Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 177


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРЫНЛЫ
Ғ. Дәүләтшин. Миңлекәй анау бала-сағаны уҡытырға урынлаштырайым тип киткәндән ҡайтҡаны юҡ. Һ. Дәүләтшина.
4. Ғәмәлгә индереү, тормошҡа ашырыу. □ Устанавливать, вводить. // Установление, ввод. ■ Тәвкилев тә, Алдарбай ҙа хандың ярандары менән яҡындан танышырға, улар менән һәйбәт мөнәсәбәт урынлаштырырға тырыша. Н. Мусин. Абдуллин — граждандар һуғышы геройы, Башҡортостанда Совет власы урынлаштырыу өсөн көрәштә актив ҡатнашыусыларҙың береһе. Б. Рафиҡов.
5. Ғәмәлгә килтереү, ғәмәлдә бар итеү, булдырыу □ Устанавливать, вводить. // Установление, ввод. Тыныслыҡ урынлаштырыу. М Тарифты штабҡа саҡырттылар ҙа «Заря» менән ике арала ашығыс элемтә урынлаштырыу кәрәклеген әйттеләр. Ә. Байрамов. Батша армияһының да, Ҡыҙыл Армияның да уставын яҡшы белгән Мортазин ғәскәрендәге тәртипте шуларҙың өлгөһөндә урынлаштырҙы. Р. Солтангәрәев. Ил Инәһе тигәндәре теҙгенде уҙ ҡулына йомарланы, тиҙ ук тәртип урынлаштырҙы. Й. Солтанов.
УРЫНЛАШЫУ (урынлаш-) (Р: помещаться, размещаться; И.: be sitnated; indwell; T.: yerleşmek) ҡ.
1. Билдәле бер ерҙән урын алыу, берәй урынға яйлашыу. □ Помещаться, размещаться, располагаться. ■ Уның [Әлемғолдоң] уң яғына Нурый, һул яғына Бикмәт урынлашҡан. С. Агиш. Данир эҙләгән йортон шунда уҡ тапты, аҫҡы ҡатында магазин урынлашҡайны. Р. Байбулатов. Әбйәлилов завод бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан витамин цехынан төшөп килә ине. Ә. Байрамов.
2. Тороу, йәшәү өсөн урын алыу. □ Устраиваться. // Устройство, размещение. М Икенсе палаткала экспедиция начальнигы Великореңкий һәм геолог Сәғит Хәмзин урынлашҡан. Ә. Бикчәнтәев. Бибинур фатирға урынлашҡайны. Д. Бүләков.
3. Нимәлер менән шөғөлләнеү өсөн бер урынға инеү. □ Устраиваться. // Устройство. Уҡырға урынлашыу. Н Ринат менән паркҡа эшкә урынлашырға килгәндә әле буйҙан-буй
ға һуҙылған тутәлдәр сәскәгә кумелеп ултыра ине. Р. Байбулатов. Ул [Йәнтимер] эшкә урынлашҡан, мин — юҡ әле. С. Агиш.
4. Барлыҡҡа килеү; ойошоу, тормошҡа ашыу. □ Устанавливаться, укрепляться. // Установление, укрепление. Власть урынлашыу. Хакимлыҡ урынлашыу.
5. Ғәмәлгә ашыу, ғәмәл булыу. □ Устанавливаться. // Установление. М Купмелер ваҡытҡа бүлмәлә уңайһыҙ бер тынлыҡ урынлашты. Ш. Бикҡол. Бүлмәлә тәрән тынлыҡ урынлашты. Ә. Байрамов.
УРЫНЛЫ I (Р: уместный; И.: appropriate; T.: yerinde) с.
1. Урыны нәҡ тура килгән, кәрәкле генә ваҡытта булған. □ Уместный. Урынлы нәмә. Урынлы һуҙ. ■ Башта һуҙ һалдаткаларҙың урынлы талаптары хаҡында барҙы. 3. Биишева. Янһаров, ҡайтырға теләүенән бигерәк, аҡыллы оло ҡатындың урынлы иҫкәртеү -ҙәренән оялғанлығынан, алдына алған уйынан кире ҡайтманы. Б. Бикбай. Фәтхиҙең бик урынлы был һорауы малайҙы бер мәлгә бөтөнләй телдән яҙҙырҙы. Р. Ғабдрахманов.
2. Ҡылған, эшләгән ниндәйҙер эш-хәрәкәткә ярашлы булған. □ Заслуженный, достойный. Урынлы маҡтау. Урынлы шелтә. ■ Был эш минең өсөн бик ҙур һәм урынлы һылтау булды. М. Ғафури.
УРЫНЛЫ II (Р: уместно; И.: appropriately; T.: yerinde)/?.
1. Урыны нәҡ тура килгән, кәрәкле генә. □ Уместно, к месту. Урынлы ҡулланыу. Урынлы әйтеү. ■ Һорау бик урынлы ине, ләкин яуап биреүсе булманы. Ә. Бикчәнтәев. Зөфәр төпсөшөп ҡуйыуҙы урынлы һананы. Д. Бүләков. Арбаныуынан тамам айнып етмәгән Кашапов был тәҡдимде лә урынлы күрҙе. Яр. Вәлиев.
2. Ҡылған, эшләгән ниндәйҙер эш-хәрәкәткә ярашлы. □ Заслуженно, по заслугам. Урынлы шелтәләү. Урынлы ҡотлау. Урынлы бирелгән бүләк. ■ «Минеңсә, иптәштәргә ҡаты яза биреү урынлы, бөтәбеҙгә лә һабаҡ булһын, сөнки намыҫтан, выжданыңдан ҡасыу үҙе үк енәйәт бит ул», — тип нисектер ҡыҙып-ҡыҙып һөйләп бөтөрҙө Әлмира. Р. Байбулатов.
177