УРЫҪ АҘНАҺЫ
кә бирелгән ғәмһеҙ кешеләрҙән тугел ине. К. Мәргән. Шәмсетдин дә Сәлимә һуҙҙәрендә һағайыу тулҡындары тирбәлеуен, куңеленең урынһыҙға тертләп китеуен һиҙә. Р. Байымов.
УРЫНҺЫҘЛЫҠ (урынһыҙлығы) (Р.: неуместность; И.: incongruity; T.: yersizlik) и.
Ярамағанлыҡ, килешле булмағанлыҡ.
□ Неуместность. Урынһыҙлыҡ икәнен яҡшы белеу. Я [Сауҙа итеуселәргә] купме ауыр задание һалына, сауҙа итеп маташыуҙың урынһыҙлығы аңлатыла, улар һаман уҙене-кен итә. 3. Биишева. Ныҡышып тороуҙың урынһыҙлығын аңлап, Ямалетдинов был турала башҡа өндәшмәне. X. Ғиләжев.
УРЫНЫ МЕНӘН р. ҡар. урыны-урыны менән. Урыны менән яуған ямғыр. Урыны менән тайғаҡ юл. Урыны менән һибелгән ҡом. Я Ҡорбанов ул урыны менән маҡтай ҙа, етешһеҙ яғыңды куҙеңә тура ҡарап әйтә лә белә. М. Тажи.
УРЫНЫНА (Р.: вместо; И.: instead; T: yerine) бәйл.
1. Төп килештәге исем һәм -у формаһындағы исем ҡылымдан һуң килеп, бер эш-хәрәкәт йәки нәмәнең башҡа бер эш-хәрәкәт йәки нәмәне алмаштырғанын белдергәндә ҡулланыла. □ Вместо. Исем урынына ҡулланылған ҡушамат. Ашау урынына уйнап йөрөу. Фекер алышыу урынына мәғәнәһеҙ бәхәсләшеу. Я Айыу урынына һыйыр, төлкө урынына, яңылышып, эт, болан атыу мотивтары — традицион мотивтар. Ф. Нәҙершина. Бәхәсте хәл итергә тотонған турә-ләр .. былай ҙа ҡатмарлы төйөндө сисеу урынына һаман сейәлткәндәр. 3. Ураҡсин. Яй ғына атлап өй алдына сыҡты [Байморат ҡарт]. Физзарядка урынына бер аҙ утын ярҙы. Ф. Янышев.
2. Төп килештәге исемдән һуң килеп, кемдеңдер йәки нимәнеңдер сифатын, эш-хәрәкәтен һ. б. икенсе менән сағыштырғанда, уға оҡшатҡанда ҡулланыла; кеүек, шикелле.
□ Как. Я [Айытбай — Ғибәткә:] Бер атың менән эт һөйрәткән эсәк урынына һөйрәләһең. Ж. Кейекбаев. Собхан старшина уҙенең йортон һаҡлап торған Иҙристе, эт урынына туҡмап, урамға ҡыуып сығарған, ти. 3. Биишева.
УРЫНЫ-УРЫНЫ МЕНӘН (Р: места ми; И.: in some areas; T: yer) p.
Бөтә ерҙә лә түгел, айырым урындарҙа ғына. □ Местами. Урыны-урыны менән яуған ҡар. Урыны-урыны менән барған ремонт эштәре. Я Урыны-урыны менән бик һаҡ булырға көрәген куҙ уңында тотоп, Кинйә, ысынлап та, ни бары уҙе генә китергә булғайны. Ғ. Ибраһимов. Илшаттың тәне ҡояшҡа ҡып-ҡыҙыл булған, урыны-урыны менән куберсектәр ҡалҡҡан. В. Ғүмәров. Бәләкәй генә инеш ағып сыҡҡан Ҡаранйылға .. урыны-урыны менән кутер аҫтына инеп юғала. Т. Сәғитов.
УРЫП-ЙЫЙЫУ (урып-йый-) (Р: убирать, жать; И.: reap; T: toplamak) ҡ. йыйн.
Көҙ көнө ашлыҡты урыу, йыйып алыу. □ Убирать, жать, косить, скашивать хлеб. // Уборка, жатва. Урып-йыйыу техникаһы. Я Ашлыҡты урып-йыйып алғандан һуң, ҡамылын яндырып, төбө-тамырын төрән кәҫ аҫтына кумдергәс тә, ҡурпы йәшәреп шыта. Ш. Янбаев. Удар ун көнлөк. Шул ваҡыт эсендә урып-йыйып бөтөргә кәрәк. Б. Бикбай.
УРЫҪ I (Р: русский; И.: Russian; Т: Rus) и.
Рус милләтенән булған кеше. □ Русский. Я Урыҫ запаслы була бит ул: ҡыяр, ҡарбуз, ҡауын орлоғо биреп ебәрҙе бына. Б. Бикбай. Кешенең кем икәнлеген белгең килһә, турә итеп ҡуй, тиҙәр урыҫтар. Р Ғабдрахманов.
УРЫҪ II (Р: русский; И.: Russian; Т: Rus) с.
Рус милләтле. □ Русский. Я һуңлабыраҡ булһа ла, ҡыпсаҡтар, урыҫ кенәздәре менән берләшеп, монголдарға ҡаршы сығырға ынтылып ҡараны. Р. Байымов. [Профсоюздарҙың әлкә советының яңы председателе] ялбыр ҡашлы, мөләйем генә йөҙлө урыҫ кешеһе ине. Д. Бүләков.
УРЫҪ АҘНАҺЫ (Р: воскресенье; И.: Sunday; T: Pazar) и. диал. ҡар. йәкшәмбе.
Аҙнаның етенсе көнө. □ Воскресенье. Урыҫ аҙнаһы һайын ял итеу. Я Бөгөн генә йома, иртән шәмбе, береһе көнгә урыҫ аҙнаһы. Көндәр юрта шулай бер-бер артлы, асыла-ябыла ғумер ҡапҡаһы. Ғ. Амантай. [Тимербу-латтың ағаһын] урыҫ аҙнаһы көндө ерләнек.
179