УТАРЛАУ
артиллеристы түҙемлелек менән тыцлап торҙо ла, күҙҙәренән ут сәсеп, уның алдына килеп баҫты. Ә. Байрамов; 2) ҡар. ут уйнатыу. Ут сәсеп торған егет. Ут сәсрәтеү ҡар. ут сәсеү. Уттай эш ваҡыты {йәки өҫтө) бик ҡыҙыу, эш тығыҙ мәлгә ҡарата әйтелә.
□ Горячая пора. ■ Түбән урамда уттай эш өҫтөндә урманға еләк-емеш йыйырға йөрөй торған Әмин бар. М. Кәрим. Уттан алып һыуға һалыу бер ауыр хәлдән икенсе яманы-рағына эләгеү. □ соотв. Из огня да в полымя. ■ Барын да яҙ. Әйҙә, хәбәрҙәрең уттан алып һыуға һалһындар. Үлем-етемде тик яҙа күрмә, мин ҡайтҡансы тере ҡалһындар. М. Кәрим. Ут ташлау күсеп китеү. □ Переехать. Ут уйнатыу уңған, үткер булыу, янып тороу. □ Быть энергичным. Ут уйнатып бейеү. Ут уйнатып эшләү. Ут үрһәләнеү ныҡ борсолоу. □ Сильно беспокоиться. Уты һүнгән усаҡ һымаҡ бик күңелһеҙ булыу.
□ Быть невесёлым.
УТ II и. иҫк. ҡар. үлән. Күк ут.
УТ АЛАСЫҒЫ и. диал. ҡар. аласыҡ. Ут аласығында сәй эсеү. Ут аласығына самауыр индереү.
УТАЛҠЫРАУ (уталҡыра-) ҡ. диал. ҡар. һаңғырауланыу. Уталҡырап китеү. Утал-ҡырай башлау.
УТАЛЫЙ с. диал. ҡар. әҙәпһеҙ. Уталый ҡыҙ. Уталый егет. Ире лә уталый инде уның.
УТАЛЫУ (утал-) ҡ. төш. ҡар. утау. страд, от утау. Уталған картуф. ■ Бойҙай баҫыуының у талып бөтмәүен күргәс, Ишбул-диндың тағы эсе ҡырылып китте. Ә. Вәли. Сүбе уталып, йомшарып ҡалған дымлы ерҙән боҫ күтәрелә. Р. Ғабдрахманов.
УТАМАУ (утама-) ҡ. диал. ҡар. күрмәү. Күҙем утамай. Утамай китеү. Эңерҙә күҙем утамай.
УТ АНАҺЫ (Р.: дух огня; И.: spirit of fire; T.: Ateş İyesi) и. миф.
Ут эйәһе. □ Дух огня. ■ Ауыҙ осонһа, ут анаһына һары май тамыҙалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УТАПШЫ и. ҡар. утыпшы 1, 2. Утап-шыны сығарыу.
УТАР I [венгр, huntari} (Р: хутор; И.: farmstead; T.: küçük çiftlik) и.
1. тар. Ауылдан ситтәге алпауыт, баяр йорто. □ Хутор, усадьба, имение. ■ Был утар [Кузьмин утары] тотошо менән төрлө ағас, оло емеш баҡсаһы эсендә йәшеллеккә күмелеп ултыра, һ. Дәүләтшина. Таң һарыһы беленә башлағанда, улар [егеттәр] Ҡылыстау һыртынан барып, Тәғзимә күрһәткән яҡтан баяр утарына яҡынлаштылар. В. Исхаҡов. Байҡы йылғаһы буйындағы утарҙа, иҫәпһеҙ күп ер, урман биләп, аталы-уллы Красиндар йәшәй. Ғ. Лоҡманов.
2. Ауылдан күсеп ултырған бер нисә йорт һәм шулар биләгән ер. □ Выселки, хутор. Утарға күсеү. М Комсомолға инергә тип киткән еренән инде өс көн ҡайтмаған ҡыҙын юллап, күҙ асҡыһыҙ буранда утарҙан йәйәүләп сығып китте Шәһәрбаныу. Т. Ғарипова. Иҙел буйындағы ике-өс кенә йортло утар янында тағы ла атын туҡтатты Тибаҙат. И. Ғиззәтуллин. Утарға ҡайта торған юлға сығырға ике йөҙ аҙым самаһы ҡалғас, Гөлсөм уңға, һирәк ҡайынлыҡ аша селтәрләнеп күренеп ятҡан кескәй аҡлан яғына боролдо. Н. Мусин.
3. Ауылдан алыҫҡа сығарып һалынған йорт, ҡаралдылы бәләкәй хужалыҡ берәмеге. □ Хутор. Утарҙа йәшәү. Утарҙан килеү.
УТАР II (Р.: место весенней кочёвки; И.: tableland; T: yayla) и. диал.
1. Яҙғы йәйләү урыны. □ Место весенней кочёвки. Утарҙары йылға буйында ғына. Утарҙа тирмә ҡороу.
2. Ялан кәртә, саңдау. □ Летнее стойбище скота. Малды утарға ҡыуып индереү.
3. Ваҡытлыса йәйләү өсөн ултырған урын. □ Временная летовка. ■ Утарға күсә торғайнылар, урман араһында туған ырыуҙар, күрше-тирә яҡтар бер ара булып ултыралар. Экспедиция материалдарынан.
4. Малды ҡышлатыу урыны. □ Зимовье (для скота), зимовка. Утарға күсеү. Малды утарға күсереү.
5. Умарталыҡ. □ Пасека. Утарҙағы умарталар. Утарға барыу. Утар йүкәлектә урынлашҡан.
УТАРЛАУ (утарла-) (Р.: зимовать на хуторе; И.: winter on a farmstead; T.: kışlamak) ҡ.
1. Утарҙа йәшәү. □ Зимовать на хуторе. Утарлап ятыу. ■ Карағөлөмбәт өс ҡатыны
191