Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 173


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРЫН
2. Нимәлер яйлашҡан, алып торған йәки булып ятҡан арауыҡ, пункт. □ Место. Иҫтәлекле урын. Тарихи урын. Осрашыу урыны. Килеп төшөу урыны. ■ Әллә көткәнгә, былай ҙа оҙон йәйге көн сикһеҙ оҙон тойолдо, ә ҡояш бер урында тик торҙо, әйтерһец, бер ук маршруттан йөрөй-йөрөй туйған, яңы юл эҙләй. А. Абдуллин, һайгисеу тигән урын ауылдан бер саҡрым ту бәндә. Н. Мусин.
3. кусм. Ниндәйҙер эш-хәрәкәт, хәл-ваҡиға өсөн булған сәбәп, нигеҙ. □ Причина, основание, повод. Һуҙ әйтер урын ҡалмау. Уйланырға урын бар. ■ Кереусе, сығыусы куп, тимәк, шикләнергә лә урын юҡ. И. Абдуллин.
4. Кемдер, нимәлер өсөн махсус билдәләнгән, тәғәйенләнгән йәки ғәҙәттә кемдер, нимәлер алып торған билдәле бер арауыҡ, ер. □ Место. Сәй урынын йыйыштырыу. Асҡыстар уҙ урынында элеуле тора. М Ер шары сикһеҙ кеуек булһа ла, унда йәшәу өсөн уңайлы урындар самалы булып сыҡҡан. М. Хужин. Башҡорттар йәшәгән ерҙәренең ниндәй урын икәнен белгәндәр, шуға курә ерен, илен баҫҡынсыларҙан ныҡ һаҡлағандар. Л. Яҡшыбаева. Уға [Юлдашҡа] өләсәһе аш бешергәнсе, ишек алдына йәшел улән өҫтөнә балаҫ тушәп, ашъяулыҡ йәйеп, аш урыны әҙерләргә тура килде. 3. Биишева.
5. Ниндәйҙер эшмәкәрлек өсөн тәғәйенләнгән, хеҙмәт иткән арауыҡ, ер. □ Место. Өй һалына торған урын. ■ Насир, ысынлап та, ай һайын тигәндәй эш урынын алмаштырып, икенсе исемдәр менән йөрөй ине.
3. Ураҡсин. Кешеләр, .. яңы ғына борсолоп-ярһып һөйләнеуҙәрен онотҡандай, һәр ҡайһыһы уҙенең эш урынына йунәлде. Н. Мусин. Өй урынында .. алабуталар араһында бер-ике кәзә генә ылаҡтарын эйәртеп, супләнеп йөрөй ине. Һ. Дәүләтшина.
6. Бер кеше өсөн тәғәйенләнеп, ултырыу йәки ятыу, ҡайҙалыр булыу өсөн махсус рәтләнгән бүлмә, арауыҡ (тамаша залында, поезда, ҡунаҡханала һ. б.). □ Место. Концерт залындағы урын. Кунаҡтарға ҡунаҡханала әҙерләнгән урын. ■ Кискә ҡуныу урыны әҙерләу өсөн квартирьерский разъезға кешеләр һайларға ҡушып бойороҡ килде. И. Ғиз
зәтуллин. Ринат менән Фәнис эргәһендәге урынға берәу ҙә ултырманы. Р. Байбулатов.
7. Эштә, тормошта берәй әлкә буйынса тотҡан роль, әһәмиәт. □ Место. ■ Дәуләкән станцияһы .. хәҙер шул төбәктең сауҙа уҙәге урынын тота. Д. Юлтый.
8. Ниндәйҙер ярыштың һөҙөмтәһе булараҡ кемдеңдер булһа башҡалар менән сағыш-тырғандағы хәле. □ Место. Беренсе урын.
■ Ике йыл бит ул [Фәхри] уҙе — көрәштә, ә ерән аты сабышта беренсе урынды тотоп килә. Б. Бикбай. Әбсәләм һигеҙ йыллыҡ мәктәбе командаһы өсөнсө урынға сыҡҡан. Р. Байбулатов.
9. Ниндәйҙер шөғөл менән булышҡан ер, вазифалы эш. □ Должность, пост. Бригадир урынына ҡуйыу. Икенсе урынға урынлаштырыу. Н [Ташбулат — Сәлихҡа:] Һин ни, ауылда ҡара эш эшләмәҫһең, йәшерәк тимәһәләр, берәй урынға ҡуйырҙар. С. Агиш. Уҡыған, урында ултырған кешеләр элекке герман һуғышында һуғышҡа бармай, аҡ билет алып ҡалды. Ж. Кейекбаев. Арғынбаев, куптән шул урынға уҙен берҙән-бер лайыҡлы кеше тип иҫәпләп, уҙе Хөрмәт Сафичты эҙләп тапты. Д. Бүләков.
10. Ер өҫтөнөң арауығы, участкаһы. □ Местность. Тигеҙ урын. Йырынты урын. һаҙамыҡ урын. ■ Картты ағаслыҡ араһында уҙәнерәк урынға төшөрөп ерләнеләр. Ғ. Аллаяров. Калҡыуыраҡ урынға менгәс, алыҫтан бер ҙур ауыл куренде. Д. Юлтый.
11. Билдәле бер йүнәлеш, тараф һәм шул тарафтағы ер; яҡ. □ Местность. Таныш урынға килеп сығыу. ■ Ҡара төн уҙғас ҡына, сапёрҙар төркөмө билдәләнгән урынға барып етте. Ә. Байрамов. Аҙаҡ, ҡайтып барғанда, Сәмиҙец санаһы ҡалған урынға еткәс, Хәләфтең ағаһы уны уҙе тартып килтереп, йөккә бәйләне. Р. Байымов.
12. Үҙәк һаналған ерҙән ситтә булған әлкә, провинция, периферия, шулай уҡ шундағы ойошма, учреждение. □ Периферия, провинция. Урындарҙан килгән вәкилдәр.
■ Әминевтең .. аҙ һуҙҙәренән дә Саҡай уҙе өсөн куп һөҙөмтә сығарҙы: тимәк, урындағы кешеләргә яҡшыраҡ куренә, урында сараһын курергә кәрәк. Б. Бикбай.
173