УРТЛАТЫУ
УРТЛАТЫУ (уртлат-) ҡ. йөкм. ҡар. уртлау. понуд. от уртлау. ■ Мин [һыуҙы] бер уртлауға ла риза булыр инем әле, валлаһи! — тип ант итергә кереште Вәлетдин. — Уртҡа һыйғансы уртлатһалар. М. Кәрим.
УРТЛАУ (уртла-) (Р.: набрать в рот (жидкость); И.: take liquid into one’s mouth; T.: yudumlamak) ҡ.
Уртҡа тултырып алыу (шыйыҡ нәмәне). □ Набрать в рот (жидкость). Һыу уртлау. ■ [Шафиҡ] сылтырап аҡҡан һалҡын шишмә һыуын ҡуш усы менән һоҫоп уртланы. Я. Хамматов. Ул [Ғәлиәкбәров]тумбочкалағы стаканды һыуын түгә-түгә үрелеп алды һәм, ике-ос йотом уртлау менән, еңеллек тойҙо, хатта зиһене лә яҡтырып киткәндәй булды. X. Зарипов. Алдына ҡуйылған һыйҙы, күршеләренең ит һоғондорошоуын күреүҙән ауыҙ һыуы килһә лә, [Караһаҡал] тегеһен-быны-һын семтеп ҡабып, бер аҙ ҡымыҙ уртлау менән сикләнде. Б. Рафиҡов.
УРТЛАУҒЫС (Р: ботало; И.: sort of fishing gear; T.: balık tutmada kullanılan bir tür sırık) и. диал. ҡар. дөмбөр.
Балыҡ өшкөтә торған тупалсаҡ башлы оҙон таяҡ. □ Ботало. Уртлауғыс менән балыҡ өшкөтөү. Уртлауғыс эшләү. Ҡайын ағасынан эшләнгән уртлауғыс.
УРТЛЫҒА^. диал. ҡар. урталай. Уртлыға ярыу. Уртлыға һындырыу.
УРШ-УРШ (Р: подражание звуку фырканья лошади; И.: sniff; T.: atların nefes çıkarması) оҡш.
Йылҡы малының танау аша сығарған тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку фырканья лошадей. Урш-урш килеү.
УРШЫЛДАУ (уршылда-) (Р: фыркать;
И.: snort; T.: nefes çıkarmak) ҡ.
Урш-урш тигән тауыш сығарыу, урш-урш килеү. □ Фыркать, фырчать. // Фырканье. К Йәш бейә ҡолонон кешеләрҙән ҡурсып уршылдай, ә инде ситкәрәк китһә, борсолоп бышҡыра. Й. Мостафин.
УРШЫУ I (уршы-) (Р: сохнуть; И.: dry (out); dessicate; T.: solmak) ҡ. диал.
1. Һыуы, дымы бөтөп еүеш хәлдән ҡороға әйләнеү; кибеү, шиңеү, һулыу. □ Сохнуть,
высыхать, засыхать. Гөл уршыған. Уршып бөткән.
2. Сырышлыға әйләнеү, сырыш менән ҡапланыу; йыйырсыҡланыу, сырышыу. □ Морщиться. Сикәләре уршыған. Йөҙ уршыу.
УРЫЙ и. диал. ҡар. урай. Һыйырҙың маңлайындағы урыйы.
УРЫҠ-ҺУРЫҠ (Р: урывками, изредка; И.: from time to time; T.: arasira)/?.
Әҙ-әҙләп, әллә ниҙә бер. □ Урывками, изредка, временами. Урыҡ-Һурыҡ ашау. Урыҡ-һурыҡ уҡыу. ■ Урыҡ-Һурыҡ ишетеүҙәренә ҡарағанда, ололар хәҙерге бәғзе йәштәрҙең күңелһеҙ ҡылыҡтары, хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙары хаҡында гәпләшә ине. Р. Байбулатов. Урыҡ-Һурыҡ, ялҡау ғына ауаз-өн сығарып, пулемёттар татылдап ҡуя. С. По-варисов. Урыҡ-Һурыҡ ишетелеп ҡалған һүҙҙәрҙән Ҡараһаҡал .. ниндәйҙер Солтангәрәй тигән бәндә килергә тейешлеген аңланы. Б. Рафиҡов.
УРЫЛЫУ (урыл-) ҡ. төш. ҡар. урыу. страд, от урыу. Иген ваҡытында урылған. Ашлыҡ ямғыр осоронда урылды. ■ Ҡатын-ҡыҙҙар урылған игенде ташый, оҙон эҫкерттәргә шыплап өйә. Й. Солтанов. Бер әйләнеп сыҡһаң, [диңгеҙҙәй баҫыуҙарҙың] ике-өс гектар игене урыла. Р. Низамов. Арыш урылды, ә бойҙайҙар үҙҙәренең өлгөрөп етеүҙәренән хәбәр бирәләр. С. Агиш.
УРЫН I (Р: место; И.: place; T.: orun) и.
1. Ниндәйҙер есем алып торған арауыҡ, шулай уҡ кемдер, нимәлер алып торорға мөмкин булған буш арауыҡ; ер. □ Место. Өй түрендәге урын. Китап һала торған урын. М Күбәләк-күбәләк ҡарҙар .. болоттар араһынан борғоланып-борғоланып төшәләр ҙә, ергә төшкәс, урын һайлаған кеүек, бер урындан икенсе урынға күсеп ҡуялар. А. Карнай. Уның [Сәлихтең] йөрәгендә әллә нисә кеше әллә нисә төрлө урын алған, һәр береһе үҙ һүрәттәре менән генә түгел, үҙҙәренең яҡшы, яман холоҡтары менән бер-береһенән бик ныҡ айырылып торалар. С. Агиш. Болотҡа еткән тауҙарҙы һикереп ашҡан Аҡбуҙат, тояғы тейгән урындан күл сығарған Аҡбуҙат. «Аҡбуҙат».
172