УРТА
Ҡул менән йөн, еп һ. б. иләү өсөн ҡулланылған, ағастан эшләнгән ҡорал (бер башы юнылған, икенсе башы тупалсыҡ итеп яһалған 25-30 см оҙонлоғондағы таяҡ). □ Веретено. / Веретённый. Мамыҡ урсуғы. Киндер урсуғы. Йөн иләү өсөн тәғәйенле урсуҡ.
УРСУҠБАШ (Р.: прясло; И.: lead for spindle; T.: iğ detayı) и. диал.
Оҙаҡ, шәп өйрөлһөн өсөн орсоҡтоң түбәнге осона кейҙереп ҡуйыла торған һәлмәк дүңгәләк. □ Прясло (кольцо, надеваемое на веретено). Урсуҡбашты юғалтыу. Урсуҡба-шы төшөп китте.
УРТ (Р.: полость между зубами и щекой; И.: buccal cavity; T.: ağız boşluğu) и.
Ауыҙ ҡыуышлығының теш һәм бит ите араһындағы өлөшө. □ Полость между зубами и щекой. / Защёчный. Урт шешеү. • Өндәшмәҫтә ниҙәр бар? — Урты тулы уттар бар. Әйтем. Урлаған менән урт тулмаҫ. Әйтем.
♦ Урт сәйнәү тышҡа сығармай, эстән көйөү, эстән асыуланыу. □ Таить злобу, сердиться. ■ Бригада йортонда Ғәбделхә-кимов уртын сәйнәй ине. Яр. Вәлиев. Һине күрһәм, урттарымды сәйнәп, боролормон ситкә тиҙерәк. Р. Бикбаев.
УРТАI (Р: середина; И.: middle; T.: orta) и.
1. Нимәнеңдер ситтәренән, ҡырҙарынан, остарынан ҡаршы яҡтарына ҡарата бер гигеҙерәк алыҫлыҡта булған урын. □ Середина. Өҫтәл уртаһы. Ялан уртаһы. ■ Сәхнә уртаһына [Емештең] Иштуған ағаһы сығып баҫты, матур, һөйкөмлө итеп йылмайҙы, хатта баш эйеп тә алды. 3. Биишева. Йәштәр, берәм-берәм уртаға төшөп, геү килеп бейешә башланы. Р. Байбулатов. Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас ҡаш, эйәк-бите уйылған, һул битенең уртаһы күҙ ҡаралай миңләнгән. « Урал батыр».
2. Ваҡыт араһының башы менән аҙағынан бер тигеҙерәк алыҫлыҡтағы мәл. 11 Середина. Ҡыш уртаһы. М Дауыт атын илленсе йылдар уртаһында баҫыуҙы ҡоро елдәрҙән, тупраҡты эрозиянан һаҡлау өсөн ултыртылған ағастар янында туҡтатты. Г. Гарипова. Сентябрь урталарында ҡаты
һәм шәп ямғырҙар башланды. Б. Дим. Төн уртаһы еткәс, абаға сәскә ата. Уны күргән кеше бик бәхетле була. М. Кәрим. • Айҙың уртаһында ямғыр яуһа, ай бөткәнсе ямғыр булыр. Һынамыш.
3. Нимәнеңдер үҫешендә, барышында башы менән аҙағы араһындағы мәл. □ Середина. Уйын уртаһында булған осраҡлы хәлдәр. Һүҙ уртаһында туҡтап ҡалыу.
4. Бер мөхит йәки күмәк төркөмдөң эсе; ара. □ Середина. Уртаға сығыу. Балалар уртаһында ултырыу. Көтөү уртаһы. ■ Салауат атаһының тыуған яҡта тирмә түрендә ейән-бүләрҙәре уртаһында ултырғанын күҙ алдына килтерҙе һәм ҡарттың ниндәй мөһабәт һында була алыуын уйлап һоҡланды. Б. Рафиҡов. Ауыҙ эсенән ниҙер һөйләнеп, өйөрҙөң уртаһына барып инә лә был [Юлан], хужаһы күрһәткән атты бер мәшәҡәтһеҙ тота ла ала. Ә. Хәкимов. Ул [Закир] халыҡ тулҡыны уртаһында ҡамалып тороп ҡалды. М. Ғафури. • Яу килгәндә, илдең уртаһында бул. Әйтем.
5. Ниндәйҙер эш-шөғөлдөң, хәл-ваҡиғаның һ. б. эсе, үҙәге. □ Гуща. ■ [Эпостарҙа] хан да, батша ла эпизодик ҡына роль атҡара, ваҡиғалар уртаһында ҡайнамай. Ә. Сөләймәнов.
6. Ике кеше йәки нәмәнең аралығы. □ Середина. Уртаға ятыу. Уртаға баҫыу. ■ Ике әсәйҙең уртаһына ултырған Хаят та илауҙан ҡыҙарған күҙҙәре менән көлөп иркәләнде, һ. Дәүләтшина. [Вәзир — Яҡупҡа:] Ҡыҙ ике уртаға инеп баҫҡан. Әкиәттән.
7. миф. Мифологик ҡараш буйынса, кешеләр, хайуандар, ҡайһы бер рухтар йәшәгән донъя. □ Середина (в мифологии срединный мир, где живут люди, животные и некоторые духи).
+ Ир уртаһы ир-ат ғүмерендә ҡырҡ менән илле араһындағы дәүер. □ Мужчина в самом рассвете сил. ■ Әле генә әллә ҡайҙан ҡайтып төшкән ир уртаһы бер кеше йыйылған халыҡты икегә айырып үтә. Әкиәттән. Уртаға ҡуйыу күмәк кеше ҡарамағына ҡуйыу. □ Вынести на обсуждение. Мәсьәләне уртаға ҡуйыу. ■ Хәбеш, власть ҡулға
165