УРМАУ
еләклек менән ҡапланған. Урман яланынан күк мәтрүшкә йыйҙыҡ.
УРМАУ (урма-) ҡ. диал. ҡар. урау I. Урмап ҡуйыу. Урмай башлау. Ҡапҡаһын сым менән урмаған. Ағасты сырмалсыҡ урмаған.
УРМЫҠ (Р.: широкий; Т.: wide; И.: geniş) с. диал. ҡар. киң.
Киң, яҫы (кейем-һалым,ға ҡарата). □ Широкий (об одежде). Урмыҡ кулдәк.
УРМЫШ и. диал. ҡар. урын I. Яңы урмышҡа кусеу. Урмышынан тороп китте. Торор урмышы юҡ.
УРНА [лат. ита\ (Р: урна; И.: urn; Т.: vazo) и.
1. Яндырған мәйеттең көлөн һаҡлай торған һауыт. □ Урна (погребальная). Колло урна. Мәйеттәрҙең көлөн урнала һаҡлау.
2. Сүп һауыты. □ Урна (для мусора). Сүп-сарҙы урнаға ташлағыҙ! Урнаны бушатыу. ■ Еникеев, урынынан тороп, Таһирҙың өҫтәлдә ятҡан рапортын эләктереп ала ла, усында әуәләп-әуәләп, урнаға ырғыта. Р. Өмөтбаев. Фәрит тәмәкеһен йән асыуы менән урнаға ырғытты. Р. Кинйәбаев.
3. Һайлау бюллетенен төшөрә торған йәшник. □ Урна (для избирательных бюллетеней). һайлау урнаһы. Урналарҙы асып, тауыштарҙы иҫәпләүҙәр башланды. Урна торған кабинкалар эсенә инеп һайларға. М Әсәһенең һайлау бюллетенен ҡыҙыл ситса менән кәпләнгән урнаға ул [Әлфиә] төшөрҙө. И. Абдуллин.
УРНАҒАС (Р: ткацкий станок; И.: weaver's loom; T.: dokuma tezgâhı) и. диал.
1. Балаҫ һуғыу станогы. □ Ткацкий станок. Урнағас артында ултырыу. Урнағасты ҡороу. Урнағасҡа көрөҫ ҡуйыу.
2. Балаҫ һуғыу станогының киндер урыны. □ Станина ткацкого станка. Урнағасҡа киндер ҡуйыу. Киндерле урнағас.
УРНАШI (Р: посиделки; И.: get-together, party; T: parti) и. этн.
1. Йыйылып күңел асыу кисәһе; аулаҡ. □ Посиделки, вечеринка. Урнашҡа йыйылыу. Урнашҡа саҡырыу. Урнашҡа барыу.
2. этн. Аулаҡ өйҙә бешерелә торған йола ашы. □ Обрядовая еда во время посиделок
(из собранных продуктов). Урнаш бутҡаһы. М Аулаҡ өйҙә урнаш бешерә инек. Экспедиция материалдарынан.
УРНЫҠ (урнығы) и. диал. ҡар. урындыҡ. Урныҡҡа буй балаҫ түшәлгән. Буй урныҡ. Урныҡта ултырыу.
УРОЖАЙ [рус.] и. һөйл. ҡар. уңыш 2, 3. Урожай йыйыу башланды. Быйылғы урожай.
■ Ҡайһы баҫыуҙы ҡасан урырға кәрәкте председатель уҙе генә әйтә. Был тимер законды бригадирҙар тугел, урожай йыйыу ваҡытында райком ебәргән уполномоченныйҙар ҙа боҙорға баҙнат итмәй. Ш. Янбаев. Ике йыл эсендә бүлексә урожай буйынса алға китте. Ғ. Аллаяров. Иген сәсәбеҙ ҙә үкертеп урожай алабыҙ. С. Агиш.
УРОЛОГ [рус.] (Р: уролог; И.: ur(in)-ologist; T: ürolog) и. мед.
Урология буйынса врач, белгес. □ Уролог (специалист по урологии). Урологҡа яҙылыу. Урологҡа сират тороу. Уролог кәңәштәре.
■ Павел Самойлов әйтеүенсә, республикабыҙҙың ҡайһы бер төбәктәрендә юғары белемле, тәжрибәле белгестәр етешмәй, урологтар юҡ кимәлендә. «Йәшлек», 13 февраль 2010.
УРОЛОГИК (Р: урологический; И.: ur(in)ological; T: ürolojik) с. мед.
Урология менән бәйле. □ Урологический. Урологик сирҙәр. Урологик препараттар. Урологик сирҙәргә ҡаршы профилактика.
УРОЛОГИЯ [лат. urina ‘бәүел’ + logos ‘фән’] (Р: урология; И.: ur(in)ology; Т: üroloji) и. мед.
Медицинаның бәүел ағзаларының һәм ир-аттың енси ағзаларының сирен өйрәнә торған тармағы. □ Урология. / Урологический. Урология кабинеты. Урология буйынса уҡыу әсбабы. Урология бүлеге. ■ Әлеге социаль программаның маҡсаты — урта һәм оло йәштәге ирҙәрҙе урология ауырыуҙары һәм уның эҙемтәләре хаҡында иҫкәртеү. «Йәшлек», 13 февраль 2010.
УРСАҠ (урсағы) и. диал. ҡар. урғуян. Урсаҡ өңө. Урсаҡ балалары. Урсаҡҡа тоҙаҡ ҡороу.
УРСУҠ (урсуғы) (Р: веретено; И.: spindle; T: iğ) и. диал. ҡар. орсоҡ.
164