Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 175


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРЫНДЫҠ
Йыйылған ҡаралдыны тарттырып ҡуя торған суҡлы, биҙәкле яҫы бау. □ Широкая лента, сотканная из разноцветной шерсти или украшенная вышивкой с кистями для скрепления сложенных постельных принадлежностей. Суҡлап эшләнгән урын бауы. Урын бауының төҫө.
УРЫН-ВАҠЫТ КИЛЕШ (Р.: местновременной падеж; И.: locative; T.: ismin -de hâli, bulunma hâli) и. гром.
«Нимәлә?», «ҡайҙа?» һорауҙарына яуап биргән килеш. □ Местно-временной падеж. Урын-ваҡыт килештәге һуҙ. Исемде урын-ваҡыт килештә уҙгәртеу. ■ Ваҡытты, урын-аралыҡты белдергән исемдәр, төбәу, сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәренең ялғауҙарын ҡабул итеп, рәуеш функцияһында ҡулланылалар: төндә, таңдан, көнөнә, тубәнгә, урҙән. М. Зәйнуллин.
УРЫНҒА (Р: вместо; И.: instead; Т.: yerine) бәйл.
-аһы/-әһе, -һы/-һе йәки -р ялғаулы сифат ҡылым формаһынан һуң килеп, бер эш-хәрәкәт йәки нәмәнең башҡа бер эш-хәрәкәт йәки нәмәне алмаштырғанын белдергәндә ҡулланыла; урында. □ Вместо. Уҡыйһы урынға уйнап йөрөу. Ярҙамлашаһы урынға ҡамасаулау. М Кәк-күк тип әйтер урынға кәккәк тигән була. С. Кулибай. Кәбән ҡойҙораһы урынға [бригадир] уны [Йомағол ағайҙы] картуф еренә ебәрә. М. Тажи.
УРЫНҒА ТӨШӨҮ (урынға төш-) (Р: поступить на работу; И.: get enrolled; T.: işe başlamak) ҡ. диал.
Эшкә урынлашыу. □ Поступить на работу. Фабрикаға урынға төшөу. Еңел урынға төшөу. Урынға төшөргә барыу.
УРЫНДА бәйл. ҡар. урынға. Эшләйһе урында уйнайҙар. ■ Тырышаһы урында нишләйҙәр бит, ә? Б. Бикбай.
УРЫНДАҒЫ (Р: местный; И.: local; Т: yerli) с.
1. Билдәле бер урынға хас, билдәле бер урынға мөнәсәбәтле. □ Местный, локальный. Урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр. Урындағы һөйләш. Урындағы шарттар. ■ [Сәғиҙә:] Мин, ошо диаграммаларға таянып, .. уҡы
тыу программаһын, дәресте урындағы материалға ҡулайлаштырам. М. Тажи.
2. Шул урында йәшәгән, ерле. □ Местный. Урындағы халыҡ. ■ «Белмәйем, уныһын инде һеҙ, урындағы кешеләр, үҙегеҙ ҡарағыҙ, һеҙгә яҡыныраҡ», — тине Сафа Әминев. Б. Бикбай.
3. Билдәле бер урын өсөн генә әһәмиәтле. □ Местный. Хоҡуҡ яғынан ныҡ сикләнгән урындағы идара. Урындағы советтарға һайлауҙар. ■ Эстонияла крәҫтиәндәр сыуалышы башланғас, урындағы властар тотҡондарҙы [Салауат менән Юлайҙы] Себергә ебәрергә уйлай, ләкин сенаттың генерал-прокуроры быны тыя. Р. Солтангәрәев. [Дубов:] Иптәш Байрамғолов, асыуланыштан булмаһын: мин урындағы партия ойошмаһынан ярҙам һорайым. К. Мәргән.
УРЫНДЫҠ I (урындығы) (Р: нары;
И.: plank bed; T: kerevet) и.
1. Ятып йоҡлау һәм менеп ултырып ашау өсөн иҙәндән ҡалҡыу итеп таҡтанан йәйелгән киң, оҙон урын. □ Нары. Урындыҡ аҫты. Урындыҡ йөҙлөгө. Урындыҡҡа түшәлгән түшәк. ■ Кунаҡҡа саҡырыусы башта яйлап түргә уҙа, урындыҡҡа ултыра. Ашыҡмай ғына доғалар ҡылалар. М. Кәрим. Киң урындыҡ буйлап теҙелешеп ятып йоҡлаған ялсыларҙың иң арғы ситендә ятҡан Андрей ҡарт уянып, ҡыжҡылдап йүткерергә кереште. Һ. Дәүләтшина. Бүрәнә өйҙөң түр яғына буйҙан-буй түшәлгән урындыҡҡа йөндән һуғылған балаҫ йәйелгән, стена буйлатып аҡ кейеҙ түшәлгән. 3. Ураҡсин.
2. диал. ҡар. ултырғыс. Артлы урындыҡ. Тәпәш урындыҡ. Кулдан эшләнгән урындыҡ. ■ Хафиз ҡарт урындыҡҡа кире ултырҙы. М. Тажи. Оморҙаҡ ағай әлеге иҫән ҡулы менән урындыҡты күтәреп ҡараны һәм кире иҙәнгә ҡуйҙы. Ш. Бикҡол. «Ултырығыҙ», — тине Назарова, үҙенең ҡаршыһындағы урындыҡты күрһәтеп. Ш. Бикҡол.
3. Бер нисә кеше ултырырлыҡ итеп оҙонса таҡтанан аяҡлап яһалған ҡулайлама; эскәмйә. □ Скамейка. Капҡа алдындағы урындыҡ. Урындыҡтың тояғы. ■ Станция эсендә берҙән-бер оҙон урындыҡтың бер
175