Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 163


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРМАН ЯЛАНЫ
Үҫемлек үрсетеү эшенең урман үҫтереү менән шөғөлләнгән тармағы. □ Лесоводство. / Лесной, лесоводческий. Урмансылыҡ белгесе. Урмансылыҡ хужалығы. Урмансылыҡ эше менән бәйле. ■ Район, башлыса, урмансылыҡ, ҡортсолоҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Д. Бүләков. Ленинградтағы урмансылыҡ академияһында уҡып йөрөүсе элекке уҡытыусы Ғариф Ғаббасов ағай ҡайтып төштө ауылға. И. Ғиззәтуллин. Солтанов урмансылыҡ техникумын бөткән, өс йыл һал ағыҙыу контораһында эшләгән. Н. Мусин.
УРМАН СӘСЕ (Р.: ковыль; И.: feather grass; T.: sorguç otu) и. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбырлап ултырған йөнтәҫ сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Өйкөм-өйкөм булып урман сәстәре күренеп ҡала.
УРМАН ТАЛЫ (Р.: ветла; И.: European willow; T.: ak söğüt) и. диал. ҡар. өйәңке.
Тал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бейек ағас. □ Ветла (лат. Salix alba). Яр буйы урман талдары менән ҡапланған. ■ Борон урман талының йәш ботаҡтарынан ҡош-ҡорт ояһы һәм төрлө кәрәк-яраҡ һалыу өсөн тубал үрә торғайныҡ. Экспедиция материалдарынан.
УРМАН ТАРАҠАНЫ и. диал. ҡар. асағойроҡ. Урман тараҡаны килеп сыҡты. Урман тараҡанынан ҡотолоу. Урман тараҡаны ҡолаҡҡа инә.
УРМАН ТАУЫҒЫ и. диал. ҡар. ҡор I. Урман тауығы уйынын күҙәтеү. Урман тауығына һунар итеү. Ҡара урман тауығы.
УРМАН ТӘКӘҺЕ и. диал. ҡар. һаралйын 1. Һаҙ эсендә урман тәкәһе күренә. Көҙгөһөн һаҙлыҡ яғында ҡыр ҡаҙҙары ҡаңҡылдай, торналар ҡысҡыра, урман тәкәләре гөлдөрләй.
УРМАН ТӘҢРЕҺЕ (Р: божество леса; И.: forest deity; T: Orman Tanrısı) и. миф.
Боронғо башҡорттарҙың ун ике тәңреһенең береһе. □ Божество леса (одно из двенадцати божеств древних башкир). Урман тәңреһенә табыныу. Урман тәңреһенә aman ҡорбан килтереү. Урман тәңреһе менән бәйле легенда.
УРМАН ХУЖАҺЫ (Р: табуированное название медведя; И.: taboo(ed) name of a bear; T: ayı (tabu kelime) и. табу.
Айыуҙың йәшерен атамаһы. □ Табуированное название медведя, доел. Хозяин леса. Урман хужаһын күҙәтеү. Урман хужаһы ризаһыҙлығын белдереп үкерә. Урман хужаһы ағас олонон ныҡ ҡына тырнаған.
УРМАН ҺАЙЫҪҠАНЫ и. диал. ҡар. бараба. Урман һайыҫҡанының ояһы. Шыршылыҡта урман һайыҫҡаны тауышы ишетелә. Урман һайыҫҡанының башында ҡупшы мамығы була.
УРМАН ҺАРЫҒЫ и. миф. ҡар. шүрәле. Урман һарығы тураһындағы әкиәт. Урман һарығы менән бала-сағаны ҡурҡытыу.
УРМАН ҺЫЙЫРЫ (Р: лось; И.: elk; Т: mus) и. диал. ҡар. мышы.
Боландар ғаиләһенә ҡараған, оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны мышының икенсе (табу) атамаһы.
□ Лось (название-табу лося). / Лосиный; лосёвый (лат. Alces alces). Батҡыл урындарҙа урман һыйыры эҙҙәре ҡалған. Ҡышын урман һыйыры тал, уҫаҡ ҡайрылары, ағастың йәш ботаҡтарын кимереп туҡлана.
УРМАН ЭЙӘҺЕ I (Р. дух леса, леший; И.: spirit of woods; T: Orman İyesi) и. миф.
Урманды һаҡлаусы рух; урман хужаһы.
□ Дух, хозяин, покровитель леса, леший. Урман эйәһен осратыу. ■ Башҡорт элек-электән үҙен урман эсендә тотанаҡлы һәм тыныс тоторға тырышҡан. Урман эйәһе һәм уның айырым тыйыуҙары бар тип иҫәпләгән. М. Муллағолов.
УРМАН ЭЙӘҺЕ II и. диал. ҡар. айыу. Айыуҙың табулаштырылған исеме — урман эйәһе. Урман эйәһе үкерә. Урман эйәһенең өңө. Урман эйәһенә һунар итеү тыйыла.
УРМАН ЭТЕ (Р: енот; И.: raccoon; coon; Т: rekun) и. диал.
Януттың икенсе табу атамаһы. □ Енот. / Енотовый (лат. Ргосуоп). Урман этенә man булыу. Урман эте тиреһе. Урман этенең өңө.
УРМАН ӘБЕЙЕ и. миф. диал. ҡар. урман эйәһе I. Урман эбейе урманды һаҡлай.
УРМАН ЯЛАНЫ и. диал. ҡар. аҡлан. Урман яланына тап булыу. Урман яланы
163