Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 190


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УТ
һәм һаҡлаусы изге көс. □ Огонь (мифологизированное явление, которому характерно олицетворение: он уничтожает и очищает, даёт тепло и свет, является посредником между земным и потусторонним мирами). я Мәйет сыҡҡан өйҙөң утын ҡырҡ көн буйына һундермәйҙәр, сөнки мәрхумдең йәне ҡырҡ көн буйына өйҙә була, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан. Бала тыуғас та, ҡырҡ көн утмәйенсә, төндә утты һундерергә ярамай. Экспедиция материалдарынан. Киҫелгән тырнаҡты, сәсте утҡа яғырға һәм: «Был донъяла көл бул, теге донъяла гөл бул», — тип әйтергә кәрәк. «Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ауыҙҙан ут сәсеү ҡыҙып, ярһып һөйләү. □ Говорить горячо, пламенно. Баҫҡан ерҙән ут сығарыу (йәки сәсрәтеү) көс, дәрт менән елкенеү. □ Быть энергичным.
■ Баҫҡан еренән ут сығарып, маңлайынан тир сығарып этләмәгән ир — ир тугел ул. М. Тажи. Ике ут араһында <ҡалыу, булыу> арала, ауыр хәлдә. □ соотв. Между двух огней. Итәгенә ут ҡапҡандай тынғыһыҙ, ҡабалан рәүештә. □ Суетливо, нетерпеливо. Ҡау аҫтына ут төртөү кеше араһын аҫтыртын болғатыу. □ Подстрекать. Сыскан уты 1) бызлап ҡына янған ут. □ Слабый огонь; 2) быҙлауыҡ. □ Гнилушка. Ут баҫыу ярһып атлығыу. □ Стремиться, рваться.
■ Ҡамсат буреккәйеңде ҡырын һалып, ҡайһы илдәрҙән киләһең ут баҫып? Халыҡ йырынан. Ут бөрсәһе бик йор, етеҙ, осоп-төшөп торған балаға, йәш кешегә ҡарата әйтелә. □ Живой, шустрый. Я Йәмилә — ул муйыл куҙле, бөҙрә сәсле, тартай ғына, ут бөрсәһе кеуек бер ҡыҙыҡай. Ф. Рәхимғолова. Яманһаровтың балдыҙы Хәйернисаның ут бөрсәһе кеуек сағы ине. Уға бик куп егеттәр ҡыҙығып, куҙ атып йөрөнө. Ғ. Ибраһимов. Ут йотоу ҡайғы, хәсрәттә яныу. □ Сильно переживать, горевать, букв. Глотать огонь. Я Былай ҙа ут йотоп йөрөгән Бибигөл, хаттар килеуҙән туҡтағас, уҙен уҙе сәйнәп ташларҙай булып өҙгөләнде, көндән-көн һыҙҙы, һарғайҙы. Б. Бикбай. Ут күрше иң яҡын күрше. □ Самый близкий, рядом живущий сосед. Ут куршегэ инеу. Ут кур-
шене саҡырыу. Я Бик боронғо замандарҙа Үҫәргәндең .. бер тармағы Кук Уралдың ҡояш сығышына ҡарай юл алып, .. көнъяҡтараҡ урынлашҡан һыуәсә иленә ут курше булып донъя көтә башлаған. Й. Солтанов. Утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ (йәки кеүек, шикелле) сәбәләнеп тегеләй-былай сабып. □ Суетливо, суматошно. Я Ауылға ҡайтҡас, Ғариф староста утҡа баҫҡан бесәй шикелле йуге-реп йөрөнө. Ж. Кейекбаев. Утҡа бешкәндәй бер урында тороп сыҙамай (үрһәләнеү, ары-бире ташланыу). □ Суетливо. Утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер <булыу> ҡыйыулыҡ ҡылырға ашҡынып тороу. □ В огонь и в воду. Я [Имай — Ныязғолға:] Ә һин аҙыраҡ шуны ла уйлап ҡара: ул ваҡытта Айбулаттың һәр бер һуҙенә халыҡ йәрхәмбикалла тип, уның артынан утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер торған сағында, уны һалдатҡа оҙатҡан булмаһаҡ, курһәтә ине ул беҙгә курмәгәнде! һ. Дәүләтшина. Утҡа май һибеү ҡыҙған кешене ни менәндер тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙырып ебәреү. □ соотв. Подлить масла в огонь. Ут ҡарындаш 1) яҡын туған.
□ Близкий родственник; 2) ҡар. ут күрше. Утҡа һалыу ҡайғыға төшөрөү, ауыр кисерештәргә дусар итеү. □ Обрекать на страдания. Я Уйламаған-көтмәгәндә килеп ингән был әҙәм Әхмәтзәкиҙе утҡа һалды: кем ул, дуҫмы, әллә провокатор-дошманмы? Р. Байымов. Ағиҙелдең туғайҙарын сәскәләр урап алған, сәскәнән дә матур бер ҡыҙ егетте утҡа һалған. Халыҡ йырынан. Утҡа һөйләйем яман төштәр күреп һөйләгәндә әйтелә.
□ Говорю, рассказываю огню (магическая фраза, направленная на очищение, охрану рассказчика сна; по представлениям башкир, сны рассказывать нельзя; если приходится, то надо сначала произнести эту фразу). Утҡа әйтәм ҡар. утҡа һөйләйем. Утлы табаға баҫтырыу бик ҡаты әрләү. □ Отругать, отчитать. Я [Халиҡ:] Гөбөрнатыр уларға мәмәй ҡаптырғанмы, әллә уҙҙәрен утлы табаға баҫтырғанмы. Б. Бикбай. Рәҡиә мине утлы табаға баҫтырҙы, тетте генә. И. Ғиззәтуллин. Ут сәсеү 1) ажғырып тороу, уҫал булыу. □ Разъяриться. Я Ғариф Яруллин куңел төшөнкөлөгөнә бирелгән
190