УРЫУСЫ
УРЫҪ СИҢЕРТКӘҺЕ (Р.: сверчок;
И.: cricket; T.: ocak çekirgesi) и. диал. ҡар. өй сиңерткәһе.
Өйҙәрҙә, йылытылған биналарҙа, йылылыҡ трассаларында йәшәй торған, оҙонлоғо 16-26 мм еткән сиңерткә. □ Сверчок (лат. Acheta domesticus). Урыҫ сиңерткәһенең сы-рылдауы. Maşa килтереп, урыҫ сиңерткәһе серелдәй.
УРЫҪ СӘСЕ (Р.: ковыль; И.: feathergrass; T.: sorguçotu) и. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбырлап ултырған йөнтәҫ сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipd). Урыҫ сәсен ат яратып ашай. Урыҫ сәсен сабыу. Ап-аҡ булып уҫкән урыҫ сәсе.
УРЫҪ ТАРАҠАНЫ (Р.: красноклоп бескрылый; И.: bug species; T: alev tahtakurusu) и. диал. ҡар. еңгәсәй.
Арҡаһы ҡыҙыл, ҡара төрткөлө ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. □ Красноклоп бескрылый, клоп-солдатик, солдатик (лат. Pyrrhocoris apterus). Урыҫ тараҡандары төрө. Урыҫ тараҡандары өйөрө.
УРЫҪ ТУЛТЫРМАҺЫ (Р: колбаса; И.: sausage; T.: sucuk) и. һөйл. ҡар. колбаса.
Турағандан, ит турағысынан үткәргәндән һуң, таҙартылған мал эсәгенә йәки эсәк рәүешендәге көпкә тултырып, тәмләткестәр һалып, махсус рәүештә эшкәртелгән ит аҙығы. □ Колбаса. Ыҫланған урыҫ тултырмаһы. Бешкән урыҫ тултырмаһы. ■ Ошо урыҫ тултырмаһының бер ҡырҡымын ҡабыу уҙе ни тора! Й. Солтанов.
УРЫҪ ТУРҒАЙЫ (Р: воробей; И.: sparrow; T.: serçe) и. диал. ҡар. турғай.
Сыбар көрән һыртлы, буҙ ҡорһаҡлы ваҡ ҡош. □ Воробей. Урыҫ турғайына ҡоролған тоҙаҡ. Урыҫ турғайы ояһы. Урыҫ турғайы йомортҡаһы.
УРЫҪ-УЛАҠ (урыҫ-улағы) (Р: русские;
И.: the Russians; T.: Ruslar) и. йыйн. һөйл.
Рус кешеләре. □ Русские. Урыҫ-улаҡты ҡунаҡҡа саҡырыу. Урыҫ-улаҡтарҙың йолаһы. ■ Ҡаланан-ниҙән килгән татар, урыҫ-улаҡ булһа, [Имаметдин] кинәнә инде. һ. Дәүләтшина. [Иҫәкәй тархан — Мәмбәтсураға:] Мин дә ошондай өй һалдырам, ҡорҙаш, урыҫ-улаҡтан кәмме ни беҙ, — тине сәмсел ҡиәфәт менән. Н. Мусин.
УРЫҪ ЯҠ (яғы) (Р: север; И.: the North; T.: kuzey) и. диал. ҡар. төньяҡ.
Ер йөҙөнөң көньяҡҡа ҡаршы тарафы.
□ Север. Төн битен урыҫ яҡ тип әйтәбеҙ. Урыҫ яҡтан иҫкән ел. Урыҫ яҡҡа осҡан кейек ҡоштар.
УРЫУ (ур-) (Р: жать; И.: reap; T.: biçmek) ҡ.
1. Ураҡ (I, 1) менән ҡырҡып йыйыу.
□ Жать. // Жатва. Урып алыу. П Кисә Сафаның ни өсөн беҙгә ҡарағанда ике тапҡырға куберәк урыуы хәҙер миңә асыҡ аңлашылды. Д. Исламов. Хәбибә еңгә уҙенең йәш сағын, баярҙарға ураҡ урыуын, ул саҡтағы ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе бик оҙон итеп, әкиәтрәуешен-дә һөйләне. Д. Юлтый. Ҡар ҡатыш өҙлөкһөҙ яуған көҙгө ямғырға кушеккән ҡатын-ҡыҙҙар көнөн-төнөн бойҙай урҙы. Я. Хамматов. Ураҡ урыу — юл төшөугә. һынамыш.
2. Урғыс менән сабыу (игенде). □ Жать. // Жатва. Комбайн урған иген баҫыуы. М Икмәк урыуҙы ла еңел ҡуллылар башларға тейеш, — тине Таһир оҫта, алдынғы йәштәрҙе дәртләндереу өсөн уларға йылмайып ҡарап. И. Ғиззәтуллин. Көндәр ҡоро торғанда һәм иген бына шундай таҙа булғанда, булеп урыу бер эш урынына ике эшләу генә була бит. Ә. Вәли. Мин шул [тураға урыу] хаҡта уйланып йөрөнөм-йөрөнөм дә йығылған игенде урыу өсөн комбайнға бер ҡулайлама яһап ҡуйҙым. Ф. Әсәнов.
3. диал. Кәрәк йәки башҡа ҡорал менән ерҙе аҡтарып өңөү; ҡаҙыу; соҡоу. □ Рыть. Соҡор урыу. Кәйлә менән урыу. Траншеялар урыу.
УРЫУСЫ (Р: жнец, жница; И.: reaper; T.: orakçı) и.
1. Урғыс менән иген сабыусы. □ Жнец, жница. М Әле урыусылар, әле һуғыусылар, әле елгәреуселәр араһында уның [Ғәбделхә-кимовтың]мыҡты кәуҙәһе куренеп ҡала ине. Яр. Вәлиев.
2. иҫк. Ураҡ менән ашлыҡ урған кеше.
□ Жнец, жница. Ашлыҡ урыусы. Оҫта урыусы. Урыусының урағы. Я [Шәйҙулла] тәпәшәк кенә ҡалҡыулыҡҡа менде лә тары урыусылар араһынан әсәһен, атаһын эҙләргә кереште. А. Мағазов.
181