УРЫШҠА
УРЫШҠА (Р.: плёнка; И.: film; skin; T.: zar) и. диал.
1. Үҫемлек йәки тереклек тәнендәге йоҡа туҡыма йәки тире ҡатламы, яры. □ Плёнка. Һум ит урышҡаһы. Һеңер урышҡаһы.
2. Һөт шекәрәһе, ҡаҫмаҡ. □ Пенка (на молоке и т.д.). Урышҡа ултырыу.
3. Яра өҫтөнә үргән яры. □ Корка. Урышҡа менән ҡапланыу.
УРЫШҠАЛ (Р: камедь; И.: gum; T.: katran) и. диал. ҡар. ҡурышҡал.
Ҡарағас сайыры. □ Камедь, гумми, смола лиственницы. Урышҡал әҙерләү. Урышҡал төҫө. ■ Таҙ куп итеп урышҡал йыйып килтерҙе лә биҙрәгә һалып ҡайнатты. Әкиәттән.
УРЫШҠАН и. диал. ҡар. ҡурышҡал. Урышҡан ағыҙыу. Урышҡан йыйыу. Урышҡан ҡулланыу.
УРЫШЫУ I (урыш-) ҡ. урт. ҡар. урыу. взаимн. от урыу. Иген урышыу. Урышырға ярҙам итеу. Урышып йөрөу. Я Ҡыҙ уҙенең ауылға хәл йыйырға килгәнен, .. ураҡ урышып, куңел асып йөрөргә теләге барлығын әйткән, ти. М. Тажи. Йәй буйы Шакир байҙың ҙур хеҙмәтсеһе менән .. игендәр урыштым, көлтәләрен ташыштым, уларҙы һуғыштым. М. Ғафури. Мин ураҡ урышыр өсөн иртәрәк ҡайттым,. И. Абдуллин.
УРЫШЫУ II (урыш-) (Р: морщиться; И.: wrinkle; pucker; T.: buruşmak) ҡ. диал. ҡар. сырышыу.
Сырышлыға әйләнеү, сырыш менән ҡапланыу. □ Морщиться. Ҡарсыҡтың бите урышҡан. Сикәләре урышҡан ҡарт. Урышып кибеу.
УРЯДНИК (уряднигы) [рус.] и. ҡар. үрәдник. ■ Ашығыс хәбәр итеугә пар атта килеп еткән Ныязғол старшина ла урядникты тынысландыра алманы. Һ. Дәүләтшина. Ниғмәтулла, Хәйретдин ҡарттың өйөнән сыҡҡас та, ҡапҡанан инеп килгән урядникты курҙе. Я. Хамматов. Уның [Ғәлим ағайҙың] урядник булып, ялтыр погондар, ҡылыстар тағып, ауылға килеп төшөуен куҙ алдына килтерҙем. Д. Юлтый.
УС (Р: ладонь; И.: palm; T.: avuç) и.
1. Ҡул суғының эске яғы. □ Ладонь. / Ладонный. Ҡуш ус. Усҡа һалыу. Усты яңаҡҡа ҡуйыу. Я Нур устары менән ипләп кенә
Илисәнең биттәренән тотто, башын күтәреп, уҙенә ҡаратты, бармаҡ биттәре менән уның куҙ йәштәрен һөрттө. И. Абдуллин. Ишбулды ағас төптәрендәге кипкән ҡаты ҡарағай энәләре араһынан һирәк-мирәк моронлаған йомшаҡ уләндәрҙе өҙөп еҫкәне, ауыҙына ҡапты, усына тубырсыҡтар йыйҙы. Ғ. Аллаяров. Сәрбиямал бәрәстәрен алмаш-тилмәш итәгенә алып һөйҙө, усынан икмәк ашатты. 3. Биишева.
2. Шуның һыйышы менән билдәләнгән үлсәү самаһы. □ Горсть, пригоршня. Бер ус он. М Һәр кем уның [Урал батырҙың] ҡәберенә берәр ус тупраҡ һалып сыҡты, ти. «Урал батыр». Ә Усман бай, балаларҙың кәнфиттәрҙе ҡаҙ уләне араһынан сүпләп алып бөтәүҙәрен ҡарап, кәйефләнеп ултырҙы ла, анһыҙ ҙа бәләкәс, йомоҡ күҙҙәрен йомолдороп көлә-көлә, тағы бер ус кәнфит һибеп ебәрҙе. 3. Биишева. Алёша уларҙың һүҙен сабыр ғына тыцлап торҙо ла, кеҫәһенән бер ус уҡ башағы сығарып, малайҙарға өләште. Ә. Хәкимов.
3. миф. Ыңғай семантикаға эйә булған мифлаштырылған тән өлөшө. □ Ладонь, горсть (мифологизированная часть тела человека, имеющая положительную семантику). Я Ус ҡысыһа — күрешеүгә йә аҡса төшөүгә. Ырым. Мәрхүмгә бер ус тупраҡ һалыу — изге эш. «Башҡорт мифология-һы»нан.
♦ Йөрәкте (йәки йәнде) ус төбөнә алыу (йәки төбөндә тотоу) бик ныҡ ҡурҡыу. □ Дрожать от страха. Ус төбөндәге кеүек бик яҡын, асыҡ. □ Как на ладони. Я Бынан, тау башынан, Ҡарағайлы йылғаһы үҙәне буйлап теҙелгән ауыл ус төбөндәге кеүек күренеп ята. Н. Мусин. Был ҡайын төбөнән һарыҡтар, ҡайһы яҡ битләүгә сыҡһалар ҙа, ус төбөндәге кеүек күренеп торалар. И. Ғиззәтуллин. Ус төбөндә (йәки уста) йөрөтөү бик ныҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, артыҡ ҡәҙерләү. □ Носить на руках кого. Я [Аллаяр:] Ошондай кәләше булғанға, Латипҡа тын алған һайын салауат әйтеп, шөкөрана ҡылып йәшәргә кәрәк. Бына мин үҙем .. өф итеп, ус төбөндә генә йөрөтөр инем. Ф. Иҫәнғолов.
182