Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 178


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРЫНЛЫ-УРЫНҺЫҘ
УРЫНЛЫ-УРЫНҺЫҘ (Р.: некстати; И.: inopportunely; T.: yerli yersiz) р.
Маҡсатҡа ярашһыҙ; кәрәкһеҙ. □ Некстати. Урынлы-урынһыҙ кеше һуҙенә ҡыҫылыу. ■ Рәхмәт .. уҙенең көләс куҙҙәрен төрлө яҡҡа йугертеп, ҡулдарын урынлы-урынһыҙ һелтәй башланы. Ғ. Хәйри. [Форпостар] ил сиген аша атлап, урынлы-урынһыҙға утеп-һутеп йөрөмәһендәр, тыныслыҡты боҙмаһындар тип һалынғандар. Ғ. Ибраһимов.
УРЫН МЕНДӘРЕ (Р.: думка; И.: small pillow; T.: küçük yastık) и. диал. ҡар. ҡолаҡ мендәре.
Баш аҫтына һалыу өсөн йәтешләп, эсенә мамыҡ йәки башҡа йомшаҡ нәмә тултырып яһалған бәләкәй мендәр. □ Думка. Урын мендәре тышы. Урын мендәре тегеу.
УРЫН ТАРТМАҺЫ и. диал. ҡар. урын бауы. Урын тартмаһының биҙәге. Урын тартмаһын эшләу. Урын тартмаһы менән тарттырып ҡуйыу.
УРЫН ТЕШЕ (Р: зуб мудрости; И.: wisdom tooth; T.: akıl dişi) и. диал. ҡар. аҡыл теше.
Егерме йәштән үткәс сыға торған иң төпкө теш. □ Зуб мудрости, һуңлап сыҡҡан урын теше. Урын теше һыҙлауы. Урын тешен дауалау.
УРЫН-ТУРЫН р. диал. ҡар. йәшерен. Урын-турын аҡса йыйыу. Урын-турын эш башҡарыу.
УРЫНТЫН (Р: тайно; И.: secretly; T.: gizlice) р. диал. ҡар. йәшерен.
Кемдәндер йәшерелә торған, күптәргә билдәле булмаған. □ Тайно, секретно. Урынтын һөйләшеу. Урынтын эш. Урынтын ваҡиға.
УРЫН-ТЫН и. диал. ҡар. урын-ер 3. Урын-тын бөтә яҡшы ҡаралдынан. Матур итеп йыйыштырылған урын-тын.
УРЫН ТӘҢКӘҺЕ (Р: монета, опущенная женихом в чашку на свадебном пиру; И.: kind of ritual coin; T.: güvey parası) и. этн. ҡар. кейәү тәңкәһе.
Туйҙа эскән һауытҡа һалынған тәңкә. □ Монета, опущенная женихом в чашку на свадебном пиру. Урын тәңкәһе биреу. Урын тәңкәһен әҙерләп ҡуйыу.
УРЫНҺЫҘ I (Р: неуместный; И.: inappropriate; T: yersiz) c.
1. Кәрәкмәгәнгә әйтелгән, эшләнгән һ. б.
□ Неуместный, бестактный. Урынһыҙ шик. ■ Тимер ҡайһылай кумеу тураһында урынһыҙ һорау биреуенә эсенән оялып, һуҙҙе башҡа яҡҡа борорға ашыҡты. Б. Бикбай. Сәғиҙә сабырлыҡ курһәтте, шаярҙы-көлдө, әммә урынһыҙ урында ир иркенә буйһонманы. М. Кәрим.
2. Ҡылған, эшләгән берәй эш-хәрәкәткә ярашлы булмаған; нигеҙһеҙ. □ Незаслуженный, необоснованный. Урынһыҙ йәбер. Урынһыҙ шелтә. ■ Оморҙаҡ ағайҙың уйлап сығарылған был урынһыҙ фәлсәфәһе мине тертләтеп ук ебәрҙе. Ш. Бикҡол. Борис менән Ғилман Юлдаштың урынһыҙ ҡыҙыуынан төрлөсә шаяртып, мәрәкәләп, уйынға һабыштырып ҡараһалар ҙа, баяғы куңелле-лек кире ҡайтманы. 3. Биишева.
УРЫНҺЫҘ II (Р: неуместно; И.: mal-â-propos, misplaced; T: yersiz) p.
1. Кәрәкмәгәнгә әйтеп, эшләп. □ Неуместно, некстати. Урынһыҙ ҡулланыу. Урынһыҙ шаярыу. ■ Шәйхи бабай көлдө, сөнки һорау уға урынһыҙ бирелгән кеуек ине. Ғ. Хәйри. Нимәлер һиҙенә беҙҙең һынсыл ҡарт, ләкин был турала ауыҙ асырға урынһыҙ һанай. Б. Бикбай. Морат, урынһыҙ ҡыҫылып, эште бөтөнләй боҙҙо. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ҡылған, эшләгән берәй эш-хәрәкәткә ярашһыҙ итеп, бушҡа. □ Незаслуженно, необоснованно. Урынһыҙ шелтәләу. Урынһыҙ әйтеп ҡуйыу. ■ Бикбай фекеренсә, йәштәр ҡабарталар, хөкумәт башында ултырған кешеләргә урынһыҙ тел тейҙерәләр. И. На-сыри.
УРЫНҺЫҘҒА (Р: незаслуженно; И.: undeservedly; T: haksız yere) р.
Нигеҙле сәбәп булмаған көйө; бушҡа.
□ Незаслуженно. Урынһыҙғарәнйетеу. Урынһыҙға ҡыҫылыу. Урынһыҙға ҡысҡырып көлөу. Урынһыҙға зарланыу. ■ Эйе, проблемалар быуа быуырлыҡ: ерҙе ашламалар, гербицидтар менән ағыулау, урынһыҙға һөрөу, малдан тапатыу. Л. Яҡшыбаева. Әпҡадир муллаға «Хөрәсән ялҡауы» тигән ҡушамат урынһыҙға тағылмаған булһа ла, ул ғәфләт
178