Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 192


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УТАРСЫЛ
менән утарлап, мал көтөп ятҡан. «Бабсаҡ менән Күсәк». Ишҡол ҡарттың малы бик куп булған, ул ҡыш көнө тауҙа, утарлап, мал ашатып ятҡан. Ж. Кейекбаев.
2. Малға ашатыу өсөн үлән һәйбәт булған ерҙә тороп мал аҫрау. □ Вести загонную пастьбу. Яныҡай буйында утарлап мал һимертеу.
УТАРСЫЛ (Р.: любящий много ходить; И.: prone to walk much; T: çok yürüyen) с. диал.
Йөрөмтәл. □ Любящий много ходить, бродить. Утарсыл һыйыр. Утарсыл мал.
УТ АСЫУ (ут ас-) (Р.: открыть огонь; И.: open fire; T.: ateş açmak) ҡ.
1. Көслө итеп ата башлау. □ Открыть огонь. Пулемёттан ут асыу. Дошманға ут асыу. М Төндә әсирҙәр .. ҡасырға маташҡандар, әммә полицайҙар, һиҙеп ҡалып, ут асҡандар. И. Абдуллин.
2. кусм. Юҡҡа сығарырға тырышып, ныҡлы көрәш башлау. □ Начать борьбу. Был идеяға ҡаршы ут асыу.
УТАТМА (Р: открытый загон для скота; И.: open-air pen; T: ağıl) и. диал.
Саңдау. □ Открытый загон для скота. Утатмала йөрөгән малдар.
УТАТЫУ (утат-) ҡ. йөкм. ҡар. утау I. понуд. от утау I. Картуф утатыу. Сөгөлдөр утатыу. Баҡса утатыу. Балаларҙан утатыу.
УТАУ I (ута-) (Р: полоть; И.: weed; Т.: ayıklamak) ҡ.
Игенлек, йәшелсәлекте ҡый үләненән таҙартыу. □ Полоть, пропалывать, выпалывать. // Прополка. Тәпке менән утау. Ҡул менән утау. Картуф утау. Утауҙа йөрөу. ■ Нурия, иптәш ҡыҙының тулҡынланған тауышын ишеткәс, утауынан туҡтап, ҡулындағы билсәндәрҙе ыҙанға ырғытты ла ҡояш нурҙарында иркәләнеп ятҡан баҫыу иңенә күтәрелеп ҡараны. Ә. Байрамов. Гөлгөнә иптәштәре ыңғайына башын түбән эйеп эшләй торғас, байтаҡ ерҙе утап, ҡыяҡтары көҙгө һымаҡ ялтыраған сөгөлдөрҙө тәпке менән күмдереп тә ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Рәуф ҡапҡаларын асҡанда, Хәнифә
апай йәшелсә баҡсаһында сөгөлдөр утап йөрөй ине. Р. Ғабдрахманов.
УТАУ II (Р: маленькая, лёгкая юрта; И.: small light yourt; T.: küçük çadır) u.
1. иҫк. Еңел бәләкәй тирмә. □ Маленькая, лёгкая юрта. Аҡ утау. ■ Куҙыйкурпәстең көткәне Маянһылыу булһа ла, ул уҙенең аҡ утауынан сыҡманы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. иҫк. Кәләш алып, башҡа сыға торған улдың тирмәһе. □ Юрта для женившегося и отделившегося от семьи сына. Утауҙа йоҡлау. Утауға кусеу.
3. диал. Ҡыуыш. □ Шалаш. Утау ҡороу. Утауҙа йоҡлау. Утауға инеп китеу.
УТАУ ЕБЕ (Р: нитка, завязанная невестой близкой золовке во время свадебного обряда показа дороги к источнику; И.: kind of symbolic thread; T.: düğünde su yolu geleneğinde gelinin görümcenin eline bağlayan ipi) и. этн.
Йәш килен һыу башлағанда иң яҡын ҡайынһеңлеһенә бәйләгән еп. □ Нитка, завязанная невестой близкой золовке во время свадебного обряда показа дороги к источнику. Утау ебе бәйләу.
УТАУЛАУ (утаула-) (Р: проводить медовый месяц; И.: honeymoon; T.: balayı yapmak) ҡ. этн.
Йәш кейәү менән кәләштең тәүге айҙарын утауҙа (П, 2) айырым йәшәүе. □ Проводить медовый месяц. Утаулау ваҡыты. Утаулап йөрөу.
УТАУСЫ (Р: полольщик; И.: weeder; Т.: tarlayı ottan temizleyen kimse) и.
Сүп үләндәренән таҙартыусы. □ Полольщик, полольщица. Сөгөлдөр утаусы. Утаусылар бригадаһы. Утаусылар ярышы.
УТАУЫС (Р: мотыга; И.: weeding device; T.: tarlayı ottan temizleyici) и. диал.
Тупраҡты йомшартыу һәм ҡый үләндәренән таҙартыу ҡоралы. □ Мотыга. Утауыс һабы. Утауысты уткерләу. Утауыс менән утау.
УТ АШАТЫУ (Р: ритуальное кормление огня; И.: ritual feeding of fire; T.: bir gelenek) и. миф.
192