Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 174


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРЫН
13. Нимәнеңдер айырым ере, участкаһы. □ Место, часть. Ағастың ярылған урыны. Беләктәге укол урыны. ■ Кисә генә әле бер урыны йәшел, ә икенсеһе һороланыбыраҡ торған ужым һәм куп йыллыҡ улән баҫыуҙары, тон уҙғансы, кемдер алмаштырып куйған шикелле, тотошлай йәм-йәшел булып киттеләр. Ә. Вәли. [Мейестең] сыуал арты тип әйтелә торған урынына сытыр, утын киҫәктәре тултырылған. Ғ. Дәүләтшин.
14. Әҙәби йәки музыкаль әҫәрҙең, берәй текстың һ. б. өлөшө, өҙөгө. □ Часть, место. Әҫәрҙең куңелде кутәрә торған урыны.
■ Доклад шул урынға еткәс, .. Әмирханов: «Бына нисек булған, ә!» — тигән булды. С. Агиш. Үҙенә тап төшөрә торған урындарҙы ситләтеп утеп, барлыҡ кургәндәрен һөйләп сыҡты Гәрәй. Б. Бикбай.
15. Багаждың, йөктөң һәр айырым нәмәһе (төк, йәшник, сумаҙан һ. б.). □ Место. Багажда биш урын биләу.
16. Йоҡлау, ятыу өсөн кәрәкле нәмәләр; түшәк, урын-ер. □ Постель. Урын йәйеу. Урын тушәу. Урын һалыу. ■ Өй хужаһы, мал-тыуарын теуәлләп, ҡараңғыла урын йәйеп, ойоп ҡына китеугә, кемдер һаҡ ҡына тәҙрә сиртте. 3. Ураҡсин.
17. Йоҡлау өсөн кәрәкле нәмәләр түшәлгән ер. □ Постель. Йылы урында йоҡлау.
■ Малай мышҡылдап илап, иҙәнгә йәйелгән урынға ятып, улек кеуек йоҡлап китте. Б. Бикбай. Йылы ғына урында йоҡлағы, оҙаҡ итеп йоҡлағы килә. Д. Юлтый. Атаҡайым, инде мин китәм. Минең урыныма кем ятыр? Сеңләүҙән.
18. диал. ҡар. урындыҡ I, 1. Урын ситенә ултырыу. Урында аунау. Урынға йәйелгән ашъяулыҡ. ■ Ул [Мәғфурә] яулыҡты тәҫләп бөкләп, урын егенә ҡыҫтырҙы. Һ. Дәүләтшина.
УРЫН II (Р.: ткацкий станок; И.: weaver’s loom; T: dokuma tezgâhı) и. диал.
Киндер һуғыу ҡорамалы. □ Ткацкий станок. Урындың көрөҫө. Урынды туҡыу эшенә әҙерләу. Урындың арбаһы. Урындың тәпәл-дереге.
УРЫН АҒАС и. диал. ҡар. урын II. Урынағасты йыйып ҡуйыу. Урынағастың ҡоролошо. Урынағастың артҡы өлөшө.
УРЫН АЯҒЫ (Р.: деревянная подставка (для складывания постельных принадлежностей); И.: sort of shelf; T.: ahşap altlık) u. этн.
Урын ҡаралдыһын йыйып, өйөп ҡуя торған ширлек (урындыҡтың башына ултыртыла). □ Деревянная подставка (для складывания постельных принадлежностей). Урын аяғына йыйылған ҡаралды. Биҙәп яһалған урын аяғы. Урын аяғын йәпләп ултыртыу.
УРЫН БАЛАҪЫ (Р: стёганый палас; И.: guilted rag; T: paspas) и. диал. ҡар. эсле балаҫ.
Йөндән йәки сепрәктән ҡалын итеп һуғылған, эсләнгән урын, ер ҡаралдыһы. □ Стёганый палас. Урын балаҫы эшләу. Урын балаҫы буләк итеу.
УРЫНБАҪАР (Р: заместитель; И.: deputy; T.: yardımcı) и.
Етәкселек вазифаһындағы кешенең ярҙамсыһы. □ Заместитель. Директор урынбаҫары. ■ Ҡасандыр Шланлыҡул ауылында йәшенде буйһондорған малай бөгөн инде электр цехы начальнигының урынбаҫары булып эшләй. Ә. Байрамов. Ауыл хужалығы министрының урынбаҫары Миҙхәт Алпаров йәш белгестәрҙе оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы. Яр. Вәлиев. Директор урынбаҫары Мәскәугә бик куп яңы ҡорамалдарға заказ бирҙе. Н. Ҡотдосов.
УРЫНБАҪАРЛЫҠ (урынбаҫарлығы) (Р: заместительство; И.: position of a deputy; T: vekillik) и.
Етәксенең ярҙамсыһы вазифаһы. □ Заместительство. Урынбаҫарлыҡ итеу. ■ [Миңһылыу:] Ҙур начальник булғанһың икән инде, ҡотлайым, — тип Саръяндың ҡулын ҡыҫты. — Урынбаҫарлыҡҡа яңыраҡ кусер-ҙеләрме?Ә. Байрамов.
УРЫН БАУЫ (Р: широкая лента, сотканная из разноцветной шерсти или украшенная вышивкой с кистями для скрепления сложенных постельных принадлежностей; И.: sort of embroidered ribbon; T.: geniş bant) и. этн.
174