Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 187


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҪАЛЛЫҠ
10. Бәлә-ҡаза, зарар килтергән, уңайһыҙлыҡ тыуҙырған. □ Суровый. ■ Урман уҫал — төнөн уҙыусының ат һәм тунын талап ҡайтара. Ғ. Сәләм.
УҪАЛ II (Р.: злобно; И.: with malice; T.: sert, kötü) p.
1. Үткер, киҫкен, яман. □ Злобно, со злостью, строго. Я Тик Мурзин ғына күҙлеге аша Хәлиҙәгәуҫал итеп ҡарап алды. В. Исхаҡов. Кинйәбаев үҙен тыныс тотҡан һымаҡ, ә инструктор, ҡапҡанға эләккән бүреләй, ҡаштарын емереп уҫал ҡарай. Б. Рафиҡов. Таңһылыу уҫал ғына итеп Моратҡа, шунан, һеҙгә нимә кәрәк тигәндәй, Азаматҡа ҡарап алды. Р. Солтангәрәев.
2. Ҡаты, көслө дәрәжәлә (тәбиғәт күренешенә ҡарата). □ Сильно. Я Август урталарында көндөҙ ҡояш уҫал ҡыҙҙырһа ла, көҙ яҡынлығын хәтерләтеп, кистәрен һиҙелерлек һалҡынайта. Д. Исламов. Удар төҙөлөшкә күскән йылды ҡыш бик уҫал килде. Ә. Байрамов.
УҪАЛЛАНДЫРЫУ (уҫалландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. уҫалланыу, понуд. от уҫалланыу. Ҡырыҫ тормош йыуаш ҡына Йәмиләне лә уҫалландырған.
УҪАЛЛАНЫУ (уҫаллан-) (Р: становиться злым; И.: grow wicked; T.: keskinleşmek) ҡ.
1. Уҫалға әйләнеү, уҫал булыу. □ Становиться злым, строгим; злиться. Уҫалланып китеү. Бигерәк тә уҫалланыу. Я Кинйәнең йөрәге ярһығандан-ярһыны, күҙҙәре уҫалланып берсә Нәтәҙе тауҙарына, берсә Бағраға, Тора буйҙарына төбәлде. Ғ. Ибраһимов. [Сәхипьямал — бригадирға:] Бик уҫалланып китмә. Бер кем дә һиңә уҫалланырға юл ҡуймаҫ. Ш. Насыров. Тәйшәнең тауышы шаярыуға тартһа ла, күҙҙәре уҫалланғайны. Б. Рафиҡов.
2. Көсәйеү. □ Усиливаться. Я һуғыш тирмәне, берсә баҫыла төшөп, берсә яман уҫалланып, бер нәмәне лә айырмайынса, кешеләрен дә, хайуандарын да, үҫемлектәрен дә, ҡоросон-тимерен дә онтай бирә. Д. Исламов. Зөһрәнең тулҡынланған тауышы торған һайын көсәйә, уҫаллана барҙы. Ф. Әсәнов.
УҪАЛЛАШЫУ (уҫаллаш-) (Р: злиться; И.: be in a bad temper; T.: keskin, sert davranmak) ҡ.
Уҫаллыҡ күрһәтеү, уҫаллыҡҡа һалышыу.
□ Злиться, проявлять злость, строгость, требовательность. Артыҡ уҫаллашыу. Я Элек Ғәлиә апай дәфтәрҙе ҡарап сыға ла хаталы һүҙҙәрҙе шул уҡ дәфтәргә хатаһыҙ итеп яҙып килергә ҡуша, шуның менән эше лә бөтә ине, ә хәҙер тағы уҫаллашты апай. К. Кинйәбулатова. Джунгли эсенә кергән һайын, крокодилдар ҙа уҫаллаша төштөләр, йылға тарайыу менән, улар беҙҙең һалға яҡыныраҡ йөҙөп килергә ынтылалар. Ә. Бикчәнтәев. Зөфәр бая уҡ уҫаллашып ниҙер әйтергә уҡтала, ләкин үҙен тыйып ҡала. Д. Бүләков.
УҪАЛЛЫҠ (уҫаллығы) (Р: зло; И.: evil; wickedness; T.: keskinlik, kötülük) и.
1. Уҫал кешегә хас сифат, ҡылыҡ. □ Зло, злость, злоба; строгость, требовательность. Уҫаллығы йөҙөнә сыҡҡан. Уҫаллығы менән дан тота. ■ Мостафа ниндәйҙер тантаналы уҫаллыҡ менән үҙ алдына ғына йылмайып мығырланы. Д. Исламов. Аҡылы йәки тәжрибәһе етмәгән ерҙә сабырлығы ҡотҡарҙы, ҡатылығы йәки уҫаллығы етмәгән саҡта ғәҙеллеге менән еңде [Кәшфулла]. М. Кәрим. Ныязғол, был юлы уҫаллыҡ менән бер эш тә сыҡмаҫын аңлап, ҡиәфәтен дә, тауышын да үҙгәртте. Һ. Дәүләтшина.
2. Ниндәйҙер уҫал, сая, яуыз эш, ҡыланыш.
□ Зло, злость, злодеяние, злодейство. Уҫаллыҡ эшләү. Я «һалдаттарҙы киҫәтегеҙ, ерле халыҡҡа ҡарата бер ниндәй ҙә уҫаллыҡ ҡылмаһындар», — тине генерал. Ғ. Аллаяров. Уйламай шаярыуының уҫаллыҡҡа әйләнеүен аңлапмы, үҙенә текәлгән зәһәр күҙҙәрҙән шөрләпме, Низами ауыҙ эсендә бутҡа бешерҙе. И. Абдуллин.
3. Сәм. □ Задиристость, горячность. ■ «Хашимовты әйтәм, — тине Ниғмәт, .. — уҫаллығын итеп кенә алдан бара инде ул. Ә былай егетең артыҡ шәп саңғысыларҙан түгел». Б. Бикбай.
4. Әшәкелек, этлек, яуызлыҡ. □ Зло, злость, подлость. Кешенән уҫаллыҡ күреү. Уҫаллыҡ уйлау. Я Әммә әле Романдың күңелендә уҫаллыҡтан башҡа бер нәмә юҡ.
187