Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 166


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРТА
эләккәс, ... мәсьәләне уртаға үтә ҡәтғи ҡуйған. Р. Байымов.
УРТА II (Р: средний; И.: middle; T.: orta)c.
Сифаты, үҙенсәлеге яғынан ҡапма-ҡаршы ике дәүмәл (ҙур менән бәләкәй, бейек менән тәпәш, ауыр менән еңел һ. б.) араһында торған. □ Средний, срединный. Урта көрлөктәге ат. М Тимербай — урта кәүҙәле егет, тәнгә бик таҙа, физкультура менән эш иткән кеше кеүек мускулдары үрелеп-үрелеп тора. С. Агиш. Урта буйлы, ныҡ кәүҙәле олоғайып барыусы Ғәйнетдинов фамилиялы был кеше, минең килеүемдең сәбәбен белгәс тә, ҡул ғына һелтәне. Д. Исламов. • Уллы кеше — урта бай, ҡыҙлы кеше — ҡыҙыл бай. Мәҡәл.
♦ Урта ҡул урта кимәлдәге, урта сифатлы.
□ Ни то, ни сё. ■ Камилдың күҙ алдында арыу ғына журналистың нисәмәһе урта ҡул яҙыусыға әйләнде түгелме? Ә. Хәкимов.
УРТА III и. диал. ҡар. урҙа I. Күлдәктәрен уртаға элеп ҡуйған. Ағастан эшләнгән урта.
УРТА БАРМАҠ (бармағы) (Р: средний палец; И.: long finger; T.: orta parmak) и.
1. Кеше ҡулындағы биш бармаҡтың урталағы өсөнсө бармағы; һуҡ менән сығанаҡ бармаҡтар араһында урынлашҡан бармаҡ.
□ Средний палец. Урта бармаҡ быуындары. Н Мостафа уны [көмөш балдаҡты] урта бармағына кейеп, ҡыуанып, маһайған төҫ менән әсәһенә күрһәтте, һ. Дәүләтшина.
2. миф. Күҙгә сыҡҡан арпаны имләүҙә ҡулланылған урта бармаҡ. □ Средний палец (участвует в магическом избавлении от ячменя на глазу). ■ Арпа сыҡһа, урта бармаҡ менән ботаҡҡа төртһәң, бөтә. «Башҡорт мифологияһы » нан.
♦ Урта бармаҡ кеүек (йәки һымаҡ, шикелле) бик шәп (кешегә ҡарата). □ Замечательный (о человеке). Урта бармаҡ кеүек егеттәр. ■ [Исмәғил:] Нәфисә, күр ҙә тор, мин һиңә урта бармаҡтай еңгәне ситтән алып ҡайтам! Ш. Янбаев.
УРТА БЕЛЕМ (Р: среднее образование; И.: secondary education; T.: ortaöğretim) и.
Башланғыс һәм юғары белем араһындағы белем баҫҡысының традицион атамаһы.
□ Среднее образование. Урта белем биреү. ■ [Йөҙшишмәнең] кешеләре, урта белем
алып, туп-тура үҙҙәренә ҡайта башланы. Д. Бүләков. Урта белем алғас, [Разия] бер үк ваҡытта эшләне лә, уҡыны ла. Яр. Вәлиев.
УРТА БЫУАТТАР, урта быуат (Р.: Средние века; И.: the Middle Ages; T.: ortaçağ) и.
Бөтә донъя тарихында боронғо донъя тарихынан һуң яңы тарихҡа тиклемге дәүер (V быуат аҙағы — XVII быуат уртаһы). □ Средние века, средневековье. Урта быуаттарға хас күренеш. Урта быуаттар сәнғәте. Урта быуаттар ҡалаһы. ■ Был [«Тәуарих-и Болғария»лағы] бүлексәләр урта быуат көнсығыш этнографик әҙәбиәте традицияларында яҙылған. М. Нәҙерғолов. Боронғо һәм урта быуат әҙәби телдәре — төрки ҡәбиләләрҙең һәм халыҡтарҙың милли телгә тиклемге әҙәби теле. И. Ғәләүетдинов. Нуғай урҙаһы — асылда, татар, башҡорт, нуғай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, үзбәк халыҡтарының урта быуаттарҙағы уртаҡ ватандары ..ул. Ғ. Хөсәйенов.
УРТАҒА (Р: пополам; И.: half-and-half; T.: ikiye) р.
Тигеҙ ике өлөшкә; урталай. □ Пополам. Уртаға бөкләү. М Ауылды уртаға ярып, Ташлы йылғаһы аға. 3. Ураҡсин. Шуны [йәшникте] уртаға бүлгәндәр ҙә ике яғына шул шар тигән ағас йомғаҡтар һыйырлыҡ тишектәр яһағандар. Һ. Дәүләтшина. Күҙ тотҡан урынға барып еткәс, ғәскәрҙе уртаға бүлеп, яугирҙарҙы төп юлдың ике яғына урынлаштырҙы Алдар. Н. Мусин.
УРТАҒИНӘЙ (Р: слово обращения между собой родной матери девушки с посажён-ной матерью; И.: word of address; T.: hitap kelimesi) и. диал.
Ҡыҙҙың үҙ әсәһе менән ҡиәмәтлек әсәһенең бер-береһенә өндәшеү һүҙе. □ Слово обращения между собой родной матери девушки с посажённой матерью.
УРТАҒЫНА р. ҡар. уртаҡҡа. Уртағына эшләү. Уртағына килешеү. Уртағына һуғым һуйыу.
УРТА ЕЛЕК (елеге) (Р: плечевая кость; И.: jugular bone; T.: omuz kemiği) и. диал.
Ҡулбаштан терһәккә тиклем булған беләк өлөшө. □ Плечевая кость. Урта елек майы. Урта елек һыҙлауы.
166