УТ ЙӘШЕЛ
Утҡа май ағыҙып ырымлау. □ Ритуальное кормление огня. Ут ашатыу йолаһы.
УТАШЫУ (уташ-) ҡ. урт. ҡар. утау. взаимн. от утау. Баҡса уташыу. ■ Әлегә тиклем бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем әсәһенә сөгөлдөр уташты [Шәрәф]. Р. Ғабдрахманов. «Әйҙә, минец арттан, етер һицә һөйрәлергә», — тип, Әлмира ҡыҙып-ҡыҙып уға [Наилға] уташырға кереште. Р. Байбулатов.
УТБАШ (Р: головёшка; И.: brand; Т.: öksü) и. диал. ҡар. торонбаш.
Тыштан янып ҡуҙланған, күмерләнгән ағас киҫәге. □ Головёшка. Мейестә утбаш-тар ғына тороп ҡалған. Утбашты һүндереү.
УТБИС (Р: шнур с угольной пылью для нанесения ровной линии на доске; И.: kind of rope, black cord; T: çizgi çizme aleti) и. диал.
Таҡтаға тура һыҙыҡ сирттерә торған күмерле бау. □ Шнур с угольной пылью для нанесения ровной линии на доске. Утбис менән һыҙыу.
УТ БУРАМАҺЫ (Р: летняя кухня; И.: summer cooking-house; T: mutfak) и. диал. ҡар. аласыҡ.
Йәйге аш өйө. □ Летняя кухня. Ут бурамаһында сәй эсеү Ут бурамаһында бешеренеү.
УТ БУРАҺЫ и. диал. ҡар. аласыҡ. Ут бураһында төшкө аш ашау.
УТ-ҒӘРӘСӘТ и. йыйн. ҡар. ут-һыу. Ут-ғәрәсәт үтеү. Ут-ғәрәсәт булмаһын. Ут-ғәрәсәт касафаты.
УТИЛИЗАЦИЯ [лат. utilis ‘файҙалы’] (Р: утилизация; И.: utilization; T: işledikten sonra yararlanmak) и.
Утилләштереү эше. □ Утилизация. / Утилизационный. Утилизация ҡалдыҡтары.
УТИЛИЗАЦИЯ ЛАУ (утилизацияла-) ҡ. ҡар. утилләштереү. Тимер-томорҙо утили-зациялау. Автомобилдәрҙе утилизациялау. Көнкүреш техникаһын утилизациялау.
УТИЛИТА [ингл. utility ‘файҙалылыҡ’] (Р: утилита; И.: utility; T: utilita) и. инф.
Компьютерҙа эшләүҙе йәки ниндәйҙер программаны ҡулланыуҙы еңеләйтеүсе программа. □ Утилита. Операция системаһына
ингән утилита. Процестар менән идара итеү утилитаһы.
УТИЛИТАР (Р: утилитарный; И.: utilitarian; T.: faydacı) с.
Утилитаризм менән һуғарылған, файҙа артынан ҡыуыуға, файҙа күреүгә йүнәлтелгән. □ Утилитарный. Утилитар белем.
УТИЛИТАРИЗМ [лат. utilitas ‘файҙа’] (Р: утилитаризм; И.: utilitarianism; T.: faydacılık) и.
1. Бөтә нәмәне лә уның файҙа, табыш биреүенән сығып баһалау принцибы. □ Утилитаризм. Утилитаризм күренеше. Утилитаризм менән һуғарылған сәйәсәт.
2. фәлс. Файҙаны әхлаҡтың нигеҙе, кешенең эш-ҡылығын билдәләүсе критерий тип иҫәпләүсе этик йүнәлеш. □ Утилитаризм. Классик утилитаризм.
УТИЛИТАРИСТ (утилитарисы) [рус.] (Р: утилитарист; И.: utilitarian (person); T.: ütilitarist) и.
1. һәр нәмәнән файҙа, табыш алырға ғына торған кеше. □ Утилитарист. Утилитарист булып китеү.
2. Утилитаризм рухындағы кеше. □ Утилитарист. Утилитаристар ҡарашы.
УТИЛЛӘШТЕРЕҮ (утилләштер-) (Р: утилизировать; И.: utilize; T.: işledikten sonra yararlanmak) ҡ.
Етештереү ҡалдыҡтарын, тимер-томор, сепрәк-сапраҡты яңынан эшкәртеү. □ Утилизировать. // Утилизация. Утилләштереп ҡуйыу. Калдыҡ-боҫтоҡто утилләштереү.
УТИЛЬ [лат. utilis] (Р: утиль; И.: utility waste; T.: hurda) и. йыйн.
Файҙаланыр өсөн яраҡһыҙға әйләнеп, икенсе тапҡыр эшкәртеүгә тәғәйенләнгән ташландыҡ нәмә (мәҫәлән, сепрәк, ҡағыҙ, тимер-томор). □ Утиль. Производство ҡалдыҡтарының утиле. Утиль базаһы. Утилгә тапшырыу. ■ Утиль булып ятып ҡалған торбаларҙы йыйып, фермаға һыу үткәреү кемдец башына килер. И. Ғиззәтуллин.
УТ ЙӘШЕЛ (Р: ярко-зелёный; И.: bright green; T.: açık yeşil) и. диал.
Асыҡ йәшел, йәш үлән төҫлө. □ Яркозелёный цвет свежей зелени. Ут йәшел күлдәк. Ут йәшел төҫ. Ут йәшел кейем.
193