УРЛАШЫУ
3. Кемделер йәшереп алып ҡасыу.
□ Похищать, умыкать кого-л. // Хищение. Кәләш урлау. Баланы урлау. ■ Ҡарағаш исемле был ҡыҙҙы куптән тугел генә дейеу урлап алып килеп, уҙенә ҡол иткән икән, ти. Әкиәттән. Гөлшанды атаһы атаҡлы Арынбаҫаров булғаны өсөн урлайҙар. Д. Бүләков. Ҡыпсаҡтар нуғайҙың Айымын урлағандар. Ғ. Ибраһимов.
4. Йәшерен рәүештә белеү, үҙләштереү.
□ Выведывать, украсть, своровать, заниматься плагиатом. Сер урлау. Һуҙ урлау. Идеяны урлау. Кеше проектын урлау.
5. кусм. Юҡ итеү, бөтөрөү. □ Украсть, своровать, уничтожить. Бәхетте урлау. Шатлыҡты урлау. М Минең өҫтән уткән ауыр йылдар минең йәшлегемде урланы. Ғ. Хәйри. Уға [Катюшаға], ни өсөндөр, хәҙер әхирәте уның бәхетен урлай кеуек тойолдо. Д. Исламов.
УРЛАШЫУ (урлаш-) (Р.: заниматься воровством; И.: be thievish; T.: çalmak) ҡ.
1. Уғрылыҡ менән шөғөлләнеү. □ Заниматься воровством, кражей, хищением. // Воровство, кража, хищение. Урлашырға юл ҡуймау. Урлашыу ғәҙәте. ■ Яман ҡараҡ, бер ҙә урлаша алмай башлаһа, уҙ буркен уҙе урлай, ти. Яр. Вәлиев. [Ғәлиәкбәров:] Бер урлашҡан кеше урлашмай тора алмай. X. Зарипов.
2. урт. ҡар. урлау, взаимн. от урлау. Ҡыҙ урлашырға барыу. Әллә кемдәр менән урлашып йөрөгән. Ат урлашҡаны өсөн ғәйепләнде.
УРЛЫҠ (урлығы) и. диал. ҡар. уғрылыҡ. ■ Тәкә хаҡын кутәргәс, Ҡаныҡайға урлыҡ хаҡын да кутәрергә тура килә. 3. Ураҡсин. • Урлыҡтың һуңы — хурлыҡ. Әйтем. Урлыҡ энәнән башлана. Әйтем.
УРМАЙЫУ (урмай-, урмая) (Р.: зиять; И.: gape; T.: açık olmak) ҡ. диал.
1. Тар, тәрән булып соҡорланыу, өң ауыҙына оҡшау; өңрәйеү. □ Зиять. Урмайып тороу. Урмайып ҡалған. Йомран ояһы урмайып куренә.
2. Төпкә төшөп, уйылып, соҡорайыу (тәнгә ҡарата). □ Валиться, ввалиться. Ҡуҙ төптәре урмайып киткән. Беләгендә яра
эҙҙәре урмайып тороп ҡалған. ■ Оҙаҡ дауаланылар Рифғәтте, буйға тартылып, уңәсе урмайып сыҡты ул госпиталдән. Ш. Янбаев.
3. Шалпайыу, таушалыу (кейем хаҡында).
□ Изнашиваться, мяться (об одежде). Бишмәтенең терһәктәре урмайып тора. Еңдәре урмайып куренә.
4. Ябығыу, элмәйеү. □ Похудеть. Урмайып ҡалған. Ашамай-эсмәй йөрөп, урмайып бөткән. Былай ҙа ҡаҡса кәуҙәһе бөтөнләй урмайған.
УРМАҠ (урмағы) (Р: рой; И.: swarm of bees; T: oğul) и. диал. ҡар. күс.
Бал ҡортоноң бер инә эргәһендәге ғаиләһе. □ Рой; пчелиная семья. Урмаҡ айырыу. Урмаҡ ҡундырыу. Урмаҡ һоҫоу. Урмағы кур-шеһенең умартаһына ҡунған.
УРМАЛЫ-УРМАЛЫ (Р: спиралеобразный; И.: spiral-like; T: helezon şeklinde) с.
Спираль формаһында. □ Спиралеобразный. Урмалы-урмалы юл. Урмалы-урмалы урам. Урмалы-урмалы сым.
УРМАН (Р: лес; И.: forest; T: orman) и.
1. Күп ер биләгән ағаслыҡ. □ Лес. / Лесной. Ҡатнаш урман. Урман эштәре. М Борон-борон заманда, Урал тауы ла, Ағиҙел дә әле юҡ саҡта, шыр урман эсендә йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Әкиәттән. Ливан тауҙарында кедр урманы уҫә, ти. И. Абдуллин. Урман-тауҙар төбөндә Ҡара дейеу йәшәгән Ҡараһыукул бар икән. «Иҙел менән Яйыҡ». • Урманға кермәҫ борон сығырыңды уйла. Әйтем. Урманға ин, ботаҡҡа ҡаҙалма. Әйтем.
2. Төҙөлөштә һ. б. материал итеп ҡулланыу өсөн ҡырҡылған ағастар. □ Лес (строительный материал). Урман ҡырҡыу. Урман ташыу. Урман йығыу.
3. миф. Билдәһеҙ һәм хәүефле урын.
□ Лес (в мифологии чужая, неосвоенная, опасная территория, хаос). М Урманға кергәндә: «Урман, имен йөрөт!» — тиһең. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УРМАН АҒАСЫ (Р: бортевое дерево; И.: tree with a hive; T: arı kovanı olan ağaç) и. умарт. диал. ҡар. солоҡ.
Эсе соҡоп умарта яһалған үҫеп ултырған ҡарағай йә башҡа ағас төрө; солоҡ ағасы.
160