Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 186


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҪАҠ ЯПРАҒЫ
Уҫаҡ ағастары үҫкән урын. □ Осинник, осиновый лес, осиновая роща. Ҡуйы уҫаҡлыҡ. ■ Еҙтырнаҡ тәуҙә туп-тура уларға табан барҙы ла, килеп етәрәк, өйкөм генә уҫаҡлыҡҡа боролдо. Ш. Янбаев. Уҫаҡлыҡҡа яҡынлағас, һаҡ ҡына, туҡтап, алға ҡарай-ҡарай бара башланы Мохтасар. Н. Мусин. Һаҙлы таллыҡты уткәс, уҫаҡлыҡ башланды, уҫаҡлыҡты ҡайынлыҡ алмаштырҙы. И. Ғиззәтуллин.
УҪАҠ ЯПРАҒЫ (Р.: узор тамбурной вышивки; И.: kind of chain-stitch pattern; T: bir tür desen) и.
Сигеү биҙәге. □ Узор тамбурной вышивки. Уҫаҡ япрағы сигеу. Уҫаҡ япрағын матур һалыу.
УҪАЛ I (Р: злой; И.: wicked; T.: sert, kötü) с.
1. Үткер, киҫкен тәбиғәтле; әсе телле. □ Злой, злобный, злостный. Уҫал кеше. ■ Ә Богданов, сигенергә бойороҡ бирә ҡалһа, йонсоған, ас, уҫал кешеләр, шунда уҡ бөтәһен дә онотоп, боларып ҡаса башлаясағын, һәм шуны ғына көткән фашист танкылары уларҙы һытып ташлаясағын аңлай ине. Д. Исламов. Гәлкәй балаларынан иң уҫалы Ғәйфи, атлыҡсаға барып, Биктимер ҡаршыһына килеп туҡтаны. Б. Ишемғол. Хәҙерге заманда уҫал булып та әллә ни эш ҡырып булмай, утә йыуаш булһаң да, һытып ташлаясаҡтар. Н. Мусин. • Ҡыҙымдың ҡәйнәһе уҫал, уҙемдең киленем уҫал. Әйтем.
2. Талапты ҡаты ҡуйыусан. □ Строгий, требовательный. Уҫал тәрбиәсе. ■ Әсәләй йомшаҡ та, хәстәрле лә, уҫал да ине шул Гөлйемеш апай. Б. Ноғоманов.
3. Яман, ҡырағай, йыртҡыс холоҡло; ажарлы. □ Злой. Уҫал эт. Уҫал ат. ■ [Хәмит] ҡапҡаны асыуға Шәрәп байҙың уҫал эте өрөп килеп сыҡҡайны, кемдеңдер бик ҡаты ҡысҡырыуын ишетеп, һөрлөгөп килгән халыҡ төркөмөн куреу менән шып туҡтаны һәм аҙбар артына йугерҙе. С. Агиш. [Гөлйөҙөм:] Анау ҡыпыш мөгөҙ өлкән ала һыйыр уҫал да инде. Бөгөн һауғанымда ла ике рәт тибеп ебәрҙе, һ. Дәүләтшина. Ат, мәҫәлән, ҡойроғо ярҙамында һыртына, ҡорһағына ҡунған уҫал кугәуендәрҙе ҡурҡыта. Р. Ғабдрахманов.
4. Насарлыҡ, хаслыҡ менән эш итеүсән; яуыз. □ Коварный, злоумышленный. ■ Дошман шул тиклем уҫал, шул тиклем яуыз, шул тиклем мәкерле була. И. Ғиззәтуллин. Эрнст Иоган Бирон, ярым-ярты ғына грамоталы булһа ла, бик хәйләкәр, уҫал һәм яуыз, мәкерле һәм усле, ҡомһоҙ һәм шөһрәт һөйөусән, батшабикә алдында йомаҡайланып, бөтә эште уҙ мәнфәғәтенә ҡора белеусе әҙәм ине. Ғ. Ибраһимов. Капитан Казарян, ҡыҙыу ҡанлы, уҫал кеше булһа ла, ашыҡ-бошоҡ ҡарарға килә торғандарҙан тугел ине. М. Кәрим.
5. Асыу йәки хаслыҡты сағылдырған.
□ Злой. Уҫал куҙ. Уҫал сырай. ■ Әхмәт Хәмитҡә яман уҫал ҡараш ташланы. Б. Хәсән. Йыраҡтан, әллә ҡайҙан, тау араһындағы шаңдау һымаҡ, ҡайта-ҡайта яңғырап, уҫал, мәрхәмәтһеҙ, өшөткәс тауыш ишетелә төҫлө. Д. Бүләков. Был кеше Илбай йортона йыш килеп йөрөгәс, Аҡтырнаҡ сыбыртҡынан ғына тугел, Байгилдиндың ҡабаҡтары аҫтына йәшеренгән уҫал һоро куҙенең ҡарашынан да ҡурҡа ине. X. Ғиләжев.
6. Хаслыҡҡа, яуызлыҡҡа ҡоролған, хаслыҡ, яуызлыҡ менән һуғарылған. □ Коварный, злоумышленный. Уҫал уй. Уҫал ниәт. ■ Гәуһәрҙең яңынан уҫал һуҙ әйткеһе килде, ләкин ул был юлы ла тыйылып ҡалды. И. Ғиззәтуллин.
7. Бик үткер, ҡырҡыу булған (эсемлеккә ҡарата). □ Перекисший. Уҫал ҡымыҙ.
8. Ныҡ төрттөрөп, үткер итеп яҙылған.
□ Злой, острый, язвительный, колкий. Уҫал хат. М [Хашимов] әлкә газеталарында бер нисә хикәйә, уҫал ғына мәҡәләләр менән сығыш яһап, уҙен танытҡан. Б. Бикбай.
9. Ҡаты, көслө дәрәжәлә беленгән (тәбиғәт куренешенә ҡарата). П Суровый, сильный. Уҫал ҡыш. ■ Уның [Әкрәмдең] артыҡ ҙур булмаған һоро куҙҙәрендә, ҡышҡы уҫал елдәр ҡарайтҡан ҡусҡыл йөҙөндә лә йәштәрсә шаянлыҡ балҡып тора. Ә. Вәли. Ғинуар айында осрарға мөмкин булған иң уҫал буранлы төндәрҙең береһе ине. И. Насыри. Сөмбөл, береһенә лә ҡушылмайынса, уҙ уйҙарына кумелеп, уҫал буран менән көрәшә-көрәшә, яңғыҙ ғына атланы. С. Поварисов.
186