Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 170


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРТАСА
2. Күп баланан, ағай-эненән, апай-һеңле-нән һ. б. йәш буйынса урталағыһы. □ Средний. Уртансы бала. Уртансы ул. ■ Яҙ көнө Латиптың уртансы улына Кәнсерҙән кәләш төшөргәйнеләр, ике көн туй булды. С. Агиш. Арала иң тырышы, баҫалҡыһы уртансы улы Хисбулла булды. 3. Биишева. Уртансы апайҙың күрәҙәлек итеүе яңынан дөрөҫкә сыҡты. Б. Рафиҡов.
УРТАСА I (Р.: средний; И.: medium; Т.: orta) с.
1. Үлсәүе, миҡдары һ. б. буйынса урта кимәлдә булған. □ Средний. Уртаса ауырлыҡтағы. Уртаса оҙонлоҡтағы. ■ Ҡатын уртаса буйлы, аҡһыл һары сәсле, танауы бер аҙ өҫкәрәк кәксәйеп тор [а ]. Н. Асанбаев. Киң яурынлы, баҙыҡ кәүҙәле Чудинов эргәһендә уртаса буйлы, йоҡараҡ кәүҙәле Николай Романов нисектер кесерәйеп ҡалғандай күренә ине. В. Исхаҡов. Һауа хәл бөтөргөс эҫе лә, һалҡын да түгел — уртаса. И. Ғиззәтуллин.
2. Яҡшы ла, насар ҙа түгел, бер ни менән айырылып тормаған, ябай. □ Посредственный. Уртаса сифатлы тауар. Уртаса яуап. ■ Мин уртаса ғына йыйыштырылған бүлмәнең тап уртаһында торған, өҫтө ябыулы өҫтәл артына барып ултырҙым. Р. Ғабдрахманов. Эштә уртасараҡ ҡына кимәлдә йөрөй торған бер бригадаға етәкселек итә икән ул [Зифа апай]. Н. Мусин. Уртасараҡ кейемле .. бер малай бар ине. С. Агиш.
3. Бер нисә дәүмәл суммаһын уларҙың һанына бүлеүҙән килеп сыҡҡан, билдәле бер төркөм күренештәр өсөн ғәҙәти, типик булған. □ Средний. Айлыҡ уртаса температура. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм. Караптарҙың уртаса йөрөш тиҙлеге. М Себер йылғаларынан йылына уртаса 1200 миллиард киловатт-сәғәт энергия алырға була. М. Хисмәтов.
УРТАСА II (Р: средне, удовлетворительно; И.: middling; T.: orta) р.
1. Яҡшы ла, насар ҙа түгел, бер ни менән айырылып тормаған. □ Средне, удовлетворительно. Уртаса йәшәү. Уртаса уҡыу. ■ Ул [Әнәс] уҡыуын да уртаса ғына уҡый. Р. Ғабдрахманов. Зөһрә һәр ваҡыт еңел,
ләкин уртаса уҡыны. Д. Исламов. Былай тормошобоҙ уртаса ғына инде, кешенән артыҡ бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Р. Өмөтбаев. Әммә шулай уртаса ғына йәшәүҙәренә, балаларына белем бирә алыуҙарына Мәсәлимовтар ихлас шөкөр итә ине. М. Садиҡова.
2. Урта иҫәп менән, яҡынса. □ В среднем. ■ Хәнифә менән Сажиҙә һәр һыйыр менән көнөнә уртаса күпме ер тырматып була, шуны белергә тырыштылар. И. Ғиззәтуллин. Былтыр һәр гектарҙан уртаса егерме бишәр центнер ашлыҡ алынды. С. Поварисов.
УРТАСА АЛҒАНДА (Р: в среднем; И.: on the average; T.: ortalama olarak) р.
Бер нисә дәүмәл суммаһын уларҙың һанына бүлеүҙән килеп сыҡҡан, билдәле бер төркөм күренештәр өсөн ғәҙәти, типик. □ В среднем. Уртаса алғанда, бер класҡа тура килгән балалар һаны. ■ Ғаиләлә, мәктәптә ир тәрбиәһе етешмәй. Рәсәйҙә, уртаса алғанда, 10 ғаиләнең 8-е тарҡала. Ә. Сөләймәнов. Уртаса алғанда [сәсте ялғағанда] 100-150 сәс өлтөгө йәбештерелә, әммә тоташҡан урыны күҙгә күренеп, беленеп бармай. «Шоңҡар», № 12, 2010.
УРТАСАЛАНЫУ (уртасалан-) (Р: становиться средним, посредственным; И.: become ordinary; T.: sıradan olmak) ҡ.
Уртасаға әйләнеү, уртаса булыу. □ Становиться средним, посредственным. Урта-саланып бөтөү. Уҡыу уртасаланыу. ■ Кыш уртаһы ауа килә ауырыу тәүге ҡырҡыулығын юғалтты. Өшөтөү ҙә, яндырыу ҙа уртасаланды. 3. Биишева.
УРТАСАЛЫҠ (уртасалығы) (Р: посредственность; И.: mediocrity; T.: sıradanlık) и.
Яҡшы ла, насар ҙа түгел, бер ни менән айырылып тормағанлыҡ. □ Посредственность. Уртасалыҡтан күтәрелеү. Уртаса-лыҡтың дөйөм үҫешкә йоғонтоһо. ■ Урта-салыҡты үҙ исеме менән атайыҡ, уның да әҙәби процеста үҙ урыны булыуын, мәҙәниәт үҫешенә үҙ өлөшөн индереүен таныйыҡ, әммә .. уртасалыҡты осондороуҙарға сик ҡуяйыҡ. Ф. Күзбәков.
УРТАСӨЙӘК (уртасөйәге) и. диал. ҡар. умыртҡа һөйәге. Уртасөйәктең алтынсы быуыны. Кешенең уртасөйәге.
170