Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 168


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРТАҠЛЫҠ
менән уртаҡлашыр дуҫтары булыуы мөһим. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2011. Рөстәм, шатлығын кем менән уртаҡлашырға белмәгәндәй, әсәһен баҡса эсенә етәкләп алып инде. Р. Байбулатов. Серҙәреңде уртаҡлашыр кешең булыуын аңлауҙан тормош күңеллерәк, яғымлыраҡ, сыуаҡ көн кеуек, яҡшыраҡ булып тойола. Ә. Бикчәнтәев.
3. Белгән, күргәнеңде бүтәндәр менән бүлешеү. □ Обмениваться. // Обмен. Тәжрибә уртаҡлашыу. М Ғөбәйҙулла Ғафуров ағай .. йәштәр менән уҙенең куп йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәләрен теләп уртаҡлаша. Ә. Байрамов. [Айбулат менән Зөфәр] уҙ белгәндәрен уртаҡлашырға, халыҡ араһында таратырға ашыҡты. Һ. Дәүләтшина.
УРТАҠЛЫҠ (уртаҡлығы) (Р.: общность; И.: community; T.: benzerlik) и.
Уртаҡ яҡ, оҡшаш яҡ; дөйөмлөк. □ Общность; взаимность. Ҡараштар уртаҡлығы. Фекерҙәр уртаҡлығы. ■ Эйе, эйе, Ардыуанов менән Әшрәф араһында ниндәйҙер уртаҡлыҡ, оҡшашлыҡ бар шул. А. Абдуллин. Ҡараштар, фекерҙәр уртаҡлығы кешеләрҙе дуҫ итә бит. Р. Байбулатов. Мебель хужаһы менән Ғөлнараның хәбәрендә ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар ине. Н. Мусин.
УРТАҠЛЫҠ ИСЕМ (Р: имя нарицательное; И.: common name; T.: cins isim) и. гром.
Бер төрлө нәмәләрҙең һәм төшөнсәләрҙең дөйөмләштерелгән исеме. □ Нарицательное имя. Уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Уртаҡлыҡ исемдәрҙе өйрәнеу. ■ Уртаҡлыҡ исемдәр семантик яҡтан дөйөмләштерелгән булыуҙары менән характерланалар. В. Псәнчин.
УРТАҠЛЫҠ ЙҮНӘЛЕШЕ (Р: взаимный залог; И.: reciprocal voice; T.: işteş fiil) и. гром.
Бер үк эш-хәрәкәттең ике йәки бер нисә субъект ҡатнашы менән башҡарылыуын белдергән ҡылым категорияһы. □ Взаимный залог. Уратаҡлыҡ йүнәлешендә торған ҡылым. Уртаҡлыҡ йүнәлешендәге ялғауҙар.
УРТА ҠОЛАҠ (ҡолағы) (Р: среднее ухо; И.: middle ear; T.: ortakulak) и. анат.
Ишетеү торбаһы аша тамаҡ өҫтө ҡыуышлығы менән тоташҡан һауа тулған ҡыуышлыҡ. □ Среднее ухо. Урта ҡолаҡ һыҙлауы.
УРТАЛА (Р: посередине; И.: in the middle; T.: ortada) р.
Нимәнеңдер ситтәренән, ҡырҙарынан, остарынан ҡаршы яҡтарына ҡарата бер тигеҙерәк алыҫлыҡтағы урында. □ Посередине, в центре. Уртала тороу. М Уртала ҡыҙыл, йәшел, һары, тағы ла әллә ниндәй төҫтәге шаҡмаҡтар, резинканан эшләнгән аттар, һыйырҙар, һарыҡтар, эттәр, арыҫландар сәселеп ташланған. С. Агиш. Емеш атаһы менән ағаһы араһында уртала, Йә-неш ағаһы менән апаһы араһында һул яҡта ултыра торғайны. 3. Биишева. Йыр бөткәс, уртала тороусы түңәрәктән уҙе теләгән кемде лә булһа уҙ янына саҡырып сығара һәм берәй төрлө «наказ» бирә. Б. Бикбай.
УРТАЛАЙ (Р.: поровну, пополам; И.: equally; Т.: уапуапуа) р.
Урта (I) тәңгәлдән, уртанан. □ Поровну, пополам. Урталай бүлеүсе тура һыҙыҡ. Урталай өҙөү. Урталай бөкләү. ■ Ул [мөхәббәт] сәскә кеүек бит, таштарҙы урталай ярып, ҡояшҡа ынтыла. А. Абдуллин. Мылтыҡ тауышы төндө урталай ярып киткән кеүек тойолдо. Ә. Бикчәнтәев. Бөтәһенән дә бигерәк әсәйемдең мине үҙ алдына ултыртып, сәстәремде тарауын, .. маңлайҙан урталай ярып, сикәләп үреүен яратам. М. Садиҡова.
УРТАЛАЙҒА р. диал. ҡар. урталай. Урталайға бүлеү. Урталайға телеү. Урта-лайға бөкләү. М Ниһайәт, алыҫта ҡарайып күренгән дәү ҡаяны урталайға ярып, ҙур ҡыҙыл шар юғары күтәрелде. Ә. Байрамов. [Мөршитский] оҙон ҡара сәстәрен минут һайын артҡа тарай, ә улары, ҡарышҡандай, урталайға ярылып, ике яҡ сикәһенә төшә. Ғ. Хисамов. Ольга Ивановна булканы алды һәм, урталайға һындырып, яртыһын Хәлилгә һуҙҙы. Б. Дим.
УРТАЛАНЫУ (урталан-) (Р: ослабеть умом; И.: fail in one’s mind; T.: aptallaşmak) ҡ. диал.
168