Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 176


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРЫНДЫҠ
башындағы мөйөшөндә сөннәтле эшләпә кейгән берәу бөкшәйеп ултырған. А. Таһиров.
4. Ағас карауат. □ Деревянная кровать. Урындыҡтың япмаһы. Урындыҡҡа өйөлгән мендәрҙәр.
5. миф. Мифлаштырылған урын. □ Нары (мифологизированное место, освоенная территория). М Балаларға: «Урындыҡтан төшмә, бапаҡ әпкитә», — тип ҡурҡыта торғайнылар әуәле. Ф. Хисаметдинова.
УРЫНДЫҠ II (урындығы) и. диал. ҡар. урын II. Урындыҡты урынлаштырыу. Урындыҡтың тарағы.
УРЫНДЫҠ III (урындығы) (Р.: выступ на дне реки; И.: ledges in riverbed; T.: nehrin dibindeki çıkıntı) и. диал.
һыу төбөндәге һикәлтә. □ Выступ на дне реки. Йылғалағы урындыҡ. Кул ситендәге урындыҡ.
УРЫН-ЕР I (Р.: место, местность; И.: location; country; T: orun ve yer) и. йыйн.
1. Ер өҫтөнөң билдәле бер урыны. □ Место, местность. Урын-ергә барып етеу. Урын-ерҙе алмаштырыу. ■ [Ғилмишәриф — Заһретдинға:] Урын-еренә барып еткәс, кәрәкле кешеһенә курһәтермен. Р. Өмөтбаев. Бик булмаһа, һөйләгән мажараһының урын-ерен, кешеләрен алмаштырып ебәрә [Әхмәҙулла]. 3. Ураҡсин. Йылҡыбай был урын-ерҙе оҡшатып, яр буйында оҙағыраҡ йөрөргә теләһә лә, Зөһрәне куреп ҡалған Аллабирҙе .. уны тирмәгә инергә ҡыҫтай башлай. «Алдар менән Зөһрә».
2. Эш-хәлдәге тейешле кимәл. □ Должный уровень. Урын-еренә еткереп эшләу. ■ Семәрләп, урын-еренә еткереп, ысын арба, ысын ат кеуек итеп эшләнгән уйынсыҡтар аша, курәһең, сабый куңелендә уны яһаусыға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Т. Ғарипова.
3. диал. ҡар. урын I, 16. Урын-ерҙе йыйыштырыу. Я Ашъяулыҡҡа һый-ризыҡ өйөлдө, самауырҙың утлыҡсаһы төтөн урғылтты, урын-ер ҡаралдыһы ҡағылып-һуғылып яңынан тушәлде. Т. Ғарипова. [Карауат] өҫтөнә сыҡҡансы урын-ер менән тултырылған ине. Н. Иҙелбай.
УРЫН ЙӘЙМӘҺЕ (Р: палас; И.: kind of mat; T: kilim) и. диал. ҡар. балаҫ.
Йөндән йәки сепрәктән ҡалын итеп һуҡҡан урын, ер ҡаралдыһы; балаҫ. □ Палас. Йөн урын йәймәһе. Сепрәк урын йәймәһе.
УРЫНЛАШТЫРЫЛЫУ (урынлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. урынлаштырыу, страд, от урынлаштырыу. ■ Мәрхәбәнең тырышлығы арҡаһында төҙөусе әсәләрҙең балалары йәслеләргә һәм балалар баҡсаларына берен-селәрҙән булып урынлаштырыла. Ә. Байрамов. Машиналар ышыҡҡа урынлаштырылғас, .. иҫемә төшөп, баяғы ығы-зығы тураһында һораштым. Ш. Бикҡол. Һул яҡтағы бәләкәй булмәлә Ҡеуәтовтың әсәһе менән һецлеһе Зәйнәптең карауаттары урынлаштырылғайны. Ә. Вәли.
УРЫНЛАШТЫРЫУ (урынлаштыр-) (Р: помещать, размещать; И.: place; accommodate; T.: yerleştirmek) ҡ.
1. Нимәнелер билдәле бер урынға ҡуйыу.
□ Помещать, размещать. // Помещение, размещение. Урынлаштырып йөрөу. М Хәсән, урәсәһе алынған арбаға мискә урынлаштырып, ат егеп килгәйне. С. Агиш. Рәшиҙә .. әҙерләнгән соҡорҙарға уҫентеләрҙең тамырҙарын нисегерәк урынлаштырырға икәнлеген курһәтте, ҡулынан көрәге төшмәне. Ғ. Аллаяров. Инженер уҙе белмәгән, тик самалаған ғына деталде станокҡа ниндәй тиҙ һәм шундай оҫта итеп урынлаштырҙы, хатта «Аҡбаш ҡыҙы»на ҡырыныраҡ ҡарап йөрөгән Бикмәтов та уға ғәжәпләнде. Ә. Вәли.
2. Торор, йәшәр урынға индереү, ҡуйыу.
□ Обустраивать. // Обустройство. Өйгә урынлаштырыу. М Теге «кун кейем ағай» һуҙендә торҙо: ҡалаға барғас, кемдәрҙер менән һөйләшеп, Ниғмәтте ниндәйҙер уҡыу йорто ятағына урынлаштырҙы. Р. Байымов. Ағайым әйберҙәрҙе килтереп, мине тамам урынлаштырып, уҙе ауылға ҡайтып китте. М. Ғафури. Фәузиәне уҙ янына нисек килтерергә, ҡайҙа урынлаштырырға, тип Юлай туҡтауһыҙ баш ватты. И. Ғиззәтуллин.
3. Нимә менәндер шөғөлләнер урынға индереү. □ Устраивать. // Устройство. Уҡырға урынлаштырыу. ■ Аҡбулат юлда барғанда кемдәрҙе ҡайҙа, ниндәй эшкә урынлаштырырға кәрәклеген уйлап барҙы.
176