Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 185


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҪАҠЛЫҠ
УСТАВ [рус.] (Р.: устав; И.: rules; Т.: tüzük) и.
1. Нимәнелер башҡарыу йәки ҡулланыу тәртибен билдәләгән ҡағиҙәләр йыйылмаһы. □ Устав. / Уставной. Хәрби хеҙмәт уставы. Устав буйынса эш итеу.
2. Ойошманың төҙөлөшөн һәм эшмәкәрлеген билдәләгән ҡағиҙәләр йыйылмаһы. □ Устав. ■ Устав ҡушҡанса, [Әлфиә] пилоткаһының йондоҙон ике ҡашы араһына тура килтереп, у ц яҡҡа ҡырын кейҙе. И. Абдуллин. Мамаевтың колхоз тураһында яҙылған китаптар, инструкциялар, уставтар тураһында һөйләгәненә Мингәрәй ҙә ҡолаҡ һалып торҙо. А. Таһиров. Тәуге айҙа командирҙар курмәгән йәки куреп тә курмәмешкә һалышҡан уставтан тыш хәлдәрҙе Марат ныҡ ҡына татыны. Ә. Хәкимов.
УСТАНОВКА [рус.| (Р.: установка; И.: unit, installation; T.: tesis) и. ҡар. яйланма.
1. Механизм, ҡоролма. □ Установка. / Установочный. Автоматик установка. Быраулау установкаһы. Газ йыйыу установкаһы. ■ Әхмәҙиә ғумерендә курмәгән ғибрәттәргә: цементовоз, насос, пар установкаһы, торба ташыусы автомашиналар, трактор, ырғаҡтарын һерәйтеп ултырған крандарға иҫе китеп ҡарап торҙо. Р. Сол-тангәрәев. Үтә ҙур шатлыҡҡа ирештек: карбамид установкаһы тулы режимға сығарылды, шулай итеп илебеҙ юғары сифатлы продукция ала башланы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Хәрби орудие. □ Установка (военное орудие). Зенит установкаһы. ■ Кугәреп ятҡан киц далала яндырылған, емертелгән танкылар, уҙйөрөшлө артиллерия установкалары, алыҫтан куренгән мал көтөуе һымаҡ, ҡарайышып ултыралар. Ғ. Аллаяров. Турчин, фашисты ҡәһәрле һуҙҙәр менән ҡарғап, ярһыуынан ни эшләргә белмәйенсә, турель установкаһына йәбеште һәм, пики-ровканан сыҡҡан ғына «мессер»ҙы прицелға алып, ярһып гашеткаға баҫты. А. Мағазов.
3. Йүнәлеш, йүнәлтелеш. □ Установка, директива, указание. Установка биреу. Установка ҡуйыу. Установка алыу.
УСТРИЦА [гр. ostreion ‘ҡабырсаҡ’] (Р: устрица; И.: oyster; T.: istiridye) и. зоол.
Диңгеҙ моллюскыһы. □ Устрица (лат. Ostreidae). ■ Францияла Яңы йыл табынына куркә ите, сыр, ҡаҙ бауырынан паштет һәм устрица бирәләр. «Киске Өфө», № 52, 2014.
УСЫТАЛ (Р: тополь; И.: poplar; T.: kavak) и. диал. ҡар. тирәк.
Һыу буйында үҫә торған йәшкелт буҙ ҡабыҡлы, өҫкөлөрәк япраҡлы бик эре ағас; тирәк. □ Тополь (лат. Populus). Усытал япрағы. Усытал мамығы. Һыу буйында усытал ур.
УС ЯЛАУ (Р: магический способ лечения опухоли груди; И.: magical way of treating tumours; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Күкрәк шешен магик дауалау ысулы. □ Магический способ заговаривания опухоли груди. Ус ялау ысулы. Ус ялап дауалау. Имсе ҡарсыҡ ус ялап бөтөрә шеште.
УҪАҠ (уҫағы) (Р: осина; И.: aspen; Т.: titrek kavak) и. бот.
1. Аҡһыл йәшел ҡабыҡлы, ялтыр түңәрәк япраҡлы эре ағас. □ Осина. / Осиновый (лат. Populus tremula). Йәш уҫаҡ. Уҫаҡ урманы. Уҫаҡ утын. ■ Текә битләуҙәрҙә ҡайын, уҫаҡ, ҡарағас, ҡарағай урмандары өҫкә ауырҙай булып тора. Ғ. Аллаяров. Йәнеш менән Емеш уҫаҡ япраҡтарын йыйып тоҡтарға тултыралар, шунан Иштуған уларҙы, ҡул арбаһына тейәп, өйгә алып ҡайтып китә. 3. Биишева. Юлдың ике яғы буйлап инде нисәмә йылдар буйы бик бейек ҡарағай, ҡайын, уҫаҡ ағастары, ә урыны менән муйылдар уҫә. Й. Мостафин.
2. миф. Мифлаштырылған ағас. □ Осина (мифологизированное дерево, имеющее человеческое происхождение). ■ Уҫаҡ моңло ҡатындан яралған бит ул. Куренмәй һыҙып йөрөп ауырыуға һәйбәт ул уҫаҡ ағасы. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УҪАҠ БӘШМӘГЕ (Р: подосиновик; И.: orang-cup boletus; T.: bir tür mantar) и. биол.
Ҡыҙғылт һоро ҡалпаҡлы ашай торған бәшмәк. □ Подосиновик (лат. Leccinum aurantiacum). Уҫаҡ бәшмәге йыйыу. Уҫаҡ бәшмәге куп уҫкән ер. Уҫаҡ бәшмәге тоҙлау.
УҪАҠЛЫҠ (уҫаҡлығы) (Р: осинник; И.: aspen growth; T.: titrek kavak ormanı) u.
185