УСАҠ ЯҠ
УСАҠ ЯҠ (яғы) и. диал. ҡар. усаҡлыҡ 2.
Усаҡ яҡҡа сығыу. Усаҡ яҡта сәй эсеу. Усаҡ яҡта бешеренеу.
УС А Л АҠ АН Д АЙ (Р.: очень маленький; И.: tiny; T.: çok küçük) с. диал.
1. Бик бәләкәй. □ Очень маленький. Минең куңелемдә усалаҡандай ҙа асыу юҡ. Усалаҡандай упкә. Усалаҡандай ҙа теләгем юҡ.
2. Ус аяһындай. □ С ладонь. Усалаҡандай ғына ер.
УСАЛАҠАНЫ с. диал. ҡар. усалаҡандай. Усалаҡаны булмә. Усалаҡаны урын. Усала -ҡаны аҡлан.
УСАЛЫМТАҒАЙ (Р.: разбойник; И.: robber, highwayman; T.: eşkıya) и. диал. ҡар. юлбаҫар.
Кеше талаусы. □ Разбойник. Усалымтағай юҡ та һуң, шулай ҙа яңғыҙ йөрөргә ярамай. Усалымтағай булып йөрөу.
УС АЯҺЫ (Р: ладонь; И.: palm; T.: avuç) и. диал.
Ҡул суғының эске яғы. □ Ладонь, ладонная поверхность. Ус аяһында тотөу. Ус аяһына ҡуныу. Ус аяһына йомоу.
♦ Ус аяһындай бик бәләкәй яҫы нәмәгә ҡарата әйтелә. □ Очень маленький, величиной с ладонь. Ус аяһындай ҡағыҙ. ■ Ҡояшҡа ҡараған тау битендә ус аяһындай ғына ҡара ер асылды. Ғ. Хисамов. Йөҙйәшәр имәндең бер буйы ҡара янған, йыуан ҡуш олоно ике яҡҡа ярылып төшкән, ҡабыҡтары сәрпәкләнеп сәсрәгән, ус аяһындай япраҡтары көйөп, кәлгә әйләнгән. 3. Ураҡсин.
УСЛАМ (Р: пучок; И.: bunch; Т.: Ыг avuç) и.
Усҡа алып тоторлоҡ күләм; тотам. □ Пучок, пук, связка. Бер услам сәскә. М Баяғы асыуын онотөп, Кулсинбаев бер услам мәт-рушкә өҙҙө лә, йылмайып, Павелға һондо. Ш. Янбаев. Ҡулына бер услам йомшаҡ йукә тотҡан Шәйхетдин ағайҙың ишектә куре-неуе булды, ҡатын-ҡыҙ турьяҡҡа кереп тулды. А. Мағазов. [Гөлфиә Йәмилгә] һабаҡтары менән өҙгән бер услам ҡып-ҡыҙыл еләк суғын һөндо. Р. Байбулатов.
УСЛАУ (усла-) (Р: брать в пригоршню; И.: take a palmfull; T.: avuçlamak) ҡ.
1. Усҡа йомоу, усҡа тултырыу. □ Брать в пригоршню, в руку. Ҡуш услау. Услап һалыу. М Арала иң ғәрселе — Хәсәнша. Ул, саҡ ҡына уныңса уйнамағанды курҙе иһә, юл тупрағын услап ала ла башҡа һибә ине. Ә. Байрамов. Гөлкәй уларҙың [селбәрәләрҙең] бер-икеһен һыу менән бергә услап алып йотоп та ебәрҙе. 3. Биишева. Ул [Бибинур] шишмәнән услап һалҡын һыу алып, Мәусиләнең битен йыуҙы, арҡаһынан һөйөп ҡуйырға ла онотманы. Д. Бүләков.
2. Усы менән ҡаплау, тотоу. □ Держать, хватать; зажимать в руке, в кулаке. Башын услап көнө-төнө ултырҙы, ти. Бит услау.
УСМА (Р: пучок; И.: wisp; bunch; T.: tutam) и.
1. Бер ус менән тоторлоҡ урылған ашлыҡ. □ Пучок, пук, связка жнивья. Бер усма етен. Усмаға һалыу. М Башҡа кешеләр ҙә ураҡҡа төшкөләгәндәр икән, унда-бында юғары кутәрелгән усмалар куренеп ҡала. М. Ғафури. Усмаларҙан булды көлтәләр, көлтәләрҙән ҙурат ҡуйылды. М. Кәрим. Ике-өс көлтәлек урғас, Сөләймән менән атаһы усмаларҙы һәр кемдең көсө етерлек кенә итеп бәйләп, сиҙәмгә алып сығалар. Ш. Янбаев.
2. ҡар. услам. М Ҡыҙҙың кук йөн фуфайкаһына, аҡ башлығы аҫтынан сығып торған ҡара сәс усмаларына ҡар тәңкәләре ҡунған, сикәләре алһыуланып яналар. Б. Бикбай.
3. ҡар. ус 2. Бер усма еләк йыйҙым.
4. Бер тотам. □ Пук. Бер усма бесән.
УСМАЛАУ (усмала-) (Р: собирать в пуки; И.: gather into bunches; T.: tutamlamak) ҡ.
Усмаға йыйыу. □ Собирать, связывать в пуки, пучки. Усмалап урыу. ■ Ҡатын арышты һул ҡулы менән ура, уң ҡулы менән усмалай. А. Таһиров.
УСМАРЛАУ (усмарла-) (Р: брать пригоршнями; И.: take a palmfull (of); T.: avuçlamak) ҡ.
Усҡа һалып ҡарау, услап ҡарау. □ Брать пригоршнями. Усмарлап алыу. Усмарлап йыйыу. Усмарлап улсәу. Усмарлап тикшереу.
УСТАВ АН и. диал. ҡар. ус 2. Устабан хәтле ер.
184