УҪАЛТАЙ
Б. Рафиҡов. [Юлдыбикә әбей:] Күңелемдә сер һаҡлау, йәшеренеп ятҡан уҫаллыҡ та булмағас, минең тоҫҡап әйткән һүҙем, берәүҙән дә юҡҡа сығарылып, бойомға ашмай ҡалғаны юҡ. Т. Хәйбуллин. Таңһылыу ҡысҡырып һөйләшә, яңғыратып көлә генә белә — уҫаллыҡ та, аҫтыртынлыҡ та юҡ үҙендә. Р. Камал.
УҪАЛТАЙ (Р: злой; И.: wicked; T.: keskin, sıkı) с. диал. ҡар. уҫал I.
Үткер, киҫкен тәбиғәтле, ҡырыҫ. □ Злой, резковатый. Был тиклем дә уҫалтай булыр икәнһең.
УҪАР (Р: гнев; И.: wrath; T.: öfke) и. диал. ҡар. асыу.
Йән көйөү, ярһыу хисе. □ Гнев, злоба. Уҫар килеү. Йөрәгеңдә уҫар һаҡлама. Уҫар менән ҡарау.
УҪЛАПТАЙ (Р: здоровенный; И.: robust, muscular; T.: kocaman) с.
Ғәҙәттән тыш ҙур; бик ҙур. □ Здоровенный, несуразно большой, крупный. Уҫлаптай кәүҙәле. Уҫлаптай ир. Уҫлаптай ҡул. Уҫлаптай таш. ■ Бер кисте уҫлаптай биш-алты егет түбән остағы күпер төбөнә килде. Р. Байымов. Мусаҡай килеп сыҡҡансы, уҫлаптай кәүҙәле, ҙур мыйыҡлы бер һалдат Турысай өҫтөнә эйәр һалып маташа ине инде. Б. Бикбай. Яурынынан мылтығын алып, бер пуляһын ыскындырғанда ул [Һолтанбай] йыртҡыстың уҫлаптай ауыҙындағы ыржайған ҡанлы тештәрҙе күреп ҡалды. Н. Мусин.
УҪМА и. диал. ҡар. ус. Уҫмаға һалыу. Бер уҫма көнбағыш.
УҪМАҠ I (уҫмағы) (Р: кулачный бой; И.: fist fight; T.: yumruk kavgası) и. иҫк.
1. Йоҙроҡ һуғышы, һалҡын ҡорал һуғышы. □ Кулачный бой, битва с холодным оружием. • Уйындан уҫмаҡ сыға. Әйтем.
2. Тәрән яра. □ Глубокая рана. Уҫмағы һыҙлай. Уҫмағы һаман төҙәлмәй.
УҪМАҠ II (уҫмағы) (Р: догадка; И.: guess; T.: seziş) и.
Күңел менән һиҙеп, аңлау, белеү ҡеүәһе; һиҙем. □ Догадка, чутьё.
УҪМАҠЛАУ (уҫмаҡла-) (Р: догадаться о чём-л:, И.: guess; have the sense to; T.: sezmek) ҡ. диал. ҡар. һиҙенеү.
Нимәнелер һиҙеү. □ Догадаться о чём-л., чуять. Нимәнелер уҫмаҡлай. Был минең эште уҫмаҡлай, ахыры. Ул минең ниәтемде уҫмаҡлай, буғай.
УҪМАҠЛАШЫУ (уҫмаҡлаш-) (Р: драться; И.: have a hand fight; T.: dövüşmek) ҡ. иҫк.
Йоҙроҡ, һалҡын ҡорал менән һуғышыу. □ Драться, биться врукопашную. Уҫмаҡлашып һуғышыу. М Көслө уҫмаҡлашыуҙа прикладтар, каскалар, штыктар көн яҡтыһында сағылып ялтланы, яралылар ыңғырашты. Я. Хамматов. Уҫмаҡлашып көрәшеп киткәндәрен [егеттәр] үҙҙәре лә һиҙмәйенсә ҡалдылар. С. Поварисов.
УҪМАЛАУ (уҫмала-) ҡ. диал. ҡар. усмалау. Арышты уҫмалау. Уҫмолап йыйыу. Ураҡ менән уҫмолап урабыҙ.
УҪТЫҠ I (уҫтығы) и. диал.
1. ҡар. утлыҡ II. Уҫтыҡҡа бесән һалыу. Уҫтыҡты таҙартыу.
2. ҡар. һандыҡ. Уҫтыҡҡа йыйып ҡуйыу. Мөйөштә уҫтыҡ ултыра. Уҫтыҡ эшләү. Ағас уҫтыҡ.
3. ҡар. тапанды. Уҫтыҡты өйөштөрөп ҡуйырға кәрәк.
4. диал. ҡар. көлдөксә. Уҫтыҡҡа көл тартыу. Уҫтыҡты һепереү. Уҫтыҡты аҡлап ҡуйыу.
УҪТЫҠ II (Р: злой; И.: wicked; Т.: keskin) с. диал. ҡар. уҫал.
Яуыз, мәкерле. □ Злой. ■ «Гөбөрнатор уҫтыҡ уй ҡора», — тип ниндәйҙер яманлыҡ киләһен һиҙенде Арыҫлан ҡарт. Ғ. Ибраһимов.
УҪЫРАҠ (Р: часто выпускающий газы; И.: farting; T.: osurgan) c.
Йыш уҫырған. □ Часто выпускающий газы (о человеке). ■ Икенсе Хашимға яҙған ҡушамат та шәп түгел шәплеккә: Уҫыраҡ Хашим. Т. Ғарипова.
УҪЫРЫҠ (уҫырығы) (Р: газы из кишечника; И.: fart(ing); T.: osuruk) u.
Эсәктәрҙә йыйылған газ. □ Газы из кишечника. Уҫырығы тышҡа сыҡты. • Шым уҫырыҡ һаҫыҡ була. Мәҡәл.
УҪЫРЫУ (уҫыр-) (Р: выпустить газы из кишечника; И.: fart; T.: osurmak) ҡ.
188