УРМАНКҮС
□ Бортевое дерево. Борон һәр нәҫелдең уҙ урман ағасы булған. Урман ағасына ара йә аймаҡ тамғаһы һалыу.
УРМАН АЛМАҺЫ (Р.: ранетка; И.: rennet; T.: dayanıklı bir tür elma) и. диал.
Ваҡ сортлы алма биреүсе алмағас. □ Ранетка (лат. Matus silvestris). Урман алмаһы йыйыу. Урман алмаһы һалҡын төшкәс балланып китә. Урман алмаһы ҡара көҙгә саҡлы ҡойолмай.
УРМАН АНАҺЫ I и. миф. ҡар. урман эйәһе. ■ Урман анаһын асыуландырырға ярамай. «Башҡорт мифологияһы»нан. Урман анаһы асыуланһа, кешене аҙаштыра икән. Экспедиция материалдарынан.
УРМАН АНАҺЫ II и. миф. ҡар. ярым-тыҡ. Урман анаһының бармаҡтары оҙон була. ■ Урман анаһы яңғыҙаҡ юлсыларға ғына куренә икән. «Башҡорт мифологияһы» нан.
УРМАН АРБАҺЫ (Р: дроги; И.: perch; T.: yük arabası) и. диал.
Һалам, бесән ташый торған бейек үрәсәле оҙон бил арба; айҙыр. □ Дроги, долгуша, сноповозка. Урман арбаһына тейәп бесән алып ҡайтыу. Урман арбаһы менән утын ташыу.
УРМАН АУЫҘЫ (Р: опушка (леса)', И.: edge (of a forest)', T.: orman kenarı) и. диал.
Урман башланған ер, урман сите. □ Опушка (леса). Урман ауыҙында балаһын эйәрткән инә болан курҙек. Урман ауыҙында ғына баланлыҡ бар.
УРМАН БЕСӘЙЕ и. диал. ҡар. һеләүһен.
УРМАН БОЖЫРЫ (Р: рябчик; И.: hazel grouse; T.: fındık tavuğu) и. диал.
Ҡор һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һорғолт сыбар төҫлө, башы супайлы урман ҡошо; сел. □ Рябчик (лат. Bonasa bonasia; Tetrastes banana). Урман божырҙары һыҙғырыша. Урман божырына һунарға сығыу.
УРМАН БОРСАҒЫ (Р: нут, бараний горох; И.: pea species; T: nohut) и. диал. ҡар. ноҡот 1,1.
1. Оҙонса ҡыяҡ япраҡлы, аҡ сыбар сәскәле, оҙонсараҡ эре орлоҡло, бейек һабаҡлы үҫемлек; ноҡот борсағы, ҡара борсаҡ. □ Нут,
бараний горох (лат. Cicer arietinum). Урман борсағы орлоғо.
2. Шул үҫемлектең ашай торған борсағы.
□ Нут, бараний горох (плод). Урман борсағы бик файҙалы. Урман борсағы ҡушып салат эшләу. Урман борсағынан тарттырылған он.
УРМАН БӘРЕҺЕ и. миф. ҡар. урман эйәһе. ■ Урман бәреһе асыуланһа, юл яҙлыҡтыра. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УРМАН БӘХИЛЛӘТЕҮ (урман бәхилләт-) (Р: получить прощение леса; И.: sort of Bashkir mythic ritual; T.: bir tür âdet) ҡ. миф.
Урманды ризалыҡта ҡалдырыу. □ Получить прощение леса. Урманды бәхилләтеп ҡайтыу. Урманды бәхилләтеп йөрөу. ■ Урманға бисмилланы уҡып керергә, сыҡҡанда урманды бәхилләтеп сығырға кәрәк. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УРМАН ЕЛӘГЕ (Р: земляника; И.: wild strawberry; T.: orman çileği) и. диал. ҡайын еләге.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡайын урманында йә ҡайын урманына яҡын ерҙәрҙә үҫкән, өсәр япраҡлы, тәпәшәк һабаҡлы, аҡ сәскәле алһыу ҡыҙыл төҫтәге хуш еҫле оҙонсараҡ еләк. □ Земляника. / Земляничный (лат. Fragaria). Хуш еҫле урман еләге. Урман еләгенән ҡайнатма. Урман еләгенең осло баш, ҡайын еләге, яңғыҙаяҡ тигән башҡа атамалары ла таралған.
УРМАН КЕСЕРТКӘНЕ (Р: глухая кра пива; И.: nettle species; T.: ısırgan) и. диал. ҡар. һуҡыр кесерткән.
Киртләс япраҡлы, йөнтәҫ һабаҡлы, ваҡ ҡына алһыу сәскәле, саҡмай торған сүп үләне; һаңғырау кесерткән. □ Глухая крапива. Кәртә буйлап урман кесерткәне уҫә. Урман кесерткәнен утау. Урман кесерткә-ненән төнәтмә яһау.
УРМАН КЕШЕҺЕ и. миф. ҡар. урман эйәһе. Урман кешеһе юл яҙлыҡтыра.
УРМАНКҮС (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа.
Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫтәге, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ.
□ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Урман-кус йөрөшөн ҡарап тороу. Көндәр йылығас,
161