно-административная организация ).
2. Урта быуаттарҙа ғәскәре менән хан торған урын. □ Орда, ставка хана. / Ордынский. Хан урҙаһы. Мамай хан урҙаһы.
■ Урҙаға ингәс, Мәсем хан туй ҡыла, ти, батырҙарға бик өлкән һый ҡыла, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк».
3. Бер хандың ҡулы аҫтындағы дәүләт.
□ Орда (государство во главе с единственным ханом). Алтын Урҙа дәуләте. Нуғай урҙаһы.
■ Ҡасандыр икһеҙ-сикһеҙ көслө ил бер-береһенә ҡаршы торған төрлө урҙаларға, губерна ярсыҡтарына, ханлыҡ киҫәктәренә телгеләнеп бөткән. Р. Байымов. Ҡырғыҙ-кайсак урҙалары буйһонорға теләмәһә, куп-куп аҡсалар тугелер. Ғ. Ибраһимов. Букәй урҙаһы ханы Йыһангир ҙа ике яҡлы бысаҡ һымаҡ.
3. Ураҡсин.
УРҘА II (Р: шест, прикрепляемый к стене ниже потолка для развешивания вещей; И.: perch to hung clothes and belongings; T: duvar rafı) и.
1. Әйбер элеү өсөн түбә таҡтаһы аҫтына стена буйлатып беркетелгән таяҡ. □ Шест, прикрепляемый к стене ниже потолка для развешивания вещей. Турбаштағы урҙаға аҫалы балаҫтар эленгән. ■ Ҡеләт урҙаһына йәйгелеккә ике-өс пар запас та әҙерләп элеп ҡуйылған. М. Иҙелбаев. Урҙаға тун, толоптар һалынған. С. Агиш. Айыуҙың тиреһен Әхмәди, келәт башына мендереп, урҙаға элеп ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев.
2. диал. Иҙән йәки түбә таҡтаһы һалына торған арҡыры бүрәнә; өрлөк. □ Матица, балка, перекладина. Имәндән урҙа һалыу. Тубә урҙаһына ағас сөй ҡағылған. ■ Турбаш яғында урҙаға насар ғына бер сәңгелдәк аҫылған. Ғ. Дәүләтшин. Олатай балта тотоп, «таҡ та тоҡ» килеп иҙән урҙаһы һала башлағас, иҫем китеп ҡарап һоҡландым. «Йәшлек», 20 май 2010.
3. диал. Бесән, һалам йөгөн өҫтән баҫтырып тарттыра торған һайғау, башағас.
□ Слега. Урҙа ҡырҡыу. Урҙа әҙерләу. Урҙаны нығытыу.
4. миф. Йорт ҡотон һаҡлаусы урын.
□ Место духа дома. ■ Ҡыҙ оҙатылғанда урҙаға тәңкә йә суҡ бәйләп киткән, урынына ен-шайтан килмәһен тип. «Башҡорт мифологияһы »нан.
УРҘА III (Р: множество, много; И.: great many; T.: çok) р. диал. ҡар. күп.
Бик күп. □ Множество, много. Халыҡ урҙа булып ағыла. Малы урҙа булып ихатаһына һыймай тора.
УРҘАЛЫ ЙЫЛАН (Р: клубок змей; И.: vipers’ tangle; T.: yilan düğümü) и.
Өйкөлөшөп ятҡан күмәк йылан. □ Клубок змей. Тау битләуендә урҙалы йылан ята. Урҙалы йыланға тап булыу. Урҙалы йылан ятҡан ерҙе урап уҙыу.
УРҘАН (Р: чомга; И.: great crested; shelldrake; T.: bahri) и. зоол.
Оҙон муйынлы, осло суҡышлы һыу ҡошо.
□ Чомга, большая поганка (лат. Podic). Урҙан йомортҡалары. Я Урҙандың ояһы һыу
158