Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 171


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРТЛАМ
УРТАТОШ и. диал. ҡар. урта I. Өҫтәлдең уртатошо. Бүлмәнең уртатошонда тороу.
УРТАУ (урта-) ҡ. диал. ҡар. уртлау. Ҡуш ус менән һыу уртау. Аш ҡалағы менән балыҡ майын уртау.
УРТАУЫЛ (Р.: основное войско; И.: main army; T.: büyük alay) и. иҫк.
Урталыҡтағы төп ғәскәр. □ Основное войско, большой полк. П Арыҫлан батыр, уртауылды уҙенең алыҫ олатаһы Миңдеғол-доң Ағиҙел буйындағы биләмәләренә урынлаштырып, тирә-яҡтарға ваҡ-ваҡ төркөмдәр йөрөтә-йөрөтә, куҙ-ҡолаҡ булып торҙо. Ғ. Ибраһимов.
УРТА ҺӨЙЛӘШ (Р.: средний говор; И.: middle patoise; T.: Başkurt dilinin Orta lehçesi) u.
Башҡортостан Республикаһының Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Ишембай районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Белорет районының — Инйәр, Иглин районының Ләмәҙ буйында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү теле. □ Средний говор. Урта һөйләштә һуҙ башында б-п өндәренең тап килеше. Урта һөйләштең төп диалекталь үҙенсәлеге. ■ Урта һөйләш көньяҡ диалекттың егән, эйек-һаҡмар, дим, көнсығыш диалекттың ҡыҙыл һөйләштәре менән сиктәш урынлашҡан. Р. Шәкүр. Урта һөйләштең .. мөһим үҙенсәлектәренең береһе — реликт характерындағы боронғо диссимилятив өн ҡушылмаларының һаҡланып ҡалыуында. С. Миржанова.
УРТАҺЫНДА (Р: в середине; И.: in the middle of; T.: ortasında) бәйл.
1. Төп килештәге исемдән һуң килеп, урта, үҙәк өлөшөндә нимәлер торған, ниҙер башҡарылған берәй нәмәне, урынды, арауыҡты белдергәндә ҡулланыла. □ В середине, посередине. Урам уртаһында. Иҙән уртаһында. М Оҙаҡламай ҡәлғә уртаһындағы майҙанда халыҡ күренә башланы.
3. Ураҡсин. Ат өҫтөндәге кеше ауыл уртаһында атын саҡ ҡына туҡтатты. Ғ. Хисамов. Мәҡәләнең уртаһында — түше орден-миҙалдар менән ҡапланған капитан Ардыуановтың фотоһы. А. Абдуллин.
2. Төп килештәге исемдән һуң килеп, эш-хәрәкәт, хәл-ваҡиғаның билдәле бер ваҡыт аралығында башҡарылыуын, үтәлеүен белдереү өсөн ҡулланыла. □ В середине, посреди. Аҙна уртаһында. ■ Ярты тон уртаһында телефон шылтырағас, Яҡуп урынынан һикереп торҙо. Ә. Байрамов. Ул [Ринат] ҡайындарҙың май уртаһында нәмә һөйләшеүҙәре тураһында, һәр һандуғастың үҙенсә һайрауы хаҡында матур итеп һөйләй белә ине. Ә. Бикчәнтәев.
УРТБАҠА (Р: цинга; И.: scorbut; T: iskorbüt) и. диал. ҡар. зәңге.
Аҙыҡта витамин етешмәгәнлектән теш ите сереп, ҡан һауып, хәлде бөтөрә торған яман ауырыу; зәңге. □ Цинга. Уртбаҡа менән ауырыған кеше. Уртбаҡаны дауалау юлдары.
УРТЕШ (Р: сверхкомплектность зубов у лошади; И.: extra teeth; T: atın artık dişi) u. диал.
1. Йылҡы малында аҙау тешкә ҡапланып үҫкән артыҡ теш. □ Сверхкомплектность зубов у лошади. Уртеш менән яфаланған йылҡы.
2. Егерме йәштән үткәс кенә сыға торған иң төпкө теш; аҡыл теше. □ Зуб мудрости. Уртеш сығыу. Һунрап сыҡҡан уртеш.
3. Яңаҡтың төп яғындағы яҫы теш; яңаҡ теше; аҙау теш. □ Коренной зуб. Уртеште дауалау. Уртеш менән сәйнәү. Ҡуш уртеш.
4. Алғы теш менән яңаҡ тештәре араһындағы осло теш; эт теше. □ Клык. Уртеш менән тешләп өҙөү.
УРТ ИТЕ (Р: защёчные мышцы; И.: cheek muscles; T.: yanak kası) и. анат.
Урт мускулдары. □ Защёчные мышцы. Урт ите шешкән. Урт ите һыҙлай.
УРТЛАМ (Р: глоток; И.: gulp; Т.: yudum) и.
Уртҡа бер тултырып алырлыҡ күләм. □ Глоток. Өс уртлам һыу. ■ Ул [Тимер], ҡаушауын баҫырға теләп, бер уртлам һыу йотто. Б. Бикбай. Әсмәбикә Күкшишмәгә эйелде лә ике уртлам һыу эсте. Р. Низамов. Нурисламдың тупһаһы аша уҙып, ғүмерҙә бер уртлам һалҡын һыуын да эсмәгән Моратша ҡапҡанан килеп инде. М. Кәрим.
171