УТ КЕЛӘТЕ
УТ КЕЛӘТЕ (Р.: летняя кухня; И.: summer cooking-house; T.: mutfak) и. диал. ҡар. аласыҡ.
Йәйге аш өйө. □ Летняя кухня. Ут келәтен йыйыштырыу. Иркен генә ут келәте. Ут келәтендә ашау.
УТ-КҮҘ (Р.: пожар; И.: fire; T.: yangın) и.
1. Янғын, үрт (ут хәуефе хаҡында һөйләгәндә ҡулланыла). □ Пожар, огонь. Ут-куҙ-ҙән һаҡланыу. Ут-куҙ сығыу. ■ «Йортомдо ут-куҙҙән, йәмәғәтемде яман һуҙҙән һаҡла, Тәнре», — тип теләк теләр ине [Корбанғәле]. М. Кәрим. Был тирәлә тәртип боҙоу, ут-куҙ менән шаярыу йә бер-береһенә хаслыҡ ҡылыу тигән нәмә юҡ, тирәк төбө — бөтәһе өсөн дә изге ер. Р. Солтангәрәев.
2. миф. Ут эйәһе. □ Дух огня. Ут-куҙҙән ҡурҡыу.
УТКҮҘ СЕБЕН (Р: овод лошадиный; И.: gadfly species; T.: cızsineği) и. диал.
Ҡыҙғылт башлы, йәшкелт ҡанатлы себен; бөгәлсән. □ Овод лошадиный (лат. Gaste-rophilus intestinalis). М Аттарҙың боҙҙо маҙаһын уткуҙ себен, бөгәләк. Б. Бикбай.
УТКҮҘ ЭБЕЙ и. миф. ҡар. ут эйәһе.
УТ-ҠАЗА и. ҡар. ут-күҙ. Ут-ҡазанан һаҡланығыҙ.
УТҠА ТАШЛАУ (утҡа ташла-) (Р: сжигать; И.: incinirate; T.: ateşe atmak) ҡ.
1. Үлем язаһының борон ҡулланылған бер ысулы. □ Сжигать, бросать в огонь (один из древних способов смертной казни). Элек утҡа ташлау йолаһы булған.
2. миф. Янып ятҡан утҡа нимәлер ташлап күрәҙәлек итеү. □ Ворожить, бросая в огонь что-л. ■ Утҡа тоҙ ташлап, май һибеп курәҙәлек иткәндәр. Экспедиция материалдарынан.
УТКОЙРОҠ (утҡойроғо) и. диал. ҡар. ҡыҙылғойроҡ. Утҡойроҡ ҡанаты. Утҡойроҡ ҡунды. Утҡойроҡтар оса.
УТҠОШ (Р: жар-птица; И.: the Fire-bird; T.: Simurg) и. миф.
Яҡшылыҡ, бәхет символы булған мифик ҡош. □ Жар-птица. ■ Утҡош куләгәһе төшһә, кеше бәхетле була, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УТ-ҠУҘ и. ҡар. ут-күҙ. Ут-ҡуҙҙан һаҡ булығыҙ.
УТЛАҠ (утлағы) и. диал. ҡар. утлау II. Утлаҡта мал көтөу. Утлаҡҡа сығыу.
УТЛАНЫУ (утлан-) (Р: гореть; И.: burn; sparkle; T.: yanmak) ҡ.
Хис, тойғонан яныу (куҙгә ҡарата). □ Гореть, пламенеть, искриться (о глазах). Куҙҙәре утланды. ■ Кудряшовтың куҙҙәре утланды, ирендәре ҡалтыраны. Д. Юлтый. Мөхәммәт ағайҙың куҙҙәре быяла ярсыҡта-рындай утланып китте. Р. Ғабдрахманов. Зәкиәнең ептәй нәҙек ҡаштары дуғаланып өҫкә кутәрелде, ҙур һоро куҙҙәре утланып балҡыны. М. Садиҡова.
УТЛАТЫУ (утлат-) (Р: пускать на выгон; И.: let feed on grass onto a common; T.: otlatmak) ҡ.
Үлән ашатыу, үләнгә ҡушыу (мал-тыуарҙы). □ Пускать на выгон (скот). Һыйырҙарҙы утлатырға ебәреу. ■ Ике иптәше һил урман ҡултығында аттарҙы утлатып ҡалды, уҙе [Ғөбәй], Семён исемле егетте эйәртеп, ауылға китте. Ә. Хәкимов. Мал аҫрап, һунар итеп йәшәгән олатайҙарыбыҙ мал-тыуарын ҡуйы улән-сәскәлә утлатып, йәйен — уреш, ҡышын тибен эҙләп, ырыу-ырыу эркелешеп, ер-һыуҙар кисеп, кусеп йөрөр булғандар. Ғ. Хөсәйенов.
УТЛАУ I (утла-) (Р: пастись; И.: graze; Т.: otlamak) ҡ.
Ҡырҙа үлән ашау. □ Пастись. Тибендә утлау. Урман буйында утлау. ■ Бөгөн көн шул тиклем эҫе булды, һарыҡтар саҡ ҡына улән утлағас та ҡылғанлы тау битләуендә бәләкәс кенә утрауға оҡшап торған йәш ҡайынлыҡҡа кереп тулды. Р. Ғабдрахманов. Көҙгө уләнде утлап йөрөгән аттарҙың ҡыңғырау тауыштары бик тоноҡ ҡына яңғырап ҡуя. Ғ. Хәйри. Арыраҡ Нөгөшкә тиклем йәйелгән тигеҙлектә өйөр-өйөр йылҡы утлап йөрөй. Б. Рафиҡов.
УТЛАУ II (Р: пастбище; И.: pasture; Т.: otlak) и.
1. Мал утлай торған ер; көтөүлек. □ Пастбище, выгон. Аттарҙы утлауға ҡыуыу. Утлауға ебәреу. Ш Йылҡы малы утлауҙан ҡайтҡанда ялы кейеҙ һымаҡ ҡайтып инә.
194