Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 180


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УРЫҪ АТНАКӨН
Ғ. Ибраһимов. Анау урыҫ аҙна көн үҙебеҙ барғас: «Исҡаҡ, базар ходить надо», — тигәйне [Михәйлә ҡарт]. В. Исхаҡов.
УРЫҪ АТНАКӨН и. диал. ҡар. урыҫ аҙнаһы. Урыҫ атнакөн саңғыла йөрөү.
УРЫҪ ЙОМАҺЫ и. диал. ҡар. урыҫ аҙнаһы. Урыҫ йомаһында күрешеү. Урыҫ йомаһында театрға барыу.
УРЫҪ КЕСЕРТКӘНЕ (Р.: яснотка белая; И.: nettle species; T: beyaz ballıbaba) и. диал. ҡар. һуҡыр кесерткән.
Баллы бабай һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Яснотка белая, глухая крапива (лат. Lamium album). Урыҫ кесерткәненән әҙерләнгән төнәтмә тынысландыра.
УРЫҪ КӨМБӘҺЕ (Р.: груздь; И.: sort of mushroom; T.: acı mantar) и. диал. ҡар. кәпәсбаш.
Уртаһы соҡорораҡ булып торған киң башлы, ҡыҫҡа йыуан һабаҡлы, ҡалпағы аҡ йәки һарғылт бәшмәк. □ Груздь (лат. Lacta-rius resimus). Урыҫ көмбәһен тоҙлау. Урыҫ көмбәһен йыйыу. Ҡайынлыҡта үҫкән урыҫ көмбәһе.
УРЫҪ КӨПШӘҺЕ (Р: дягиль лекар ственный; И.: medicinal herb species; T.: mele-kotu) и. диал. ҡар. айыу көпшәһе.
Һыу буйҙарында үҫкән шыма ҡабыҡлы, ағыулы, йыуан һаҫыҡ көпшә. □ Дягиль лекарственный (лат. Archangelica officinalis). Һыуыҡ тейеүҙән дауаланыу өсөн әҙерләнгән урыҫ көпшәһе. Урыҫ көпшәһе һабағы. Урыҫ көпшәһе һуты.
УРЫҪ ҠАҠЫҺЫ (Р: лесная свербига; И.: bunias; T.: çırşalgamı) и. диал.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, йөнтәҫ һабаҡлы, киртләс ҡауырһын япраҡлы, һары сәскәле, ашай торған әскелт тәмле үҫемлек, сөсө ҡаҡы. □ Лесная свербига (лат. Bunias). Урыҫ ҡаҡыһын йыйыу. Урыҫ ҡаҡыһының сәскәһе.
УРЫҪ ҠАНДАЛАҺЫ (Р: клоп полевой; И.: kind of pest; T: lygus böceği) и. диал.
Йәшкелт һоро төҫтәге ҡыр ҡандалаһы. □ Клоп полевой (лат. Lygus pratensis). Урыҫ ҡандалаһынан ағастарҙы һаҡлау. Япраҡтарҙасы урыҫ ҡандалаһы. Урыҫ ҡандалаһы йомортҡалары.
УРЫҪ ҠАПҠА (Р: тесовые ворота; И.: sort of large gate; T: üstü kapalı büyük kapı) и.
Башы ябылған ҙур ҡапҡа (ҡалайҙан, таҡтанан). □ Тесовые ворота. Зәңгәр төҫлө урыҫ ҡапҡаһы. Урыҫ ҡапҡаһы бағанаһы. ■ Торараҡ [Азамат менән Мәрйәм]яңы мунса ултырттылар, унан таҡтанан урыҫ ҡапҡаһы ҡуйҙылар, ихатаны бейек ҡойма менән ураттылар, баҡсаны яңынан кәртәләнеләр. Т. Ғиниәтуллин. Яңы ғына яһатҡан урыҫ ҡапҡа асылырҙай түгел ине. И. Ғиззәтуллин. Үҙҙәренең урыҫ ҡапҡаһы төбөнән Сабира ҡул болғай ине. Р. Низамов.
УРЫҪ ҠӨРЬӘНЕ (Р: Библия; И.: the Bible; T.: Kutsal Kitap) и. һөйл. ҡар. Библия.
Йәһүд һәм христиандарҙың дини китабы.
□ Библия. Урыҫ ҡөрьәненең яҙмалары. ■ Ундай [ер боҙоусы] дуҫтан, Хоҙайым, үҙең ҡотҡар, дошманымдан үҙем ҡотолормон, тип яҙылған урыҫ ҡөрьәнендә. Р. Солтангәрәев.
УРЫҪ МЕЙЕСЕ (Р: русская печь; И.: Russian stove; T: Rus sobası) и.
Аш, икмәк бешереү, өй йылытыу өсөн тәғәйенләнгән һәндерәле ҙур мейес. □ Русская печь. Урыҫ мейесендә бешкән икмәк. Урыҫ мейесе макеты. М Бүлмәнең ишек яҡ мөйөшөндәге ҙур урыҫ мейесендә өйөрөлөп, ялҡынланып ҡайын утын яна. 3. Биишева. [Өйҙөң] бер яҡ мөйөшөндә өлкән ап-аҡ урыҫ мейесе. Һ. Дәүләтшина.
УРЫҪСА (Р: по-русски; И.: in Russian; T: Rusça) р.
1. Рус телендә. □ По-русски. Урыҫса һөйләшеү. Урыҫсаға тәржемә итеү. Я Айбулат, күп йылдар урыҫ араһында йөрөп, урыҫса һөйләргә бик яҡшы өйрәнгән. Һ. Дәүләтшина. Түҙмәнем, улым, урыҫса телең телгә йоҡмай икән, сабата киндерәһе нисек була, тип һораным. Ә. Байрамов. Зәки Вәлидиҙең урыҫса һөйләүе, уның әллә ҡайҙағы ошо инглиз китаптары хаҡында мәғлүмәтле булыуы .. урыҫ вәкилдәрен бер аҙ шаңҡытып ебәрҙе. Р. Байымов.
2. Урыҫтар кеүек, урыҫ халҡына хас.
□ По-русски. Урыҫса бейеү. Урыҫса кейенеү.
180