Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 195


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УТЛЫҠСА
Ж. Кейекбаев. Ҡарауылдан буш яугирҙар тирмә ҡора, аттарын утлауға ебәрә, ғәскәр артынан килгән ғаиләләрен, мал көтөүҙәрен хәстәрләй. Ә. Хәкимов. Туҡмуйрыҡ менән Алпар, аттарҙы утлауға ебәреп, нәмәләрҙе бер тирәгә өйҙөләр ҙә ятырға йәйек итеп эйәр сергеләрен йәш үлән өҫтөнә түшәнеләр. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. Ваҡ мал аҙбары. □ Овчарня. Утлауҙы таҙартыу, һарыҡтарҙы утлауға ҡыуып индереү.
УТЛАУЫҠ (утлауығы) и.
1. ҡар. утлау II, 1. М Юл башлап килгән ҡыйыуыраҡ һарыҡ тертелдәп яҡ-яғына ҡаранды ла, йәйге утлауыҡты иҫкә төшөрөпмө, ал аяҡтары менән алмаш-тилмәш ҡарҙы ҡаҙырға кереште. Яр. Вәлиев.
2. ҡар. утлыҡ II. ■ Кинйә, утлауыҡҡа күҙ ташлап, үҙенең менге атын эҙләне. Ғ. Ибраһимов.
УТЛЫ (Р.: огненный; И.: fiery; T.: ateşli) с.
1. Уты булған. □ Огненный, с огнём. Утлы төтөн. Утлы мейес.
2. Янып ятҡан, янып торған. □ Горящий. Утлы ҡулса. Утлы торомбаш.
3. күсм. Хис-тойғонан янып торған (күҙгә ҡарата). М Горящий, светящийся (о глазах). Утлы күҙҙәрен төбәү.
УТЛЫҒҮЛӘН и. бөт. ҡар. утлыҡ III. Утлығүлән япрағы. Утлығүлән ашау.
УТЛЫҒЫУ (утлыҡ-) (Р: становиться впалым; И.: become very lean; T: zayıflamak) ҡ. диал.
Оҙаҡ ваҡыт ас йөрөүҙән ныҡ тартылыу; үткәшеү. □ Становиться впалым, впасть (о лице, животе). Эсе утлыҡҡан. Бите ут-лығып киткән.
УТЛЫҠ I (утлығы) (P: поддувало; И.: ash-pit; T.: küllük) и.
1. Самауырҙың төбөндәге ҡуҙ ятҡан ере. □ Поддувало (самовара). * Ул ҡатын самауырҙың ҡапҡасын асты: «Бына бында һыу һалаһың, бында — күмер», — тине, утлыҡты төртөп күрһәтеп. Ғ. Ғүмәр. Мәҙинә, йәһәт ҡыбырлап, самауырға ҡайнар һыу һалды, утлығына ҡуҙ төшөрөп баҫҡас, мейескә тыҡҡан сөгөндө тартып сығарҙы. Т. Ғарипова.
2. диал. Төтөн юлы. □ Дымоход. Утлыҡты ябып ҡуйыу.
3. диал. Самауыр селтәре. □ Самоварный колосник. Утлыҡты таҙартыу.
4. диал. Самауырҙың күмер һала торған көбәге. □ Самоварная труба. Утлыҡҡа күмер һалыу.
УТЛЫҠ II (утлығы) (Р: сенник; И.: hayloft; T.: samanlık) и.
1. Бесән һаҡлай торған ер; бесәнлек.
□ Сенник. М Ғариф, утлыҡ башында йоҡлап ятҡан уландарын уятып, уларға губернаторҙың аттарын туғарышырға һәм тәрбиәләргә ҡушты. Ж. Кейекбаев. Малдар, аҙбар утлыҡтарынан сығып, ашамайынса, һалам өҫтөндә ята. Ғ. Хәйри. Хужабикә самауырҙы яңыртып килтереүгә, ҡунаҡ менән хужа .. өйгә терәлеп тигәндәй ултырған, ҡапҡаһы асыҡ ҡараңғы утлыҡҡа йүнәлделәр. Р. Өмөтбаев.
2. Малға бесән һала торған урын; утлыҡса. □ Ясли (кормушка для скота). М Гөлйөҙөм утлыҡҡа бесән һалып сығып китте. Яр. Вәлиев. Ул [Таңһылыу], мал ҡараусылар менән кәңәшеп, аҙбарҙы ипкә-һапҡа килтертте, өр-яңы утлыҡтар яһатты, иҙәндәрен төҙәттерҙе. Ә. Хәкимов.
3. Ваҡ мал аҙбары. □ Овчарня, һарыҡтарҙы утлыҡҡа ҡыуып индереү. Утлыҡ эсен таҙартыу. Утлыҡ төҙөү.
4. Аҙбарҙа ат өсөн эшләнгән айырым урын; аран. □ Стойло (для лошадей). Аттарҙы утлыҡҡа индереү.
УТЛЫҠ III (утлығы) (Р: вид съедобной травы; И.: kind of edible grass; T.: bir tür bitki) и. диал.
Иртә яҙҙан сыҡҡан һары сәскәле ҡыҫҡа ғына үлән (балалар ашай). □ Вид съедобной травы. Утлыҡ ашау. Утлыҡ сәскә атҡан. Утлыҡ япрағы.
УТЛЫҠСА I (Р: сеновал; И.: mow; Т: otluk) и.
Малға бесән һала торған урын; утлыҡ.
□ Сеновал, сенник. М Зиннәт .. мейескә тоҡандырып ебәрҙе, утлыҡсанан эре-торо һалам, һандыҡ тырнаштырып алып инде, ике бөртөк кенә тиҙәктең ҡуҙын ҡаҙан аҫтына тартып, картуф әрсеп һалды. 3. Ураҡ
195