УСАҠЛЫҠ
УСАДЬБА [рус.] (Р.: усадьба; И.: manor; T.: konak) и.
1. Совхоз, колхоздың һ.б. кеше йәшәгән өйҙәр һәм хужалыҡ ҡаралтылары урынлашҡан ере. □ Усадьба. / Усадебный. Усадьба ере. ■ Ул [Сергей] иртәнсәк үҙәк усадьбаға хат, газеталар алып килергә киткән Мәғсүмде көтә ине. А. Абдуллин. Байморат ул саҡта үҙәк усадьбаға байтаҡтан бирле йыйылып киткән аҡсаһын кассаға һалыу өсөн барғайны. Н. Мусин. Үҙәк усадьбанан «Урал» бүлексәһенә тиклем йәй көнө ат менән ике сәғәтлек юл. Ш. Янбаев.
2. ҡар. утар 1. Алпауыт усадьбаһы.
УСАЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ғәйнә ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Усай (название родового подразделения башкир). Усай аймағынан булыу. Усайҙар ере. Усай аймағы вәкиле.
УСАҠ (усағы) (Р.: очаг; И.: hearth; Т.: ocak) и.
1. Мейестең ҡаҙан аҫтына яғыла торған урыны. □ Очаг (с котлом). / Очажный. Усаҡ аҫты. Усаҡ сығарыу. Усаҡҡа яғыу. М Бына бер саҡ бәләкәй генә, аласыҡ эсендә ҙур усаҡ ҡабынды, күрек гөжләне. Ә. Байрамов. Усаҡ тирәһендә һауыт-һаба йыуышып йөрөгән Емеш, ҡатып өлгөргән йәймәләрҙән тигеҙ эре шаҡмаҡтар яһап, һалма ҡырҡырға кереште.
3. Биишева. Маһинур, инәһен уятмай ғына сығып, һыйырын һауып килде, сәй ҡайнатты, тышҡы усаҡҡа яғып, табала ҡоймаҡ шыжлатты. Т. Ғарипова.
2. Асыҡ ерҙә янып торған утын өйөмө. □ Костёр. ■ Анау шишмә буйында киндер ыштанлы малайҙар менән ат әйҙәләп ҡуна барғаны, төнгө усаҡ янында көтөүсе Муллаян ҡарттың йырҙарын тыңлағаны, әкиәттәрен ишеткәне бар [Әмирҙең]. X. Ғиләжев.
3. күсм. Нимәнеңдер башланғысы, сығанағы, нимәлер тупланған үҙәк, урын. □ Очаг, центр, средоточие. Мәҙәниәт усағы. ■ Ә бер көндө килеп әле күмерләнеп ятҡан бына шул ғазап усағы, май һипкән кеүек, ҡапыл тоҡанып китте. Ғ. Лоҡманов. Көҙгә табан Мос
тафаның тиҫтерҙәре Хәлит менән Сәғит тә ер аяғы — ер башындағы Маньчжурия далаларында донъя һуғышының һуңғы дәһшәтле усағын һүндереп ҡайттылар. Д. Исламов. Был осрашыу Беллаға күңел түрен йылыта торған мөғжизә усағын тоҡандырыр кеүек ине. М. Садиҡова. Ләкин шуныһы ғәжәп: [Йәнғәлиҙең] асыуланыуы нәфрәткә әйләнмәне, киреһенсә, яңы быҫҡый ғына башлаған мөхәббәт усағын дөрләтеп ебәрҙе. Н. Ҡотдосов.
4. диал. Аш бүлмәһе. □ Кухня. Усаҡта ашарға бешереп йөрөй. Усаҡта аш еҫе таралған. Усаҡта сәй эсеп ултыралар.
5. диал. Өй эсендә бөтә булған кәрәк-яраҡ нәмә; йыһаз. □ Утварь. Өй эсе тулы усаҡ. Усаҡтары матур. Усаҡтары күп.
6. күсм. Ғаилә, өй эсе. □ Очаг (семейный). Ғаилә усағығыҙ һүнмәһен.
7. миф. Мифлаштырылған изге урын; йәшәйеш, муллыҡ, уңыш символы. □ Очаг (мифологизированное сакральное место, центр мироздания, место соединения верхнего, среднего и нижнего миров, символ непрерывности жизни поколений, символ устро-енности, достатка). Усаҡ ашатыу йолаһы.
■ Өйөгөҙ ҡотло булһын. Усаҡтарығыҙ һүнмәһен. Теләктән. Яҡҡан усаҡтың янып бөтәүен, һүрелеүен көтәләр. Өҫтөнә һыу һибергә ярамай. «Башҡорт мифологияһы»-нан.
♦ Усағың һүнһен ҡарғау һүҙе. □ Умри (проклятие). доел. Чтоб очаг твой погас.
УСАҠЛЫҠ (усаҡлығы) (Р: летняя кухня; И.: summer kitchen; T.: ocaklık) и.
1. Усаҡ сығарылған бәләкәй өй; аласыҡ. □ Летняя кухня. Усаҡлыҡта бешеренеү.
■ Әллә хәтерләүҙән, әллә төтөндән Ғәлиулла ҡарттың күҙҙәре йәшкәҙәне, урамы эсенән, усаҡлыҡ эргәһенән генә ағып ятҡан кескәй йылға ла йылы ҡарағай төтөнө бөркәнде. Т. Ғарипова.
2. Бүлмәнең усаҡ, ҡаҙан яғы; аш-һыу бүлмәһе. □ Кухня. Усаҡлыҡта бешеренеү. Усаҡлыҡ йыһаздары. Иркен усаҡлыҡ.
3. диал. Ҡашығаяҡ, һауыт-һаба. □ Посуда, утварь. Усаҡлыҡтарҙы йыуыу. Усаҡлыҡты ипле тотоноу. Усаҡлыҡ ҡуйылған кәштә.
183