Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 169


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРТАНСЫ
Бер төрлөләнеү, аҡыл йомшарыу. □ Ослабеть умом. Урталанып бөтөу. Ҡартлыҡтан урталаныу. Ауырыуҙан урталаныу.
УРТА Л АУ (уртала-) (Р.: доходить до середины чего-, И.: make the half of smth; T.: ortalamak) ҡ.
Яртылаш башҡарыу, яртылаш үтеү. □ Доходить до середины чего. Юлды урталау. М Сәйҙе урталағанда, кемдер ишек туҡылдатты. Т. Хәйбуллин.
УРТАЛАШ (Р: наполовину; И.: by half; T.: yarıya) р. диал. ҡар. яртылаш.
Урта күләмдә, уртаһына хәтле. □ Наполовину. Урталаш тултырыу. Урталаш ҡыҫҡартыу. Урталаш эшләу.
УРТАЛАШЫУ (урталаш-) (Р: выполнить наполовину; И.: do the half of smth; T.: yarısını yapmak) ҡ. hup.
Яртылаш башҡарылыу, яртылаш эшләнеү. □ Выполнить наполовину. Бесән эше урталашты. М Тамаҡ алыу урталашҡас,.. муйын аша көмөш сынйырлы сәғәт аҫҡан Хәби бай иҙән уртаһына килеп баҫты. Т. Хәйбуллин.
УРТАЛЫҠ (урталығы) (Р: центр чего-л.‘, И.: centre; T: orta) и.
1. Урта (I) тәңгәл, урта. □ Центр, середина чего-л. Урталыҡта урынлашҡан өҫтәл. Урталыҡтағы өй. ■ Ағым, .. кәмәне урталыҡҡа төшөрөп, ҡайнап ятҡан һыу өҫтөнән ары елдертте. Д. Бүләков. Йылғаның ситтәре йоҡа боҙ менән ҡапланған, ә урталыҡтан шыя аға. Й. Мостафин. Урталыҡтағы урын яҙылған бер билетты Санияға бирҙем, уның менән йәнәш урынды уҙемә алдым. Н. Мусин.
2. Бер мөхит йәки күмәк төркөмдөң эсе; урта, ара. □ Середина. ■ Урталыҡта ике ебәк сатыр, .. уҙ мәртәбәләрен белеп, уҙҙә-ренә иғтибар һәм ихтирам тейешлеген алыҫтан белдереп ултыра. Б. Рафиҡов. Зал уртаһында бер нисә пар еңел музыкаға бейей башлағас, Зиннәтулла ла Асияны урталыҡҡа саҡырҙы. М. Садиҡова. [Шәриф] ике дошмандың ҡайһы хужаһын яҡын курергә лә белмәгән ҡол шикелле тамам урталыҡта ҡалды. Ғ. Хәйри.
3. Эш, шөғөл, хәл-ваҡиғаның үҙәге. □ Центр, эпицентр. Эштең урталығында булыу. ■ һайлам нөгәре менән Алдар батыр уртала көймәләр куренгән, туңкәрелгән арбалар менән уратып алынған, атыш көсәйә барған иң урталыҡҡа бәреп инә. Ғ. Хөсәйенов.
4. Ике кеше йәки ике нәмәнең аралығы; урта. □ Середина. М Ҡоралайҙар ҡурсау-лыҡтың уҙәк менән билдәләнгән сигенә килеп еткәс, ике урталыҡта туҡталып, ҡамауҙа ҡалды. Ә. Үтәбай. [Аҡҡужа] ике ҡатынының урталығына ултырып, .. ҡытай сәйен ҡаты итеп яһатып, оҙаҡлап-оҙаҡлап эсте. Ғ. Дәүләтшин.
5. Ҡапма-ҡаршы күренештәрҙә, хәл-ваҡиғаларҙа урталағы ҡараш, позиция. □ Середина. ■ [Сәйфелмөлөк уҙ-уҙенә:] Яҙмышы — йә ожмах, йә тамуҡ, урталыҡ юҡ. Йә ожмах, йә тамуҡ! Ә. Хәкимов. Тура һуҙле булдыҡ, беҙҙе көткән хәтәр яҙмыштарға ҡарамай. Урталыҡты һаҡлап килеуселәр киҫәттеләр: «Улай ярамай!» Р. Сафин.
УРТАМ и. диал. ҡар. уртлам. Бер уртам һыуҙы бөркөу. Бер уртам һөт йотоу.
УРТА МӘКТӘП (мәктәбе) (Р: средняя школа; И.: secondary school; T.: ortaokul) и.
Урта белем биреүсе мәктәп. □ Средняя школа. Курше ауылдағы урта мәктәп. ■ [Мәктәп директоры Сәлимов — балаларға:] Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә бөгөнгө ҙур шатлығығыҙ менән, урта мәктәпте уңышлы тамамлап сығыуығыҙ менән ҡотлайым.
3. Биишева. Урта мәктәпте тамамлап, ҡулына аттестат алғас, артабан ҡайҙа уҡырға тип баш ватырға тура килмәне Әкрәмгә. X. Зарипов. Армияла кисен туғыҙынсы, унынсы кластарҙа уҡып, урта мәктәпте тамамлағанға аттестат алдым. Н. Ҡотдосов.
УРТАНСЫ (Р: средний; И.: the second; T: ortancı) с.
1. Урта өлөштәге. □ Средний. Уртансы урам. Уртансы кәштә. ■ Сабирға ҡаршылыҡһыҙ буйһонған кладовщик уртансы келәт ишеген асты. Я. Хамматов. Шкафтың уртансы булмәһендә Зәйтунә апаһының архивы һаҡлана ине. Ә. Хәкимов.
169