Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 189


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УТ
Эсәктәрҙәге газды артҡы юлдан сығарыу.
□ Выпустить из кишечника газы. Уҫырып ебәреу.
УҪЫТАЛ и. диал. ҡар. тирәк. Уҫытал ағасы. Уҫытал ботағы һындырып алыу. Ҡул буйында уҫытал уҫә.
УҪЫУ (уҫ-) ҡ. ҡар. киҫеү. Бармаҡты уҫып алыу. Бысаҡ менән уҫыу. Ҡулын ныҡ уҫҡан.
УТ I (Р.: огонь; И.: fire; T.: ateş) и.
1. Янған нәмәнән сыҡҡан эҫе ялҡын.
□ Огонь, огонёк, пламя. / Огненный. Ут яғыу. Утҡа ҡыҙыныу. Ут йылыһы. ■ Усаҡҡа етеҙ генә ут тоҡандырып ебәрҙе [Тимербай]. С. Агиш. Катын-ҡыҙ йәһәтләп ҡаҙан аҫтына ут төрттө, көрәгәләргә ҡымыҙ ҡойҙо, тирмә эсенән өлтөрәтеп сығарып, ҡалҡыу ҡорһаҡлы еҙ самауырҙы ҡуҙ менән терелтеп тә ебәрҙе. Р. Байымов. Балыҡтарҙы таҙартып бөткәс, улар ятып уҫкән муйыл ботағына котелокты элделәр ҙә, аҫтына сытыр-сатыр һалып, ут төртөп ебәрҙеләр. 3. Биишева. [Гөлйөҙөм] усағына ут яғып ебәрҙе. Һ. Дәүләтшина.
2. Йылыныу, бешеренеү өсөн ҡырҙа, ерҙә яндырылған ағас өйөмө. □ Огонь, костёр. ■ Быжырмәргән юл өҫтөндә янып ятҡан утҡа тап була. Әкиәттән.
3. Йорт, ҡаралтыны ялмап алған ялҡын.
□ Пожар. Ут ҡабыу. Ут сыға. Ут төртөу. Ут һалыу. ■ Ул арала өйҙөң тубәһен ут ялмап алды. Д. Юлтый. Ирҙәр кәрәк, һәнәк, ҡатын-ҡыҙ көйәнтә-кунәк тотоп ут сыҡҡан яҡҡа йугерҙе. 3. Биишева. Иҫкәрмәҫтән туп атылды, Порт-Артурҙыут алды. Бәйеттән.
4. Электр, шәм, сыраҡ яҡтыһы. □ Свет, луч. Ут уткәреу. Шәмгә ут алыу. Өйгә ут уткәреу. ■ Мырҙабай атын кирегә, уйпатлыҡҡа борҙо ла, һирәк уттары менән емелдәп ултырған ауылға табан ыңғайланы. Р. Байымов. Урам тып-тын, өйҙәрҙә ут куренмәй, ә куктә, өйкөм аҡ болоттар араһында, ярты ай йөҙә, ерҙә көндөҙгө шәреләрҙе ҡаплаған ҡытырмаҡ боҙҙар аяҡ аҫтында сатнап, сайралып ята. 3. Биишева. Хәҙер өйҙәрҙә шәмгә ут алдылар инде, бисәләр кискелеккә аш-һыу әҙерләй, ауыл өҫтөндә әскелтем тиҙәк, әрем төтөнө еҫе аңҡый торғандыр. Б. Бикбай.
5. кусм. Көслө хис, тойғо, янып торған дәрт, ялҡын. □ Огонь, пыл, пламя. Ҡайғы-хәсрәт уты. Мөхәббәт уты. Көрәш уты. ■ Ғишыҡ уттарында янып-көйөп, ҡауышыр көнөм уйлап ябыҡтым. Халыҡ йырынан. һуғыша-һуғыша Ҡыҙыл Армия частарына барып ҡушылырға ашҡынған яугирҙарҙың кукрәгендә баҫҡынсыларға ҡарата бөтмәҫ нәфрәт уты ялҡынлана ине. Ә. Байрамов.
6. кусм. Бик ярһыу, уңған тәбиғәтле кешегә ҡарата. □ Огонь (о человеке). ■ [Сынбулатов:] Һы, торғаны менән ут инде улар, ут! Эшкә лә ужәттәр, уйынын да булдыралар. М. Тажи. Фәтихов уҙе лә бала саҡтан уҡ ут булды һәм ут һымаҡ янып торған кешеләрҙе яратты ла. И. Абдуллин.
7. кусм. Кешенең берәй төрлө эске кисерешенең күҙендә ялтырап сағылышы. □ Огонь, искорка. ■ Башта ул, минең кемлегемде белмәҫ борон, куҙҙәрендә уҫал уттар уйнатып .. ҡуйҙы. И. Ғиззәтуллин. Баҙыян еңгәнең куҙҙәренән йәш кибеп, уның урынына асыулы ут тоҡанып китте.
3. Биишева.
8. Атыш. □ Огонь, обстрел, стрельба. / Огненный, огневой. Ут нөктәһе. Артиллерия уты. Ут асыу. Утҡа тотоу. М Новиковтың Тимербайҙы окопҡа һөйрәп төшөуе булды, ут ҡойоно уйнаны һәм танк гөрһөлдәп ярылды. Д. Юлтый. «Максимка», дәһшәтле ут бөркөп, гитлерсыларҙы ергә ҡыҫты. Ә. Байрамов.
9. Пуля, снаряд һ. б. яуып торған урын; һуғыш. □ Огонь. ■ Ағайҙарҙы алыҫ ут эсенә алып китте йондоҙ ҡашҡалар. Р. Бикбаев. Кешеләр ут эсендә, туп йәҙрәләре аҫтында улем көтә. Д. Юлтый.
10. миф. Тәбиғәттең дүрт стихияһының береһе. □ Огонь (одна из стихий мироздания). И Утҡа төкөрөу, ут менән уйнау ҡәтғи тыйыла. Утҡа төкөргән кеше тире ауырыуы менән ауырый. Тыйыу. Ут сыйылдап янһа, тауыш сығарһа, изгелеккә тугел, тип, бисмилла итеп, ҡағыштырып һалалар. «Башҡорт мифологияһы»нан. • Ер һыуға туймай, ут утынға туймай. Әйтем.
11. миф. Ҡурсалаусы, ен-шайтанды ҡурҡытыусы, төрлө ауырыуҙарҙан таҙартыусы
189