Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 162


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРМАН КӘЗӘҺЕ
урманкустәр куренгеләй башланы. Урман-кус ҡанаты.
УРМАН КӘЗӘҺЕ (Р.: косуля; И.: roe; Т.: karaca) и. диал. ҡар. ҡоралай.
Боландар ғаиләһенә ҡараған, бәләкәй генә сатаҡ мөгөҙлө, оҙон нәҙек аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, ерән төҫлө ҡырағай хайуан; илек. □ Косуля, козуля (лат. Capreolus capreolus). Бер төркөм урман кәзәләренә тап булдыҡ. Урман кәзәһенең бәрәсе. Ҡышын урман кәзәләре бәләкәйерәк көтөу булып тереклек итә.
УРМАН ҠАҠЫҺЫ (Р.: свербига лесная; И.: (herb species) bunias; T.: çırşalgamı) и. диал.
1. Оҙон, сәскәһеҙ, йөнтәҫ һабаҡлы сөсө ҡаҡы; ҡуянҡолаҡ. □ Свербига лесная (лат. Bunias orientalis). Урман ҡаҡыһы йыйыу. Урман ҡаҡыһының тамыры. Урман ҡаҡыһының һабағын әрсеп ашау.
2. Ваҡ ҡына өлпө сәскәле, тал япраҡлы, быуынтыҡ-быуынтыҡ һабаҡлы, ашарға яраҡлы әскелтем үлән; ҡымыҙлыҡ. □ Горец альпийский (лат. Aconogonon alpinum). Урман ҡаҡыһы өлгөргән сағында ғына ашарға тәмле.
УРМАН ҠАНДАЛАҺЫ (Р.: клоп полевой; И.: bug species; T: lekeli bitki böceği) и. диал.
Үҫемлектәрҙең япрағы, сәскәһе менән туҡланып, уларҙың үҫеүен тотҡарлаусы ҡоротҡос бөжәк. □ Клоп полевой (лат. Lygus pratensis). Баҡсаны урман ҡандалаһы баҫҡан. Урман ҡандалаһына ҡаршы ағыу һибеу. Урман ҡандалаһынан ҡотолоу юлдары.
УРМАН ҠАРАУСЫ и. ҡар. урмансы I. Урман ҡараусы өйө. Урман ҡараусы биләмәләре. Урман ҡараусының аты.
УРМАН ҠОТО и. табу. ҡар. айыу. Урман ҡотоноң өңө. Урман ҡотона осрап ҡуймайыҡ. Урман ҡотона һунар.
УРМАН ҠЫҘЫ и. миф. ҡар. урман эйәһе. Урман ҡыҙы юлсыларҙы аҙаштыра. Урман ҡыҙы яңғыҙ кешегә генә куренә.
УРМАНЛЫҠ (урманлығы) (Р: лес; И.: wood(s); T.: ormanlı yer) и.
Урманлы урын. □ Лес, лесная, лесистая местность. Яр буйҙары урманлыҡ. Куҙ ҡамаш-тырырлыҡ йәшел урманлыҡтар, сауҡалыҡ
тар йәйрәп ята. ■ Ауылдың тирә-яғы йырып сыҡҡыһыҙ шыр урманлыҡ. Б. Бикбай.
УРМАН МАМЫҒЫ (Р: тополиный пух; И.: poplar seeds fluff; T.: kavak tüyü) и. диал.
Тирәк мамығы. □ Тополиный пух. Бар донъяны урман мамығы баҫты. Июнь етһә, урман мамығы ҡойола башлай.
УРМАН ПӘРЕЙЕ и. миф. ҡар. урман эйәһе. Урман пәрейен куреу. Урман пәрейе осраны.
УРМАН САРЫҒЫ и. диал. миф. ҡар. шүрәле. Урман сарығы тураһындағы хикәйәттәр. ■ Урман сарығы яңғыҙаҡ юлсылар менән ҡытый-ҡытый уйнарға сыға икән. «Башҡорт мифологияһы »нан.
УРМАН СЕЛЕ и. диал. ҡар. урман божыры. Урман селенә һунарға йөрөу. Урман селдәре кубәйгән. Урман селдәренең туйын куҙәтеу.
УРМАН СИҢЕРТКӘҺЕ (Р: дыбка; И: large grasshopper species; T: bir tür cırlak) и. диал. айыу сиңерткәһе.
Эре йәшел сиңерткә. □ Дыбка (лат. Saga pedo). Урман сиңерткәһе бесән менән ҡайтҡан. Урман сиңерткәһе тотоу. Урман сиңерткәһенең сырылдағаны ишетелеп ҡалды.
УРМАНСЫ (Р: лесник; И.: forester, forest ranger; T: ormancı) и.
1. Урманды һаҡлау эшендәге вазифалы кеше; урман ҡараусы. □ Лесник, лесничий. Урмансының бурысы. Урмансы саңғы менән биләмәләрен ҡарарға сыҡты. ■ Урманға ысын мәғәнәһендә ғашиҡ булған кешеләр бар был донъяла. Исемдәре лә — урмансы. Уларҙың һәр көнө урманда утә. Н. Мусин.
2. диал. Һунар менән шөғөлләнеүсе, һунарсы. □ Охотник. / Охотничий. Урмансы өйө. Урмансы булыу. Урмансының табышы.
УРМАНСЫЛАУ (урмансыла-) (Р: бродить по лесу; И.: wander about woods; T: ormanda dolaşmak) ҡ. диал.
Урман гиҙеү. □ Бродить по лесу. Урман-сылап килеу. Иртә таңдан урмансылау. Ҡояш байығансы урмансылап ҡайтыу.
УРМАНСЫЛЫҠ (урмансылығы) (Р: лесоводство; И.: forestry; silviculture; T: ormancılık) и.
162