Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 167


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРТАҠЛАШЫУ
УРТАҠ I (Р.: общий; И.: common, general; T.: ortak) с.
1. Икәү йәки күмәк өсөн дөйөм. □ Общий, совместный. Уртаҡ ҡыуаныс. Уртаҡ бәхет. Уртаҡ теләк. ■ Бәхеттең уның уртаҡ булғаны ғына шатлыҡ килтерә бит. Р. Байымов. Тимер дәртләнеп, куптәр өсөн таныш, уртаҡ булған хәлдәр тураһында яп-ябай итеп һаман һөйләй бирҙе. Б. Бикбай. «Минул ҡыҙҙы яратам. Беҙҙең фекерҙәр бер, теләктәр уртаҡ, йөрәктәр ҡушылып тибә»,— тинем [йыйылышта]. Ш. Бикҡол.
2. Ике йәки күмәк кеше ҡарамағындағы.
□ Общий, совместный. Уртаҡ мал. Уртаҡ хужалыҡ. • Егәрленең ҡулы уртаҡ. Мәҡәл.
♦ Уртаҡ тел табыу һөйләшеп килешеү, бер фекергә килеү. □ Найти общий язык с кем. ■ Кешеләр менән бик тиҙ уртаҡ тел таба алмайым. И. Абдуллин. Тик Шәукәт менән уртаҡ тел табып булмай. М. Кәрим.
УРТАҠ II (Р: поровну, пополам; И.: in half; T.: yanyanya) p.
1. Иҫәп, үлсәм яғынан бер тиң итеп, яртылаш, урталай. □ Поровну, пополам. Уртаҡ булеу. Уртаҡ алыу. ■ [Кәбир:] Икең араһында бөтә нәмә асыҡ булырға, уртаҡ буленергә тейеш бит инде. Яр. Вәлиев.
2. Ике йәки күмәк кеше ҡарамағында булып. □ Совместно. Уртаҡ эшләу. Уртаҡ тотоноу. ■ Хужаның ашы кеуек ук, мәжлестәге әңгәмә лә уртаҡ була. Ғ. Ибраһимов.
УРТАҠ III (Р: форма обращения между посажёнными отцом и матерью невесты и её родителями: И.: word of adress; T.: bir seslenme kelimesi) и. диал.
1. Ҡыҙҙың үҙ ата-әсәһе менән ҡиәмәтлек ата-әсәһенең бер-береһенә өндәшеү һүҙе.
□ Форма обращения между посаженными отцом и матерью невесты и её родителями.
2. Үҙ-ара яҡын мөнәсәбәттә булған бер күңелле кешеләр (бер-береһенә ҡарата); иптәш. П Товарищ. Уртаҡҡа ярҙам итеу. Уртаҡ менән сер булешеу. Уртаҡҡа кәңәш биреу.
УРТАҠҠА (Р: пополам; И.: jointly; T: ortaklaşa) р.
Бергәләп файҙаланыу, ҡулланыу шарты менән. □ Пополам. Уртаҡҡа биреу. ■ Тора-
бара бөтәһе уртаҡҡа әйләнә тигән риуә-йәттәр ҙә йөрөй. Ғ. Лоҡманов. Ул [Ваһап ҡарт] быйыл Үҙәште туғайындағы уҙенең душҡа тейгән ерен Сосновка ауылындағы белеше Евстафий Савватиевичҡа уртаҡҡа биреп тары сәстерҙе. Ж. Кейекбаев.
УРТАҠ ҠЫЛЫМ (Р: неопределённая форма глагола; И.: infinitive; T.: mastar) и. гром.
Эш, хәл, хәрәкәттең маҡсатын белдергән затһыҙ ҡылым. □ Неопределённая форма глагола; инфинитив. Уртаҡ ҡылым формалары. ■ Боронғо -маҡ аффикслы ҡылымдар ҙа билдәле шарттарҙа уртаҡ ҡылым мәғәнәһен белдереп йөрөйҙәр: әйтмәк. К. Ишбаев.
УРТАҠЛАУ (уртаҡла-) (Р: делить пополам; И.: divide in half; T.: yanyanya bölmek) ҡ.
Уртаҡ (II) итеп бүлеү, үҙ-ара бүлешеү. □ Делить пополам, поровну. Малды уртаҡлау. Эште уртаҡлау. И Уларҙың [ирҙәре яу юлынан әйләнеп ҡайтмаған ҡатындарҙың] ҡайғы-һағышын уртаҡларға теләгәндәй, ҡайҙалыр алыҫта яңғыҙ тальянка моңайыр. И. Абдуллин. Уртаҡлап эшләу ашлыҡты урып-һуғып алғансы барҙы. 3. Биишева. Әллә уҙенең хәле насарға, әллә йөрөгән ерендә халыҡтың ҡайғы-хәсрәтен куреп, уртаҡлап өйрәнгәнгә, Ғәйнислам Алтынсәсте лә нығыраҡ аңланы, ахырыһы. Ә. Хәкимов.
УРТАҠЛАШЫУ (уртаҡлаш-) (Р: делиться с кем, чем; И.: share (with); T: ortaklaşmak) ҡ.
1. Икәү-ара уртаҡ бүлешеү. □ Делиться с кем, чем. Курше менән уртаҡлашыу. ■ Ҡотлоярҙың байыуын халыҡ былай һөйләй: «Ул баяр яланында бик куп хазина тапҡан икән дә баяр менән уртаҡлашҡан икән, ти». Д. Юлтый. Беҙ уның менән [Андрей Семёнович менән Матросов] бергә фронтҡа килдек, бергә йәшәнек, өлөшөбөҙгә тейгән икмәкте уртаҡлашып ашаныҡ. Ә. Бикчәнтәев. Әлдә был ваҡытта Йәмилә аҙ-маҙ табып торғанға курә, шуны уртаҡлашып ашайҙар ине [был фәҡир ғаиләлә]. М. Ғафури.
2. кусм. Кисереш, тойғоңдо, уй-фекереңде бүтәндәр менән бүлешеү. □ Делиться чувствами. Ҡыуаныстарҙы уртаҡлашыу. V Баланың аралашыр таныштары, уй-фекерҙәре
167